Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Сәйәсәт
31 Декабря 2020, 21:00
Һайлауҙар ойошҡанлы уҙасаҡ
Мәғариф бүлегенең ултырыштар залында 9 сентябрҙә уҙасаҡ алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауға әҙерлек барышы ҡаралды һәм алға аныҡ маҡсаттар ҡуйылды. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов алып барҙы.
Баймаҡ районы буйынса территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Шәрәфетдин Моталлапов сығыш яһаны һәм һайлауға әҙерлек барышы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Бөгөн бөтә һайлау участкаларында ла әҙерлек эштәре тамамланыуға табан бара.
Районда 80 һайлау участкаһы булдырылған, шуларҙың 8-е Баймаҡта урынлашҡан. Улар техник кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. 4 һайлау участкаһында (ҡаланың 2-се һәм 4-се мәктәптәрендә, Темәстә - ике) һайлау бюллетендәрен эшкәртеүсе комплекстар ҡуйыласаҡ. Операторҙар уҡыу үткән.
БР-ҙың Үҙәк һайлау комиссияһының система администраторы Руслан Ҡаһарманов һайлаусылар исемлегенә ҡағылышлы талаптар менән таныштырҙы. Райондың территориаль һайлау комиссияһы секретары Динә Ҡужабаева “Мобиль һайлаусы” системаһы, ә бухгалтер Гөлсимә Рәхмәтуллина һайлау кампанияһын финанслау мәсьәләһе буйынса мәғлүмәт бирҙе. Кәңәшмәлә артабан район элемтә үҙәге начальнигы Айрат Ҡадыров, район электр селтәре начальнигы Фәнил Туйсин, дәүләт янғын хәүефен күҙәтеү бүлеге инспекторы Илдар Хәмитов сығыш яһаны.
Илшат Ситдыҡов кәңәшмәгә йомғаҡ яһап: “Алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау – мөһим сәйәси сара, – тине. – Шунлыҡтан һайлау кампанияһы барлыҡ ҡануниәттәргә яраҡлы үтергә тейеш. Был бурысты һайлауҙы ойоштороусылар, уға яуаплылар, участка һайлау комиссиялары уңышлы атҡарып сығыр, тип ышанам”.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"