Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Сәйәсәт
21 Января 2022, 03:41

Фанера етештереү 10 процентҡа артҡан

«Урал урманы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә милли проект сиктәрендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса пилот проекты ғәмәлгә ашырылды. Алты ай дауамында предприятиела һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индерҙеләр һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрҙөләр.  

- Производствола ҙур форматлы фанера етештереү буйынса пландың йыш үтәлмәүе, шулай уҡ ҡорамалдарҙың тулы ҡеүәтенә эшләнмәүе теркәлгән. Бынан тыш, әҙер продукцияны оҙайлы транспортлауҙарын да билдәләп үттеләр. Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар төбәк үҙәге эксперттары булышлығында предприятиела «тар урындар»ҙы асыҡлай һәм, һаҡсыл технологияларҙы ҡулланып, процестың һөҙөмтәлелеген күтәрә алдылар. Һөҙөмтәлә продукт етештереү ваҡыты 16 процентҡа кәмене, - тине БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Ул, шулай уҡ тамамланмаған производство күләмдәренең 2 тапҡырҙан ашыуға, ә етештереү 10 процентҡа артыуын билдәләп үтте. 

Белешмә өсөн:

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылда май указына ярашлы раҫланды һәм 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
«Урал урманы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - ул Башҡортостан Республикаһы халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарын үҙ продукцияһы менән тәьмин итеүсе ағас әҙерләү, ағас эшкәртеү, плита, мебель һәм урман химияһы сәнәғәтен үҙ эсенә алған ҙур урман сәнәғәте комплексы.

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/207967 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас