Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Октябрь 2021, 12:09

Тренерҙар өсөн ...вебинарҙар

27-31 октябрҙә "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә Рәсәй Йәштәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе төбәктең тренерҙар командалары өсөн вебинарҙар серияһын үткәрә.

Белем биреү вебинарҙары - 2020 йылда Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсында еңеүсе булған "Волга буйы федераль округының йәштәр тренерҙары өсөн интенсив" проектының бер өлөшө.

Эксперттар менән бергә төбәк тренерҙары формаль булмаған белем биреүҙә трендтарҙы, тренерҙарҙы, төбәк тренинг үҙәгенең эш моделдәрен әҙерләүҙә һәм баһалауҙа комплекслы алымды, уҡытыуҙың гибрид форматын һәм заказсыларҙы эҙләүҙе тикшерәсәк.

Ҡатнашыу бушлай. Тулыраҡ мәғлүмәтте https://vk.cc/c7iVWx һылтанмаһы буйынса алырға була.

Вебинарҙарҙы ойоштороусылар - Рәсәй Йәштәр союзы һәм Рәсәй Йәштәр союзының Тренерҙар ассоциацияһы.

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: