Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Сентябрь 2021, 10:49

Башҡортостан оҫталары - "Иван-да-Марья" Бөтә Рәсәй фестивалендә

2021 йылдың 20-24 октябрендә Екатеринбург ҡалаһында халыҡ кәсептәре оҫталарының "Иван-да-Марья" Бөтә Рәсәй фестивале үтәсәк. Фестиваль сиктәрендә "Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы" ойошмаһы республиканың халыҡ художество кәсептәре изделиелары күргәҙмәһен ойоштора.

Коллектив стендта ҡатнашыуҙың үҙ талаптары бар. Ул бер йылдан ашыу халыҡ художество кәсептәре тармағында эшләргә тейеш, шулай уҡ Башҡортостанда теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты булһын. Тап ошо талаптарҙы үтәгәндәр һайлап алыу турын үтә ала. Яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ярҙам күрһәтелә.

Күргәҙмәлә ҡатнашыуға ғаризалар 2021 йылдың 14 сентябренән 17 сентябренә тиклем https://bvk-plus.timepad.ru/event/1768553/ йәки [email protected]  электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Ҡатнашыу буйынса Евгений Сафинаға 7(987)04-00-621 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була. 

Ойоштороусы: Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты булышлығында "Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының халыҡ-художество кәсептәре үҙәге.

Белешмәләр өсөн: Татьяна Сайгина, телефон: 7(347)224-99-99 өҫт. 301. 


Белешмә өсөн:
"Иван-да-Марья" фестивале - милли колоритлы күргәҙмә. Сара традицияларҙы, кәсептәрҙе һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм популярлаштырыуға, традицион производстволар продукцияһын һатыу баҙары өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға, үҙебеҙҙең сувенирҙарҙы һәм бүләктәрҙе етештереүҙә ярҙам итеүгә, Рәсәй төбәктәренең һөнәрселәре араһында бәйләнештәр булдырыуға йүнәлтелгән.

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: