Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Декабрь 2019, 16:10

Етәксе менән саф һауала

Йәштәр эше буйынса комитет иғлан иткән “Етәксе менән саф һауала йөрөү” акцияһы дауам итә. Ошо көндәрҙә унда ҡала биләмәһе башлығы урынбаҫары Салауат Ярҡынбаев һәм “УКЖФБ” ЯСЙ-һы етәксеһе Рәмил Байбулатов менән ҡала урамдары буйлап үттек. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Йәштәр эше буйынса комитет иғлан иткән “Етәксе менән саф һауала йөрөү” акцияһы дауам итә. Ошо көндәрҙә унда ҡала биләмәһе башлығы урынбаҫары Салауат Ярҡынбаев һәм “УКЖФБ” ЯСЙ-һы етәксеһе Рәмил Байбулатов менән ҡала урамдары буйлап үттек.

Сара халыҡ ижады үҙәгенән башланды. Халыҡтың теләге буйынса, беҙ ҡаланың проблемалы тип һаналған урындары буйлап үттек. Мәғлүм булыуынса, урында “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы уңышлы эшләй. Берҙәм тауыш биреү көнөндә киләһе йылда беренсе сиратта төҙөкләндерелергә тейешле объект исемлеген төҙөү буйынса референдум уҙҙы. Һөҙөмтәлә 3-сө мәктәп биләмәһендә лә ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Шулай уҡ “Башҡорт ихатаһы” республикаһы программаһы буйынса ла Баймаҡта ҙур эштәр башҡарылды. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар уның һөҙөмтәһенә ихлас ҡыуанды һәм теләктәрен дә белдерҙе.

Ә шулай ҙа борсоған проблемалар ҙа юҡ түгел. Ҡаланы йәшелләндереү мәсьәләһе айырым ҡаралды. Был йәһәттән яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем эш алып барыла. “Йәшел Башҡортостан”, “Йәшә, урман!” кеүек акцияларҙа ҡала халҡы, хеҙмәт коллективтары әүҙем ҡатнаша. Былтыр ғына ла районда 22522 төп ағас ултыртылған. Киләһе йылда ла был тәңгәлдә эштәр дауам итәсәк.

Урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе айырым иғтибар талап итә. Ҡайһы бер урамдарҙа ҡараңғылыҡ хөкөм һөрә. Күп кенә һорауҙарға шунда уҡ яуап бирелһә, артабанғы өйрәнеүҙе талап ителгәндәре яҙып алынды.

Читайте нас: