Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Август 2019, 10:00

Төҙөлөш күберәк булһын

Район-ҡалала төҙөлөш эштәре нисек бара? Ниндәй программалар уңышлы атҡарыла? Беҙҙе тағы ниндәй үҙгәрештәр көтә?. Ошо һ.б. мәсьәләләр тураһында район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Д.Д. Хәлитов менән әңгәмә ҡорҙоҡ. #Һаулыҡ һаҡлау_Мәғариф_Ҡаламөхите; #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

- Динар Дитар улы, санаңды йәй әҙерлә, тиҙәр. Был йәһәттән район-ҡалала эштәр нисек ҡуйылған? Беҙ һыуыҡтарға әҙерме?

- Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек буйынса махсус график төҙөлгән. Уға ярашлы эштәр алып барыла. Барыһы ла ваҡытында тамамланып, һыуыҡтарҙы тейешле әҙерлектә ҡаршы алырбыҙ, тип уйлайым. Әлеге ваҡытта Баймаҡ ҡалаһы урамдарын һыу менән тәьмин итеү буйынса ҙур эштәр алып алып барыла.

- Район-ҡалала эшләп килгән махсус программалар ҙа ярҙамға киләлер?

- Әлбиттә. “Башҡорт ихаталары”, “Ҡала мөхите”, подъездарҙы төҙөкләндереү, күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милкен капиталь ремонтлау программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Күп фатирлы йорттарға килгәндә Әлибаев урамы, 55, Чекмарев урамы, 11, Тыныслыҡ урамы, 13, С. Юлаев проспекты 13 адрестары буйынса эш тамамланған йәки тамамланыу өҫтөндә.

- Тағы бер программа - “Тыуған урамым” тип атала. Уның хаҡында ниҙәр әйтергә була?

- Эйе, был программа 2024 йылға тиклем дауам итәсәк. Уға ярашлы халҡы 1000 кешенән күберәк булған ауылдарҙың үҙәк урам юлдарын ремонтлап, асфальт-бетон юл түшәү планлаштырыла. 2019 йылда был эш Йомаш һәм Беренсе Төркмән ауылдарында ҡаралған.

- Билдәле булыуынса, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ла махсус программа эшләй.

- Һүҙ 2019 – 2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының йәшәү пункттарында урамдарҙы яҡтыртыу программаһы тураһында бара. Уға ярашлы смета документтары әҙерләнде һәм 38 йәшәү пункты буйынса ыңғай яуап алынды. 2019 йылда Һаҡмар, Баймырҙа, Аҡморон, Урғаҙа, Йомаш ауылдарында урамдарҙы яҡтыртыу линияларын капиталь ремонтлау көтә. Баймаҡта бындай эштәр Ниғмәти, Ш.Бабич, Кудимов, Кусимов, М.Кәрим, Миңнеғолов, Урал тыҡрығы, Рафиҡов, Йәйғор, Ҡуянтау, С.Ҡудаш, Мерәҫ, М.Гәрәев, Ҡарағайлы, Шоссе, Әлибаев, Дилмөхәмәтов, А.Исҡужин урамдарында көтөлә. Өҫтәмә рәүештә Казанка, Күсей, Түбәнге Таһир ауылдарында ла урамдарҙы яҡтыртыу эштәрен үткәрергә уйлайбыҙ.

- “Көньяҡ” биҫтәһендә яңы мәктәптең ҡалҡып сығыуы ла иҫ киткес ҡыуаныслы күренеш.

- Эйе, бында 240 урынлыҡ мәктәп һәм 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы буласаҡ. Иғтибар итһәгеҙ, төҙөлөш ҡыҙыу темп менән бара. Генераль подрядсы уны яңы уҡыу йылы башына сафҡа индерергә тейеш. Иң ауыр һәм ҡатмарлы төҙөлөш эштәре артта инде, әҙерлек кимәле юғары. Шуға күрә барыбыҙ ҙа яңы уҡыу йортоноң асыласағын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Билдәләп китергә кәрәктер – төҙөү -монтаж эштәре 191,629 миллион һум, ҡоролмалар өсөн 28 миллион һумды тәшкил итә.

- Яңы фельдшер-акушер пункттарын төҙөү мәсьәләһенә килгәндә?

- Республика адреслы инвестиция программаһына (РАИП) ярашлы, Ярат һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарында фельдшер-акушер пункттары төҙөләсәк.

- Динар Дитар улы, төҙөлөш эштәре бик ҡатмарлы һәм яуаплы эш. Ниҙер төҙөүгә тотонор алдынан байтаҡ проект эштәрен әҙерләргә кәрәк. Был да ваҡыт һәм аҡса талап итә. Хәҙерге ваҡытта ниндәй объекттар проектлана?

- Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Баймаҡ ҡалаһындағы эш сәфәре ваҡытында үҙәк дауахананы ҡарағайны. Шул саҡта балалар поликлиникаһын төҙөү мәсьәләһе күтәрелде. Хәҙерге ваҡытта бер сменала 300 кешене ҡабул итә алырға тейешле поликлиниканың проект-смета документтары әҙерләнә. Ошондай уҡ эш Иҫке Сибайҙа буласаҡ яңы мәктәп буйынса башҡарыла.

Ҡасандыр төҙөлә башлап, төҙөлөш туҡтап ҡалған хөкөм йорто бинаһын өҫтәлмә белем биреү учреждениелары өсөн үҙгәртеп ҡороп, унда “Кванториум”, балалар ижады үҙәге, төрлө түңәрәк-секциялар өсөн бүлмәләр булдырыу ҙа маҡсат итеп ҡуйылды. Хәҙерге ваҡытта бына ошо эштәрҙең дә проект- сметаһы әҙерләнә.

- Һәр нәмәнең үҙ тәртибе, тигәндәй, кеше үҙенә оҡшаған буш ергә барып йорт һала башлай алмайҙыр бит?

-Әлбиттә. Бар ауыл биләмәләре, ҡала буйынса ерҙе файҙаланыу һәм төҙөлөш Ҡағиҙәһе ҡабул ителгән. Бар эштәр уға ярашлы башҡарыла. Йәшәү пункттарын дәүләт кадастр теркәүенә ҡуйыу буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла.

- Динар Дитар улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Тыуған еребеҙҙә яңынан – яңы объекттар ҡалҡып сыҡһын, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тотороҡло эшләһен.


Читайте нас: