Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Март 2020, 22:47

Гөлнур Ҡолһарина: Рәсәй көсө мәҙәни үҫештә, рухи ҡиммәттәрҙә сағыла

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаты, БР ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина этнолингвистика өлкәһендә төрлө эҙләнеүҙәр алып барған белгес булараҡ, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереүҙе төрлө милләттәрҙең мәҙәниәтен, телен һаҡлап ҡалыуҙа күрә.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаты, БР ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина этнолингвистика өлкәһендә төрлө эҙләнеүҙәр алып барған белгес булараҡ, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереүҙе төрлө милләттәрҙең мәҙәниәтен, телен һаҡлап ҡалыуҙа күрә. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы әйтеүенсә, Конституцияның яңы редакцияһында айырып, республикаларҙың үҙ телен дәүләт теле булараҡ билдәләү хоҡуғы бар, тип билдәләп ҡуйылған. Һәм туған тел рус теле менән бер рәттән ҡулланыла, тиелгән.
Депутат һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлауға, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға ҡоролған проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өҫтөндә эшләй. Яңы Конституцияла ла ғаилә институты, йәғни ир һәм ҡатын мөнәсәбәте, ғаиләлә баланың роле дәүләт өсөн төп приоритеттарының береһе булыуы айырым һыҙыҡ өҫтөнә алынған.
"Дәүләт балаларҙы төрлө яҡлап - интеллектуаль һәм физик яҡтан үҫтереү, патриотик һәм гражданлыҡ рухында, ололарға иғтибарлы һәм ихтирамлы итеп тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙыра. Ғаиләләге тәрбиәгә өҫтөнлөк бирә, ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә ала. Ғаилә - дәүләттең ныҡлы нигеҙе, ә балалар һәм йәштәр илдең стратегик ресурсы", тине Гөлнур Ҡолһарина "Уфимские нивы" гәзитенә биргән интервьюһында.
Читайте нас: