Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Февраль 2021, 21:23

Тештәрҙе мәктәптә лә дауалайҙар

Ҡаланың 2-се мәктәбе уҡыусыларының һөйөнөсө ҙур. Бында "Ҡанатлан!" милли проекты буйынса стоматология кабинеты эшләй башланы. Балаларҙы йәш табип-стоматолог Илшат Шәрәфетдинов ҡабул итәсәк.


Ҡаланың 2-се мәктәбе уҡыусыларының һөйөнөсө ҙур. Бында "Ҡанатлан!" милли проекты буйынса стоматология кабинеты эшләй башланы. Балаларҙы йәш табип-стоматолог Илшат Шәрәфетдинов ҡабул итәсәк.
Стоматология кабинетын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев, үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева һ.б. ҡатнашты. Фәнис Ғәбдрәшит улы барыһын да шатлыҡлы ваҡиға уңайынан тәбрикләп: "Проект Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән ғәмәлгә ашырылды. Былтыр март айында ошондай уҡ стоматология кабинеты ҡаланың 4-се лицейында асылғайны. Киләсәктә уны Темәс мәктәбендә лә асыу күҙаллана", - тине.
Әлиә Ғиззәт ҡыҙы: "Хәҙер уҡыусылар сиратта тормай, мәктәптән сыҡмай ғына тештәрен дауалау мөмкинлегенә эйә. Элегерәк был турала хыяллана ғына торғайныҡ.
Һәммәгеҙгә лә һаулыҡ теләйем", - тине.
Заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған был кабинетта ҡаланың башҡа мәктәптәрендә уҡыған балаларға ла консультация бирелә.
Читайте нас: