Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Сентябрь 2021, 10:33

Башҡортостанда умартасыларға гранттар тапшырылды

Ишембай районы Маҡар ауылынан шәхси эшҡыуар Риф Бохаров 2021 йылда "Агростартап" конкурсы еңеүселәренең береһе булды.  #нацпроекты 

Риф Бохаровтың стратегик маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион 940 мең һум күләмендә инвестиция талап ителде. Шуның 1 миллион 746 мең һумы - грант суммаһы һәм 194 мең һумы - эшҡыуарҙың үҙенең аҡсаһы. Аҡса умарталар, бал ҡорто ғаиләһе һатып алыуға, инә ҡорттарҙы үрсетеү өсөн инкубатор, тағылма-платформаны, рекристаллизаторҙар, парогенераторҙар һәм башҡа ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелә. Был иһә етештереү күләмен арттырырға мөмкинлек бирә, умартасыларға хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға булышлыҡ итә.

Эшҡыуар әйтеүенсә, әлегә уның хужалығында бал ҡорто ғаиләһе үҙ ихтыяждары өсөн генә яңыртыла. Әммә киләсәктә ул бал ҡорттарын етештереүҙе планлаштыра (башланғыс этапта аҙ күләмдә). Бер аҙҙан эшҡыуар уларҙы һатырға ниәтләй.

Уның фекеренсә, грант субсидияһы киләсәктә республикала умартасылыҡты үҫтереүгә ярҙам итәсәк һәм был эшмәкәрлек төрө менән шөғөлләнгән фермерҙарҙың һанын арттырыуға килтерәсәк. "Һис һүҙһеҙ, был республика өсөн бикә кәрәк. Бындай дәүләт ярҙамы крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын һәм умартасылыҡты үҫтереүгә ярҙам итәсәк", - тине Бохаров.

Бохаров фекеренсә, әлеге ваҡытта проблемалар ваҡ КПХ биләмәһендә лә, ҙур хужалыҡтарҙа ла етерлек. Был проблемаларҙы "Умартасылыҡты үҫтереүҙең глобаль йүнәлештәре" халыҡ-ара онлайн-симпозиумында хәл итергә кәрәк Симпозиумда "Умартасылыҡ иҡтисады", "Биология һәм бал ҡорттарының сәләмәтлеге", "Умартасылыҡ һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү" кеүек темалар тикшереләсәк. Был күләмле сара 20-21 сентябрҙә Башҡортостанда Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Апимондия Секретариаты һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында ойошторола. Симпозиумда Башҡортостандан, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән спикерҙар ҡатнаша. Теркәлеү өсөн Һылтанма: https://apimondia.seminar.live 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: