Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Декабрь 2019, 12:00

Беҙ нисәү?

Рәсәй империяһы осоронда беренсе тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу 1897 йылда ойошторола. Ул XIX быуаттың Рәсәй халҡы, һаны, милләте тураһында мәғлүмәт биргән берҙән-бер сығанаҡ булып тора. Советтар Союзы осоронда тәүге сара Граждандар һуғышы һәм ауыл хужалығы тураһындағы 1920 йылда үтә. 1923 йылда ул ҡала һәм ҡасабаларҙа ойошторола. Бер үк ваҡытта сауҙа һәм сәнәғәт предприятиелары иҫәпкә алына. Бары тик 1926 йылда уҙған сара Бөтә Союз халҡын иҫәпләй. Тағы ла ул 1939 йылда ойошторола. Ҡыҫҡаса анализ 1941 йылда донъя күрә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, тулы статистика мәғлүмәте бирелмәй ҡала. Һуғыштан һуңғы беренсе халыҡ иҫәбен алыу 1959 йылда була. Артабан 1970, 1979, 1989 йылдарҙа ойошторола. Беренсе Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2002 йылдың 2 октябрендә уҙа. Ул илдә мөһим социаль реформалар ҡабул итеүгә, демографик хәлде баһалауға мөмкинлек бирә.

Рәсәйҙә Бөтә халыҡ иҫәбен алыу һәр 10 йыл һайын уҙа. Ошо хаҡта махсус бойороҡ ҡабул ителгән. Күп кенә дәүләт программалары тап шул 10 йылға иҫәпләнгән. Киләсәккә йүнәлеште билдәләү өсөн тап уның һөҙөмтәһе мөһим тип ҡарала.

Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тотош илдең һәм айырым тораҡҡа ҡарата демографик, иҡтисади, социаль характерҙағы хәл-торошто баһалау өсөн уҙғарыла. Был осраҡта Рәсәйҙә даими йәшәүселәрҙең дә һәм ваҡытлыса сит илгә сығыусыларҙың да мәғлүмәттәре иҫәпкә алына. 14 йәштәре тулғандар һорауҙарға яуапты үҙҙәре бирә. Ә бәләкәстәр хаҡында ата-әсәләре һөйләй. Был осраҡта бер ниндәй ҙә документ талап ителмәй. Кеше ниндәй мәғлүмәт бирә – шул яҙып алынасаҡ. Шуға күрә кемдер килеп үҙен халыҡ иҫәбен алыусы, тип танытып, документтарығыҙҙы һорай икән, уларҙың таныҡлыҡтарын һорағыҙ.

2020 йылдың 1 октябренән 31 октябренә ҡәҙәр үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында беренсе тапҡыр һанлы теркәү ҡулланыласаҡ. Берҙәм дәүләт хеҙмәте порталы аша инеп унда электрон иҫәп алыу документын тултырырға мөмкин. Шулай уҡ күп функциялы үҙәк аша ла был мөһим сарала ҡатнашырға була. Иҫәп алыусылар ғәҙәттәге ҡағыҙ бланк урынына планшет менән йөрөйәсәк. Тупланған бөтә мәғлүмәттәр ҙә шунда уҡ берҙәм үҙәктә тупланасаҡ. Был иһә мөмкин тиклем тиҙерәк анализ яһау уңайлығын бирә.

Халыҡ иҫәбен алыу – халыҡ иҫәбен алыуҙың берҙән-бер дөрөҫ сығанағы, тип иҫәпләнә. Мәшғүллек, белем кимәле һәм милләттәрҙе һанау мөмкинлеген бирә. Күп һорауҙар бары тик ошондай мөһим сараларҙа ғына өйрәнелә.

Рәсәй империяһы осоронда беренсе тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу 1897 йылда ойошторола. Ул XIX быуаттың Рәсәй халҡы, һаны, милләте тураһында мәғлүмәт биргән берҙән-бер сығанаҡ булып тора. Советтар Союзы осоронда тәүге сара Граждандар һуғышы һәм ауыл хужалығы тураһындағы 1920 йылда үтә. 1923 йылда ул ҡала һәм ҡасабаларҙа ойошторола. Бер үк ваҡытта сауҙа һәм сәнәғәт предприятиелары иҫәпкә алына. Бары тик 1926 йылда уҙған сара Бөтә Союз халҡын иҫәпләй. Тағы ла ул 1939 йылда ойошторола. Ҡыҫҡаса анализ 1941 йылда донъя күрә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, тулы статистика мәғлүмәте бирелмәй ҡала. Һуғыштан һуңғы беренсе халыҡ иҫәбен алыу 1959 йылда була. Артабан 1970, 1979, 1989 йылдарҙа ойошторола. Беренсе Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2002 йылдың 2 октябрендә уҙа. Ул илдә мөһим социаль реформалар ҡабул итеүгә, демографик хәлде баһалауға мөмкинлек бирә.

Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында тупланған бөтә мәғлүмәттәр ҙә сер итеп һаҡлана, сөнки ул аноним рәүештә алына. Статистика һандары менән эшләй. Шунлыҡтан унда айырым кешеләр тураһында мәғлүмәт тупланмай.

2020 йылда уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының эмблемаһы раҫланған. Был мөһим сара беҙҙең Хөкүмәткә кәрәк. Уның һөҙөмтәһендә киләсәккә иҡтисади һәм социаль яҡтан үҫтереүгә бәйле пландар ҡарала.

Бынан тыш ул төбәктәр өсөн дә бик мөһим. Шунан сығып муниципаль берәмектәрҙең бюджеты билдәләнә. Төрлө пособиелар түләнә, социаль проекттар тормошҡа ашырыла.

Эшҡыуарлыҡ өсөн дә бик кәрәк. Алынған мәғлүмәттәр буйынса ул артабан үҫеш аласаҡ. Хеҙмәт һәм ҡулланыусыларҙың потенциалын билдәләү мөмкинлеге бирелә

Халыҡ иҫәбен алыу йәмғиәткә лә кәрәк. Беҙгә ниндәй йүнәлеш алыу кәрәклеген белеү мөһим. Атап әйткәндә ул – бөтәбеҙгә лә кәрәк. Был сарала ҡатнашҡан һәр кем үҙе хаҡында мәғлүмәт бирә. Тимәк ул алдынғы социаль программаларҙа ҡатнаша тигән һүҙ.

Альбина Тимерова,

2020 йылда халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын ойоштороу һәм уҙғарыу буйынса уполномоченный.

Читайте нас: