Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
31 Октябрь 2020, 07:47

Дуҫлыҡта – бәрәкәт

30 октябрь көнө Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһының 4-се съезы булды. Быйыл ул тәүге тапҡыр онлайн форматта үтте.

30 октябрь көнө Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһының 4-се съезы булды. Быйыл ул тәүге тапҡыр онлайн форматта үтте. Районыбыҙҙан делегат булып ҡатнашыу минең өлөшөмә лә төштө. Шулай уҡ делегаттар составында «Граф күле» лагерының директоры, райондың ир-егеттәр ҡоро рәйесе Илгиз Йәнбирҙин, «Темәс» баашҡорт тарих һәм мәҙәниәт үҙәге рәйесе Айҙар Мәжитов, райондың ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Гүзәл Монасипова, Юлыҡ ауылы китапханасыһы Дилбәр Маннапова ҡатнашты.
Ассамблеяның 20 йыллыҡ тарихы бар. Был ваҡыт эсендә республикабыҙҙа һәм унан ситтә теркәлгән милли учреждениелар менән бәйләнештәр нығытылды, дуҫлыҡ күперҙәре һалынды, 50-ләп яңы ойошмалар асылды. Улар араһында иң ҙуры булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан урыҫтары соборы, татар төбәк милли-мәҙәни автономияһы, БР фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы, сыуаш милли-мәҙәни ойошмаһы һ.б. һанала.
Ә бына Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының 4-се съезының тап халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан уҙғарылыуы үҙе үк символик мәғәнәгә эйә ине. Республикабыҙҙа һәр төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһынан вәкилдәр һайлап, милли кейемдәрҙә бер урынға йыйһаң, матур бер гөлләмә кеүек булыр ине. Сара башында күрһәтелгән концертты экрандан ҡараған саҡта быға йәнә бер тапҡыр инандым. Унан ҡатнашыусыларҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләп, уңыштар теләне.
Пандемия менән бәйле Ассамблеяның съезында фекер алышыу дистанцион үткәрелде. Доклад менән сығыш яһағандарҙың һәр ҡайһыһы милләт өсөн мөһим булған тел мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. Шулай уҡ тарихты һаҡлап ҡалыу, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ҡомартҡыларҙы быуындан-быуынға тапшырыу өсөн башҡарылған эштәре тураһында бәйән иттеләр, теләктәрен еткерҙеләр. Шулай ҙа ниндәй генә эштәр башҡарылыуына, тәҡдимдәр индерелеүенә ҡарамаҫтан, милләттәр араһындағы дуҫлыҡтың төп шарт булыуына баҫым яһалды.
Унан ассамблеяның яңы Уставы ҡабул ителде. Съезда ҡатнашыусылар ойошманың рәйесен һайланы. Был вазифаны киләһе биш йылда ла әлегә тиклем рәйес булып эшләгән Зөһрә Рәхмәтуллина башҡарасаҡ.

Эльмира Кейекҡужина.

Читайте нас: