Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Ноябрь 2019, 12:55

Йәштәр “Яңы тулҡын”да Таналыҡ йылғаһын таҙартыу проекты иң уңышлыһы итеп билдәләнде

Беҙ төрлө өлкәлә эшләгән, өлгө булырлыҡ, тормошта үҙ урындарын тапҡан кешеләрҙе спикер итеп саҡырҙыҡ. Улар йәштәр менән билдәле бер ваҡыт эсендә эшләне. Һәр сығыш тренингтар, уйындар, ял минуттары менән һуғарылды, шулай уҡ йәштәргә бүләктәр ҙә тапшырылды.

Ошо көндәрҙә район хакимиәтенең эштәре буйынса комитеты ойошторған “Яңы тулҡын-2019” район йәштәр мәғариф форумы үтте. Был сара иң әүҙем, бер фекерле һәм маҡсатлы район йәштәрен үҙенә тупланы.
Белеүебеҙсә, йәштәр өсөн төрлө форумдар әлеге ваҡытта актуаль булып тора. Уның исеме лә юҡтан ғына һайланманы. “Яңы” һүҙе яңылыҡ, яңы идеялар, маҡсаттарға бәйле булһа, “тулҡын” үҙе үк әйтеп тороуынса, туҡтауһыҙ хәрәкәткә барып тоташа. Киләсәктә лә форум ошо исем аҫтында дауам итәсәк.
Һәр сара ҡунаҡтары менән йәмле. Беҙ төрлө өлкәлә эшләгән, өлгө булырлыҡ, тормошта үҙ урындарын тапҡан кешеләрҙе спикер итеп саҡырҙыҡ. Улар йәштәр менән билдәле бер ваҡыт эсендә эшләне. Һәр сығыш тренингтар, уйындар, ял минуттары менән һуғарылды, шулай уҡ йәштәргә бүләктәр ҙә тапшырылды.
Сараның беренсе өлөшөндә маҡсат, уңыш, хыялдар һәм уларға нисек өлгәшеү тураһында әңгәмә ойошторолдо, шулай уҡ эште нимәнән башларға, ҡайһы ваҡыттарҙа туҡтап ҡалмаҫҡа икәнлеге тураһында бәйән ителде. Өфө ҡалаһынан килгән ҡунағыбыҙ Тимур Ғәҙелшин ирекмәндәр хәрәкәте эше буйынса сығыш яһаны һәм кәрәкле мәғлүмәттәр бирә алды.
Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: беҙҙең бөтә башланғыстарыбыҙҙы, бар идеяларыбыҙҙы хуплап, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминевҡа, район башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Гөлшат Камил ҡыҙы Сирғәлинаға ҙур рәхмәтлебеҙ. Терәк-таяныс булып, проекттарҙы тормошҡа ашырырға күп көс һалған етәкселәр булғанда тағы ла сәмләнәһең, ҡанатланаһың. Дөйөм алғанда беҙҙең район йәштәре бик әүҙем, уларҙың үҫешер көсө бар, шуға күрә эшләргә лә эшләргә беҙгә!
Заһит Ғүмәров, йәштәр комитеты директоры.
Читайте нас: