Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Сәйәсәт
2 Декабря 2021, 04:19

Яңыса алымдар - заман талабы

Быны һеҙ гәзиттә лә, интернетта ла уҡый алаһығыҙ.

Яңыса алымдар - заман талабыЯңыса алымдар - заман талабы
Яңыса алымдар - заман талабы

Заман башҡа - заң башҡа, ти халыҡ әйтеме. Йылдар уҙған һайын был һүҙҙәрҙең хаҡлығына инана бараһың. Заман менән бәйле яңы технологиялар беҙгә лә килеп ҡағылды. Хәҙер журналистар ҡағыҙ форматындағы гәзитте генә сығарып ҡалмай, интернет селтәрендә лә әүҙем эшләй. Ә интернет селтәре киңлектәре сикһеҙ!

Һигеҙ көн дауамында Башҡортостандың район-ҡалаларынан килгән һәм республика баҫмаларының 80 журналисы "Һанлы мультимедиалы мәктәп"тә уҡып белем алды. Был уҡыуҙарҙы БР Матбуғат агентлығы менән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы белгестәре ойошторҙо. Әйткәндәй, медиамәктәпте ойоштороу тәҡдимен 2021 йылдың апрель айында уҙғарылған Медиайыйын форумында Республика Башлығы Радий Хәбиров индергән ине. 

Уҡыуҙың беренсе аҙнаһында беҙ онлайн лекцияларҙы тыңланыҡ. Рәсәй кимәлендәге спикерҙар көнүҙәк темаларҙы күтәреп сыҡтылар. Гәзиттә сыҡҡан мәҡәлә менән интернеттағы постарҙың айырмаһын, уларҙы нисек итеп биҙәргә икәнлеген кеүек һәм башҡа яңы форматтарҙы өйрәттеләр. Телевидение булмаһаҡ та, видео төшөрөү мөһимлеген аңлаттылар. Уны төшөргәндән һуң эшкәртеү өсөн махсус ҡушымталарға һылтанма бирҙеләр. Шулай уҡ "Бәйләнештә", "Класташтар", Инстаграм, Телеграм, Тик-ток кеүек һәр төрлө платформаларға бер үк теманы төрлөсә яҙыу зарурлығына баҫым яһанылар. 16 эксперттан алған белемебеҙ киләсәктә яңы платформаларҙа үҙебеҙҙе күрһәтергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. 

Беҙгә белем биргән эксперттар -  “Журналист һәм медиабаҙар” федераль журналының баш мөхәррире Владимир Касютин, “АиФ” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Индира Котзасова, Екатеринбургтан "Ишь-Миш" контент-бюроһы етәксеһе Михаил Пономаренко, “Тик-ток без танцев” китабы авторы Ренат Йәнбәков, "КП-Уфа" гәзитенең экс-баш мөхәррире Елена Садыкова, СТС телеканалының СНГ илдәре буйынса программа/контент директоры Әлфиә Байбурина, "Юлдаш" теле-радиоканалының редакторы Илнур Рамаҙанов һәм башҡалар сығыш яһаны.

Бына 8 көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Танытма алыу өсөн тантанаға йыйылдыҡ. Сарала проект етәксеһе, БР Матбуғат агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова, төбәктең матбуғат агентлығы башлығы Максим Ульчев һ.б. килгән ине. 

- Был сара ҡатнаш форматта ойошторолдо, - тип һөйләне проект етәксеһе, БР Матбуғат агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова. - Беренсе аҙна - онлайн-лекциялар, икенсеһе - оффлайн үтте. 

- Беҙ медиамәктәпте тамамлаусыларҙан ниндәй һөҙөмтә көтәбеҙ? Бында алынған белем яңы майҙансыҡтарҙы үҙләштерергә, булған проекттарҙы үҫтерергә, аудиторияны арттырырға ярҙам итәсәк, - тине төбәктең матбуғат агентлығы башлығы Максим Ульчев.

Унан Максим Владимирович медиакурс мәктәбе уҡыусыларына - хәбәрселәргә танытма тапшырҙы. Сара бергәләшеп фото төшөү менән тамамланды. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас