- Өмәләр район һәм ҡалаларҙың 700-ҙән ашыу майҙансығында үткәреләсәк. Республика #СДЕЛАЕМ2021 экологик акцияһында ҡатнашыу өсөн институт, бизнес, муниципаль берәмектәрҙе, дәүләт органдарын, халыҡты бергә туплап, команда төҙөйәсәк, - тип Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин һөйләне. - Бөтә халыҡты коллегалар, ғаилә, дуҫтар менән урамдарға сығырға һәм үҙебеҙҙең ерлектәге тәбиғәтте таҙартырға саҡырабыҙ, сөнки матурлыҡ - ул иң элек, таҙалыҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя таҙалыҡ көнө - ул йыл һайын сүп-сар менән көрәшкә йүнәлтелгән социаль эшмәкәрлек программаһы. Тәбиғәт биләмәләрен: урмандарҙы, ҡыр-болондарҙы, һыу ятҡылыҡтары ярҙарын таҙартыуға йүнәлтелгән. Мөмкин булған ерҙәрҙә ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу ойошторола. Бынан тыш, өмәселәр ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса системаһы, айырым йыйыу һәм эшкәртеү тураһында халыҡҡа еткереү буйынса акциялар үткәрә, экологик йәшәү рәүешен пропагандалай.
Бындай сараларҙы үткәреү "Экология" милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Бөтә донъя таҙалыҡ көнө акцияһында 75 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Тәбиғәтте һаҡлау саралары төбәктең барлыҡ ҡала һәм райондарында үтте. Унда йәмәғәт ойошмалары, йәштәр хәрәкәте вәкилдәре, хакимиәт вәкилдәре, урындағы йәмәғәт эшмәкәрҙәре, экоирекмәндәр һәм битараф булмаған халыҡ бергә йыйылышып сыҡты. Һөҙөмтәлә 3,9 мең кубометр сүп-сар йыйылды.
#командахабирова #правительстворазвития #нацпроекты #регпроекты #нацпроектбашкортостана #зелёнаябашкирия #сделаем2021 #минэкологиирб #экобашкортостан