Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Декабрь 2021, 20:34

Фәнис Әминев Баймаҡ районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде

Конкурсҡа ярашлы, был вазифаға Баймаҡ районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов һәм район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев дәғүә итте.

Фәнис Әминев Баймаҡ районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде
Фәнис Әминев Баймаҡ районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде


Бөгөн Баймаҡта бишенсе саҡырылыш район Советының ун бишенсе ултырышы үтте.Унда Баймаҡ районы хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды, ултырышты район Советы рәйесе Илдар Бәхтийәров алып барҙы.
Конкурсҡа ярашлы, был вазифаға Баймаҡ районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов һәм район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев дәғүә итте.Һөҙөмтәлә берҙәм тауыш менән Ф.Ғ. Әминев район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.
Фәнис Ғәбдрәшит улын ҡайтанан район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеүе менән конкурс комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов ҡотланы һәм эшендә уңыштар теләне.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: