Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы һәр сәйәси кампанияла ла әүҙем ҡатнаша. Был юлы ла шулай. Таһир Бурһыҡбаев етәкселегендәге Түбәнге Иҙрис һайлау участкаһында айырыуса йәнлелек хөкөм һөрә. Һайлау участкаһы Башҡорт музейы итеп биҙәлгән, унда халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреш әйберҙәре, башҡа ҡомартҡылар урын алған. Бөгөн иртә менән ҙур йәрминкә ойошторолоп, унда ауыл халҡы шәхси хужалыҡтарында етештерелгән продукцияһын алып сыҡҡан.