Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәхәт
16 Май , 17:10

Өлкәндәр өсөн тур

Районыбыҙҙан 50 турист бер көнлөк  «Яҡтыкүл» турына юлланды. Улар араһында Халыҡ-ара ғаилә көнөндә үҙҙәренә матур ял ойошторорға ҡарар иткән парҙар ҙа булды.

Өлкәндәр өсөн тур
Өлкәндәр өсөн тур

15 майҙа “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты сиктәрендә Баймаҡ районынан өлкән йәштәге 50 турист бер көнлөк  «Яҡтыкүл» турына юлланды. Улар араһында Халыҡ-ара ғаилә көнөндә үҙҙәренә матур ял ойошторорға ҡарар иткән парҙар ҙа булды. Туристар ябыҡ кабинкаларҙа «Яманҡай» тауы түбәһенә күтәрелде һәм тыуған яҡ тәбиғәтенә һоҡланып, онотолмаҫ тәьҫораттар алды. Шулай уҡ «Яҡтыкүл» дауалау-һауыҡтырыу шифаханаһы биләмәһе буйлап экскурсия үткәрелде, унда шифахана хеҙмәткәрҙәре шифахана төҙөлөшө тарихы тураһында һөйләне һәм барлыҡ процедуралар буйынса консультациялар үткәрҙе. Байтаҡ саҡрымдар үтеүгә һәм юлда оҙаҡ ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, туристар сәйәхәттән күңел күтәренкелеге менән ҡайтты: улар юлда төрлө йырҙар йырланы, таҡмаҡтар әйтте, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Өлкәндәр өсөн тур
Өлкәндәр өсөн тур
Өлкәндәр өсөн тур
Өлкәндәр өсөн тур
Өлкәндәр өсөн тур
Өлкәндәр өсөн тур
Өлкәндәр өсөн тур
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: