Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Декабрь 2019, 11:15

Автомобиль хыял ғына булып ҡалырмы?

Эксперттар билдәләүенсә, сит илдә сығарылған автомобилдәргә – 120-150 меңгә, үҙебеҙҙә етештерелгәндәренә (күп сит ил автомобилдәренең Рәсәйҙә сығарылғанын да онотмайыҡ) 10-15 мең һумға артасаҡ.

Беҙҙең илдә автомобилдең бер ҡасан да арзан булғаны юҡ һәм булмаҫ та. РФ Хөкүмәте илдең автомобиль сәнәғәтенә миллиардлап аҡса бүлһә лә, йүнле һәм арзан машина сығарғандары юҡ әлегә. Етмәһә, уларға хаҡтар тотороҡло артып тик бара. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан да автомобилдәргә хаҡ байтаҡҡа күтәрелә. Эксперттар билдәләүенсә, сит илдә сығарылған автомобилдәргә – 120-150 меңгә, үҙебеҙҙә етештерелгәндәренә (күп сит ил автомобилдәренең Рәсәйҙә сығарылғанын да онотмайыҡ) 10-15 мең һумға артасаҡ.

Шул уҡ ваҡытта бензин да ҡиммәтләнә – уның 3-6 процентҡа артыуы күҙаллана. Хәйер, быныһына ла күптән инде өйрәнеп бөткәнбеҙ – ҡайһы берҙә ай һайын түгел, хатта аҙна һайын күтәрелә.

Автомобилселәрҙе борсоуға һалған яңылыҡтар бының менән генә тамамланмай әле. 2020 йылдан ОСАГО полисы ла ҡыйбатлана – уның хаҡы 12 мең һумдан артып китеүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер өлкәлә штрафтар ҙа арта. Мәҫәлән, киләһе йылдан шул уҡ ОСАГО полисың булмаған өсөн штрафты ЮХХДИ хеҙмәткәре генә түгел, хатта юл камераһы ла “сәпәй” ала. Юлдарҙа номерһыҙ йөрөү ҡәтғи тыйыласаҡ –бының өсөн 5 мең һум штраф ҡаралған. “Право”нан да ҡолаҡ ҡағыуың ихтимал. Шуның өсөн машина һатып алғанда номерҙы ла автосалонда уҡ биреп сығарырға тейештәр.

Газель кеүек йөк һәм пассажир транспортын, шулай таксиҙы ла төнгөлөккә торлаҡ йорттар ихатаһында ҡалдырған өсөн дә хәҙер штраф түләйәсәктәр – 1-5 мең һум.

Ә бына юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса страховка түләүе 4 тапҡырға арта. Быға ҡәҙәр был сумма 500 мең һум тәшкил итһә, киләһе йылдан 2 млн һум буласаҡ.

Ғөмүмән, хәлдәр ошолай дауам итһә, киләсәктә автомобиль һатып алыу йәки машинала йөрөү хыял ғына булып ҡалыр микән?..

Читайте нас: