Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Июль 2020, 14:46

Баймаҡтар был юлы ла әүҙемлек күрһәтте

Мәғлүм булыуынса, 1 июлдә рәсәй конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса дөйөм тауыш биреү көнө үтте.Был мөһим сарала баймаҡтар һәр ваҡыттағыса әүҙем ҡатнашты. Баймаҡ лицей-интернатында урынлашҡан 1000-се һайлау участкаһында Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса дөйөм тауыш биреү көнө ойошҡанлы үтте, электораттың 92 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.Әйтергә кәрәк, Иҙел Әбүбәкиров етәкләгән комиссия ағзалары һәр сәйәси кампанияны ойошҡанлы атҡарыу өсөн күп көс һала. Был һайлау участкаһында1280 һайлаусы иҫәпләнә. Шуларҙың 61 проценты алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. Оло йәштәге 302 кеше өсөн өйҙә һайлау ойошторолған. Һайлау участкаһында тауыш биреү көнөндә бөтә хәүефһеҙлек саралары күҙәтелде, барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылды. Сәйәси кампания тыныс шарттарҙа үтте.Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы һайлауҙарҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәмәй ҡалмай. Был юлы ла шулай булды. 1034-се Түбәнге Иҙрис һайлау участкаһында 299 һайлаусының күбеһе алдан уҡ үҙенең тауышын биргәйне ине. Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө лә бик йәнле үтте. Һайлау участкаһы башҡорт музейы итеп биҙәлгән, унда халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреш әйберҙәре, башҡа ҡомартҡылар урын алған ине. Иртә менән ҙур йәрминкә ойошторолоп, унда ауыл халҡы шәхси хужалыҡтарында етештерелгән продукцияһын алып сыҡҡан.10 йәш йөрәк тәүге тапҡыр тауыш биреүҙә ҡатнашты. Уларға комиссия рәйесе Таһир Бурһыҡбаев тантаналы шарттарҙа бүләктәр (уларҙы район вәкиле Р.Р. Яҡшыбаев әҙерләгән) тапшырҙы. 60 йәштән үткәндәр өсөн өйҙә һайлау ойошторолдо. Әйткәндәй, 163 кеше алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. Дөйөм алғанда, бында электораттың 91 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.Урғаҙа ауылындағы мәктәптә урынлашҡан 1065-се һайлау участкаһы иң ҙурҙарҙан һанала – бында барлығы 1444 һайлаусы иҫәпләнә. Шуның өсөн һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреүгә күп көс һалырға тура килә. Әйтергә кәрәк, Фәйзи Рәхмәтуллин етәкләгән Йылайыр ауыл биләмәһендә был яуаплы сараны тейешле кимәлдә ҡаршы алып, уны ойошҡанлы үткәрҙеләр. Атап үтелгән һайлау участкаһында 890 кеше алдан үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгәйне, ә оло йәштәге 182 кеше өсөн өйҙә тауыш биреү ойошторолдо. 12 йәш кеше иһә үҙғүмерендә тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашты. Уларға ауыл биләмәһе бүләктәр әҙерләгәйне.1072-се һайлау участкаһында (Ишмөхәмәт ауылы) тауыш биреү көнөнә эш алдан башланды. Тәү сиратта, һайлаусыларҙың исемлеге тикшерелде, ситтә йәшәп тә, ауылда теркәлеүселәр асыҡланды. Кешеләрҙең уңайлылығы өсөн өйҙә тауыш биреү ойошторолдо. Бигерәк тә 65 йәште үткән өлкәндәр иғтибарға алынды. Участка һайлау комиссияһы ағзалары уларҙың һәр береһенең йортона йөрөп сыҡты. Шуға күрә 1 июлгә Ишмөхәмәт ауылы халҡының күпселеге алдан тауыш биреп өлгөргән ине. Байрам төҫө алған мәктәптә кешеләр өсөн тәмле сәй табыны ойошторолдо. Почта мөдире Рәмзиә Йәрмөхәтова, почтальон Рәйлә Мансурова, ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, гәзит-журналдарға яҙҙырҙы. Ишмөхәмәт ауылында тауыш биреү көнө дәррәү, берҙәм һәм күтәренке кәйефтә үтте.Азамат МӨХӘМӘТШИН,Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Мәғлүм булыуынса, 1 июлдә рәсәй конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса дөйөм тауыш биреү көнө үтте.
Был мөһим сарала баймаҡтар һәр ваҡыттағыса әүҙем ҡатнашты. Баймаҡ лицей-интернатында урынлашҡан 1000-се һайлау участкаһында Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса дөйөм тауыш биреү көнө ойошҡанлы үтте, электораттың 92 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.
Әйтергә кәрәк, Иҙел Әбүбәкиров етәкләгән комиссия ағзалары һәр сәйәси кампанияны ойошҡанлы атҡарыу өсөн күп көс һала. Был һайлау участкаһында1280 һайлаусы иҫәпләнә. Шуларҙың 61 проценты алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. Оло йәштәге 302 кеше өсөн өйҙә һайлау ойошторолған. Һайлау участкаһында тауыш биреү көнөндә бөтә хәүефһеҙлек саралары күҙәтелде, барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылды. Сәйәси кампания тыныс шарттарҙа үтте.
Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы һайлауҙарҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәмәй ҡалмай. Был юлы ла шулай булды. 1034-се Түбәнге Иҙрис һайлау участкаһында 299 һайлаусының күбеһе алдан уҡ үҙенең тауышын биргәйне ине. Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө лә бик йәнле үтте. Һайлау участкаһы башҡорт музейы итеп биҙәлгән, унда халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреш әйберҙәре, башҡа ҡомартҡылар урын алған ине. Иртә менән ҙур йәрминкә ойошторолоп, унда ауыл халҡы шәхси хужалыҡтарында етештерелгән продукцияһын алып сыҡҡан.
10 йәш йөрәк тәүге тапҡыр тауыш биреүҙә ҡатнашты. Уларға комиссия рәйесе Таһир Бурһыҡбаев тантаналы шарттарҙа бүләктәр (уларҙы район вәкиле Р.Р. Яҡшыбаев әҙерләгән) тапшырҙы. 60 йәштән үткәндәр өсөн өйҙә һайлау ойошторолдо. Әйткәндәй, 163 кеше алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. Дөйөм алғанда, бында электораттың 91 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Урғаҙа ауылындағы мәктәптә урынлашҡан 1065-се һайлау участкаһы иң ҙурҙарҙан һанала – бында барлығы 1444 һайлаусы иҫәпләнә. Шуның өсөн һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреүгә күп көс һалырға тура килә. Әйтергә кәрәк, Фәйзи Рәхмәтуллин етәкләгән Йылайыр ауыл биләмәһендә был яуаплы сараны тейешле кимәлдә ҡаршы алып, уны ойошҡанлы үткәрҙеләр. Атап үтелгән һайлау участкаһында 890 кеше алдан үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгәйне, ә оло йәштәге 182 кеше өсөн өйҙә тауыш биреү ойошторолдо. 12 йәш кеше иһә үҙғүмерендә тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашты. Уларға ауыл биләмәһе бүләктәр әҙерләгәйне.
1072-се һайлау участкаһында (Ишмөхәмәт ауылы) тауыш биреү көнөнә эш алдан башланды. Тәү сиратта, һайлаусыларҙың исемлеге тикшерелде, ситтә йәшәп тә, ауылда теркәлеүселәр асыҡланды. Кешеләрҙең уңайлылығы өсөн өйҙә тауыш биреү ойошторолдо. Бигерәк тә 65 йәште үткән өлкәндәр иғтибарға алынды. Участка һайлау комиссияһы ағзалары уларҙың һәр береһенең йортона йөрөп сыҡты. Шуға күрә 1 июлгә Ишмөхәмәт ауылы халҡының күпселеге алдан тауыш биреп өлгөргән ине. Байрам төҫө алған мәктәптә кешеләр өсөн тәмле сәй табыны ойошторолдо. Почта мөдире Рәмзиә Йәрмөхәтова, почтальон Рәйлә Мансурова, ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, гәзит-журналдарға яҙҙырҙы. Ишмөхәмәт ауылында тауыш биреү көнө дәррәү, берҙәм һәм күтәренке кәйефтә үтте.
Азамат МӨХӘМӘТШИН,
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Читайте нас: