Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Декабрь 2019, 14:20

Ордендарға кем лайыҡлы булыр?

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республикала яңы булдырылған ордендарҙы һәм маҡтаулы исемдәрҙе раҫлау тураһында ҡарар ҡабул итәсәктәре хаҡында белдерә. Ниндәй яңы маҡтаулы исемдәр барлыҡҡа килер? Ошо хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республикала яңы булдырылған ордендарҙы һәм маҡтаулы исемдәрҙе раҫлау тураһында ҡарар ҡабул итәсәктәре хаҡында белдерә.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал Шайморатов ордены көс структуралары вәкилдәренә һәм ҡотҡарыусыларға, шулай уҡ йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, кешеләрҙе ҡотҡарғанда батырлыҡ күрһәткәндәргә тапшырыласаҡ. Дәүләт, йәмәғәт һәм хәйриә эшмәкәрлегендә лайыҡлы, тип табылғандар Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнәсәк. "Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы", "Башҡортостандың атҡаҙанған эшҡыуары", "Башҡортостандың атҡаҙанған IP-индустрия хеҙмәткәре" исемдәре лә барлыҡҡа киләсәк. Тағы ла шуныһы - "Башҡортостандың атҡаҙанған нефетсеһе" тигән маҡтаулы исем бынан ары "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре" тип атап йөрөтәсәк.

Читайте нас: