Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Декабрь 2019, 13:40

Зариф Байғусҡаров: “Эшләнәһе эштәр тағы ла күберәк”

Ошо көндәрҙә районда эш сәфәре менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров булып китте. Саралар планы бик тығыҙ булһа ла халыҡ менән ихлас осрашты, уларҙың тәҡдимдәрен, фекерҙәрен тыңланы.

Ошо көндәрҙә районда эш сәфәре менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров булып китте. Саралар планы бик тығыҙ булһа ла халыҡ менән ихлас осрашты, уларҙың тәҡдимдәрен, фекерҙәрен тыңланы.

З.Байғусҡаров тәүге көндө ярты районды урап сығырға өлгөрҙө. Әхмәр ауылында мал һуйыу цехын асыуҙа ҡатнашты. Артабан уны ишмөхәмәттәр ҡаршы алды. Бында урындағы “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары тарафынан әҙерләнгән матур тамаша ҡараны. Халыҡ менән осрашып, уларҙың тәҡдимдәрен тыңланы. Зариф Зәкир улы Байым ауылы клубының торошо менән дә танышып өлгөрҙө. Әйтергә кәрәк, һайлаусылар уға мәҙәниәт усағының йылытыу системаһын хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүен һорағайны. Мәсьәлә хәл ителгән, бөгөн бинала йылы. Ләкин уға тағы ла ремонт эштәре талап ителә. Был тәңгәлдә төҙөкләндереү саралары дауам итәсәк.

Депутат Темәс ауылында төҙөлөш таштары сығарыу карьерҙарының торошо менән ҡыҙыҡһынды. Мәғлүм булыуынса, уларҙа тәртип булдырыуҙы Зариф Байғусҡаров Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән берлектә үҙ контроллегенә алған. Баймаҡта булған һайын карьерҙарға барып, хәл-ваҡиғаларҙы тикшереп тора. Һуңғы тапҡыр бында йәй айҙарында булып киткәйне. Ул саҡта биргән күрһәтмәләр тулы килеш үтәлмәүенә борсолоу белдерҙе. Әлеге ваҡытта бер нисә карьерҙа рекультивация эштәре тамамланған. Ләкин башҡарылаһы саралар ҙа күп. “Был тәңгәлдә тәртип булдырылғанға ҡәҙәр шөғөлләнәсәкбеҙ”, - тип белдерҙе Зариф Байғусҡаров.

Артабан депутатты мерәҫтәр ҡабул итте. Улар милли колорит менән һуғарылған, бай йөкмәткеле сара күрһәтте. Бында ла халыҡ менән аралашып, уларҙың теләктәрен тыңланы, һорауҙарына яуап бирҙе.

Район хакимиәтенең ултырыштар залында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы ағзалары менән осрашты. Зариф Зәкир улы һайлаусылары араһында башҡарылған эштәре һәм киләсәккә пландары менән таныштырҙы. “Халыҡтың социаль проблемаһын хәл итерҙәй яҡшы закондар ҙа урындарҙа эшләп етмәй. Төрлө яһалма ҡаршылыҡтарҙы юҡҡа сығарыу йүнен күрергә кәрәк”, - тип борсолоуын белдерҙе ул.

Был көндө ул халыҡты ҡабул итеү ойошторҙо. Торлаҡ, күп ҡатлы йорттарға капиталь ремонт эшләү, алимент юллау, Баймаҡта ЮХХДИ-ның теркәү-имтихан төркөмөн ҡайтанан астырыу кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр. Уларҙың күптәре урында уҡ хәл ителде. Ҡайһы берҙәре артабанғы тикшереү талап ителгәнлектән, яҙып алынды.

Киске сәғәттәрҙә депутат “Саптар” халыҡ бейеүҙәре студияһының ҙур концертын ҡараны. Унда бөгөн 3 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге 240 бала шөғөлләнә. Уларҙың уңыштары ла ярайһы ҙур ғына. Бөтә республика һәм Рәсәй кимәлендә ойошторолған конкурс-фестивалдәрҙә призлы урын яулаған бейеүселәребеҙҙең сығышын депутат юғары баһаланы.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһы.

Читайте нас: