Йыл һайын федераль, төбәк һәм ҡала күләмендәге үткәрелгән күп халыҡты йыйған сараларҙа Рәсәй территорияһы буйынса һауаға миллионлаған һауа һәм гель тултырылған шарҙар осорола. Шар, билдәле булыуынса, латекстан тора, ә ул йылдар буйына серемәй ята. Уның тәбиғәткә килтергән зыяны тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бынан тыш күп кенә хайуандар уны ашап, ә ҡоштар шар бәйләнгән епкә сырмалып һәләк була.