Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Сентябрь 2019, 13:01

Бөтә халыҡ иҫәбен алыу – 2020

Беҙ нисәү?Киләһе йылдың октябрендә Рәсәйҙә сираттағы Бөтә халыҡ иҫәбеҙ алыу кампанияһы үтәсәк.

Был сара Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә даими йәшәүселәрҙең барыһына ла ҡағыласаҡ.

Бөгөн был мөһим сараға әҙерлек эштәре башланды. Районда ҡулдарында БР статистикаһы таныҡлыҡтары булған иҫәп алыусылар йөрөй. Улар күк портфель тотҡан, үҙҙәренең участкаһының картаһы һәм маршрут ҡағыҙҙары бар.

Иҫәп алыусылар йорттарҙың булыу-булмауҙарын, адрестарҙа күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн асыҡлай, һандарҙың тап килеү-килмәүҙәрен тикшерә һәм нисә кеше йәшәүен билдәләй. Алынған барлыҡ мәғлүмәттәр ҙә сер итеп һаҡлана.

Шул уҡ ваҡытта ауыл халҡын уяу булыуға саҡырабыҙ. Үҙҙәрен иҫәп алыусылар тип танытып, мутлашыусыларҙан, уғрыларҙан алданып тороп ҡалмағыҙ. Сит кеше өйөгөҙгә килеп инеү менән уларҙың таныҡлыҡтары менән танышығыҙ.

2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашайыҡ.
Читайте нас: