Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Октябрь 2021, 11:24

Башҡортостанда милли проекттың тәүге объекттарын ремонтлау ваҡытынан алда тамамланды

Был  "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ҡағыла.  #нацпроекты 

Башҡортостан Республикаһында "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса ремонтланған тәүге объекттар файҙаланыуға тапшырылды.

Стәрлетамаҡта Хоҙайбирҙин урамында 1,5 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала юл япмаһын тергеҙеү тамамланды. Подрядсы ойошма тарафынан асфальт-бетон япманың тигеҙләү һәм өҫкө ҡатламы ҡойолоп, термопластикты ҡулланып юл билдәләре һыҙылған.

Шулай уҡ Стәрлетамаҡ - Салауат - Стәрлетамаҡ районында муниципаль-ара тәғәйенләнештәге автомобиль юлы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды. Трасса ремонтлау планына халыҡтың һорауы буйынса инде. Оҙонлоғо 3 саҡрым тәшкил иткән объектта асфальт-бетон түшәлгән, юл ситтәре нығытылған, автобус туҡталышы йыһазландырылған, билдәләр ҡуйылған һәм юл билдәләре һыҙылған.

"Быйыл милли проект ярҙамында 300 саҡрымдан ашыу норматив хәлгә килтереләсәк, әле 107 объектта эштәр алып барыла. Конкурс процедураларын ваҡытында үткәреү айҡанлы юл-төҙөлөш миҙгеле республикала апрелдә башланды, ә яҡшы һауа торошо эштәрҙе алдан тамамлау мөмкинлеген бирҙе", - тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы урынбаҫары Азамат Тайыпов.

Бынан тыш, республикала 248 юл билдәһе, 1200 метр йәйәүлеләр өсөн ҡойма, 23 светофорҙар ҡуйыласаҡ. 12,3 саҡрымлыҡ автомобиль юлдарын капиталь ремонтлау һәм 3 саҡрым самаһы юлдарҙы реконструкциялау ҡаралған. Шулай уҡ 3 автоматик ауырлыҡ контроле пункты һәм 459 фотовидеотеркәү камераһын ҡуйыу күҙаллана.

Был маҡсатҡа 7, 324 миллиард һум йүнәлтелгән, шуларҙан 2, 223 миллиард һумы - федераль бюджеттан финанслана.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: