Капиталдың күләме – 629 мең 2021 йылдың 1 ғинуарынан әсәлек капиталы тағы ла 23 мең һумға артып, 629 мең һум да 432 һум тәшкил итәсәк. Тәүге бала тыуған өсөн түләү 484 мең һум буласаҡ. Был хаҡта сентябрҙә РФ Президенты В.Путин белдерҙе. Киләһе йыл башынан эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы 6,3 процентҡа күтәрелә һәм ул 17 мең 432 һум буласаҡ. Социаль пенсия иһә 2,6 процентҡа арта. 1 ғинуарҙан Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн түләү арта һәм 1 балаға ул 1749 һум тәшкил итәсәк. Быйыл ул 1677 һум булғайны. Әйткәндәй, 1 бала өсөн компенсация – 20, 2 бала өсөн – 50 һәм унан күберәк бала өсөн 70 процент тәшкил итә. Билбауыңды нығыраҡ быу... Хаҡтарҙың йыл башында ғына түгел, йылына әллә нисә тапҡыр артыуына ил халҡы күнегеп тә бөттө инде. Нисек кенә ауыр булмаһын, был хәл киләһе йылда ла дауам итәсәк. Рәсәй эксперттары билдәләүенсә, 2021 йылда аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың күтәрелеүе дауам итәсәк. Һөт продукцияһына – 10-15, шәкәр, он, көнбағыш майы һәм икмәккә 20 процентҡа артыуы күҙаллана. Мал һәм ҡош-ҡортҡа аҙыҡ һатып алыу ҡиммәтерәккә төшәсәк. Эсеүҙе лә, тартыуҙы ла ташлайбыҙ Алкоголгә хаҡтарҙың 3-6 процентҡа артыуы көтөлә. Араҡы киләһе йылдан 5,65 процентҡа күтәрелеп, 243 һум тәшкил итәсәк. Шарап менән коньяк хаҡы ла арта. Тәмәке иһә кеҫәгә тағы ла нығыраҡ “һуғасаҡ” - уның хаҡы 17 процентҡа күтәрелә. Автомобилселәргә ҡарата йылына әллә күпме үҙгәрештәр индерелеп тора. Киләһе йылдан, атап әйткәндә, апрель айынан водитель таныҡлығы алыу ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Имтихан ваҡытында хәҙер төп иғтибар практик өлөшкә, йәғни водителдең автомобилде нисек йөрөтөүенә, һынауҙарҙы нисек үтеүенә йүнәлтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта автомобилдә әҙер аптечканың булыуы мәжбүри түгел, йәғни быны һәр кем үҙе комплектлап һала ала. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо менән бәләкәй үлсәмдәге бинттар, стериль бинттар, бактерицид пластырҙәр урынына хәҙер стериль салфеткалар һәм битлектәр ҙә етә. 2021 йыл башынан элемтәгә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә лә түләү арта – 3-5 процентҡа. Һунарсылар өсөн яңы ҡағиҙәләр Рәсәйҙә һунар итеүҙең яңы ҡағиҙәләре индерелә. Уға ярашлы, төрлө ҡош-ҡорт, хайуанды аулау ваҡыты оҙайтыла. Әйтәйек, мәҫәлән, айыуҙы 1 августан 30 ноябргә тиклем ауларға рөхсәт ителһә, яңы тәртип буйынса һунар миҙгеле 31 декабргә ҡәҙәр дауам итәсәк. Мышы, илек, боланды 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем ауларға мөмкин булһа, яңы йылдан инде – 10 ғинуарға хәтлем. Ҡыр өйрәктәренә иһә 1 марттан 16 июнгә тиклем һунар итергә мөмкин.