Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Сәйәсәт
13 Февраля 2020, 08:07
Ҡыҙҙы киноға алып барам, тип аҡсаһыҙ ҡалма!
Танышыу сайтында егеттәр ҡыҙҙарҙы киноға саҡыра. Бәлки, киреһенсәлер? "Киноға саҡыр, шунда танышырбыҙ. Бына һиңә һылтанма! Билет һатып ала тор!" Таныш һүҙҙәрме? Тимәк һин ҡапҡанға эләккәнһең.
"Касперский лабораторияһы" баҫтырып сығарған мәғлүмәттәргә ҡарағанда мутлашыусылар танышыу сайты аша ҡулланыусыларҙың аҡсаларын урлайҙар.
Башта мутлашыусылар ялған танышыу сайтын аса. Унан үҙҙәрен партнер менән танышырға теләүсе ҡыҙ, тип танытып, кинотеатрға барып килергә тәҡдим итәләр. Унан мутлашыусылар сеансҡа урын ҡалдырыу өсөн урын броньларға һылтанма ташлайҙар. Ҡулланыусының билет өсөн, тип күсергән аҡсаһы мутлашыусыларҙың иҫәбенә күсә.
Танышыу өсөн ялған сайттар әленән-әле барлыҡҡа килеп кенә тора. Был ҡулланыусыларҙың шәхси базаһына инеү өсөн эшләнелә. Әле мобиль гаджеттар өсөн эшкәртелгән махсус зыян килтереүсе 1963 файл асыҡланған. Уларҙың 1262-һе Tinder, ә 263-ө — Badoo, тип атала.
"Касперский лабораторияһы"нда Tinder-ҙың нисек итеп ҡулланма рәүешендә (приложение) күренеүен миҫалға килтергәндәр. Ысынында ул ҡурҡыныс вирус. Ул үҙ аллы һеҙҙең иҫәпкә үтеп инеп, аҡсаларығыҙҙы урлай ала.
Һаҡ булығыҙ!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"