Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Август 2019, 17:53

Кем күҙәтеүсе була ала?

“Төрлө кимәлдәге һайлауҙа күҙәтеүселәр ҙә эшләй. Уларҙың бурыстары ниндәй һәм һайлауҙа күҙәтеүсе булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Сәбилә Ш.” Һорауға Баймаҡ районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Шәрәфетдин Моталлапов яуап бирә:(һорауға яуапты сайттан уҡығыҙ)

– Һайлауҙа тауыш биреү һәм тауыштарҙы һанау законға ярашлы башҡарылыуын күҙәткән кеше күҙәтеүсе тип атала. Ҡайҙа йәшәүенә һәм теркәлеүенә ҡарамаҫтан, балиғ булған һәр рәсәйле күҙәтеүсе була ала. Һайлау участкаларына күҙәтеүсене һайлауҙа ҡатнашҡан партия йәки кандидат йүнәлтә. Уларҙан тыш, йәмәғәт күҙәтеүе субъекттары – Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәрҙе тәғәйенләй ала.

Һайлау барышын күҙәтергә теләгән кеше алдан ғариза бирергә тейеш, был уҡыу һәм тренингтар үтеү, методик ҡулланмалар алыу өсөн кәрәк. Һайлау көнөндә күҙәтеүселәр тауыш биреү барышын тулыһынса күҙәтергә, закон боҙолһа, уны теркәргә (шул иҫәптән фото һәм видеоға төшөрөү) тейеш. Күҙәтеүселәргә бюллетендәргә ҡағылыу йәки һайлаусыға тауыш биреүҙә ярҙам итеү, хатта улар үҙҙәре һораһа ла, тыйыла. Шулай уҡ улар тауыштарҙы һанай, комиссия эшендә ҡатнаша, һайлаусыларҙы теге йәки был кандидат өсөн тауыш бирергә өгөтләй алмай.

Әгәр комиссия етәкселеге күҙәтеүсенең хоҡуҡтарын боҙа һәм тауыш биреү барышын күҙәтергә мәшәҡәт итә икән, юғарыраҡ торған комиссияға йәки республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында эшләгән 8-800-347-54-54 “ҡыҙыу” телефоны бәйләнеше аша хәбәр итергә мөмкин.

Һайлау көнөндә күҙәтеүсегә һайлау участкаһына ул асылырҙан ярты сәғәт алда (06.30 сәғәттә) килергә, көндө тауыш биреү барышын ҡарап тулыһынса шунда үткәрергә кәрәк. Киске сәғәт 9-ҙа участкалар ябыла һәм иң мөһим этап – тауыштарҙы һанау башлана. Күҙәтеүсе уның барышын ҡарап, тауыштар һаналып бөткәс, һайлау һөҙөмтәләре протоколының дөрөҫ итеп раҫланған күсермәһен алырға тейеш. Һуңынан күҙәтеүсе рәсми баҫылған һайлау һөҙөмтәләре менән протоколдағы мәғлүмәтте сағыштыра ала.

Шуныһын да билдәләргә кәрәк, күҙәтеүсе – ул волонтер, эше өсөн уға бер ниндәй ҙә хаҡ түләнмәй.
Читайте нас: