Өфөләге бәйгегә барлығы 1800 конкурсант киләсәк, уларҙың 600-е - юниорҙар. Эксперттар берләшмәһе 2000-гә яҡын кешене тәҡдим итә. Чемпионатта Рәсәйҙең 76 төбәгенән командалар ҡатнашасаҡ. Башҡортостан Республикаһы йыйылмаһында 498 кеше. Уларҙың 280-е конкурсант, 218-е эксперт булып иҫәпләнә. Төбәк 103 компетенция буйынса ярыштарға ғариза биргән.
Теләгән һәр кем үҙен чемпионат партнёры try-a-skill форматында үҙен һынап ҡарай ала. Парк биләмәһендә балалар өсөн айырым зона эшләй башлаясаҡ. Унда тәжрибәле белгестәр төрлө йәштәге уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш бирергә ярҙам итә.
Теләгәндәр "Йәш һөнәрмәндәр паркы" территорияһына 26, 27 һәм 28 августа бушлай инеп ҡарай ала.
"Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалы - ул 16-25 йәштәрҙәге урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттары һәм WorldSkills Russia Juniors йүнәлеше вәкилдәре (16 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары) араһындағы WorldSkills стандарттары буйынса Рәсәйҙә иң масштаблы һөнәри оҫталыҡ ярыштары.
#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа