Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Сентябрь 2021, 09:45

"Рюкзак менән" ил буйлап

10 сентябрҙә Сибайҙа үткән форумда тап ошо хаҡта һүҙ барасаҡ. 

"Урал аръяғы-2021" инвестиция форумындағы майҙансыҡтарҙың береһе туризмға арналасаҡ. Республикабыҙҙың тәбиғәте бик матур, шуға ла бында килгән кеше мотлаҡ тағы бер тапҡыр килеп ураясаҡ. Бындағы Асылыкүл, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Стәрлетамаҡ шиханы, Мораҙым тарлауығы, Нөгөш һыу һаҡлағысы һәм, әлбиттә, Сибайҙағы карьер үҙе ни тора! Әйткәндәй, был һаналып үткәндәрҙең аҙы ғына. 

"Рюкзам менән" туристик проекты - төп проекттарҙың береһе. Был, айырыуса, һәр төрлө туристик фирмаларҙан, ҡыйбат хаҡлы юлламаларҙан ялыҡҡан кешеләрҙең "һыуһынын ҡандырмаҡсы". 

"Рюкзак менән" проектының маҡсаты - блогерҙар, фекер алышыу лидерҙары һәм социаль селтәрҙәрҙәге ресурстарҙы йәлеп итеп, Рәсәй һәм донъя буйынса әүҙем туризмды үҫтереү. Сараны үткәреүҙең өс төп форматы бар: блогерҙар менән даими походтар, төбәктәрҙә үткәрелгән конференциялар һәм йыл һайын үткәрелгән федераль фестиваль (ул яңыраҡ Мәскәүҙә үтте).

"Рюкзак менән" инициативалы төркөмө сығыш яһаған майҙансыҡта блогерҙар, социаль селтәрҙәр, фекер алышыу лидерҙары ярҙамында төбәктең туристик брендын төҙөү һәм үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләйәсәк. 

Билдәле блогер Рәйес Ғәбитов Башҡортостанға саҡырып торған өс һыҙатты билдәләне: 

"Башҡортостандың 3 төп туристик өҫтөнлөгө бар. Беренсеһе Евразия йөрәгенда урынлашҡан, бында Мәскәүҙән ике сәғәттә самолет менән осоп килергә була. Икенсеһе - бында бер үк ваҡытта бер нисә туризм төрөн билдәдәп китергә була. Мәҫәлән, йылғала ағып төшөргә, Урал тауҙарына күтәрелергә, шифаханала һаулығыңды нығытырға, көс алырға, шулай уҡ тау саңғыһында шыуырға һәм аттарҙа йөрөргә мөмкин. Өсөнсөһө – башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы. Бында килгән ҡунаҡтарҙы мотлаҡ ҡымыҙ һәм легендар башҡорт балы менән һыйлаясаҡтар», - тине блогер.

Форум Роспотребнадзор талаптарына ярашлы уҙғарыла. 72 сәғәткә тиклем үткәрелгән ПЦР-тесты кәрәк була. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: