Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәхәт
29 Февраль , 15:00

Артта - 46 көн һәм 11184 км юл...

- Сит илдәрҙә Башҡортостан тураһында беләләрме? - Булған бөтә ерҙә лә минең ҡайҙан икәнлегемде һораштылар. Ләкин Рәсәйҙе белһәләр ҙә, Башҡортостан тураһында хәбәрҙар булмауы асыҡланды. Бик аҙҙар ғына беҙҙе ишетеп белә булып сыҡты. Ләкин һөйләштең оҡшаш булыуына ғәжәпләнеүселәр табылды. - Мәҫәлән... - Мәҫәлән, Иран менән Әрмәнстан сигендә торғанда таможня хеҙмәткәрҙәренең төрки телдә аралашыуҙарын ишеттем. Ни өсөн ирандарҙың ул телдә һөйләшеүҙәренә аптыраным. Миңә һорау бирә башлағайнылар, уларға башҡортса яуап бирҙем. Улар ҙа миңә ҡарап, аптырап ҡалды. Күп һүҙҙәр оҡшаш. Баҡтиһәң, Ирандың төнъяҡ-көнбайышында әзербайджандар һәм төрөктәр йәшәй икән. Ә беҙҙең һөйләш берешерәк яңғырай. Шуның өсөн дә улар менән үҙ телебеҙҙә ышаныслы һөйләшергә мөмкин. Һандарҙан иһә “ноль”дән башҡа бөтәһенең дә әйтелеше шул уҡ. Таможня хеҙмәткәрҙәре менән апаруҡ аралашып алдыҡ. Беҙҙең Башҡортостан, мәҙәниәтебеҙ тураһында ҡыҙыҡһындылар...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Артта - 46 көн һәм 11184 км юл...

Әбделкәрим ауылы егете Ғәзим Мөхәмәтйәновтың исеме, сәйәхәтсе егет булараҡ, яҡшы таныш. Бөгөн ул Мәскәү ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Үҙенең мотоциклында 11184 километр юл үтеп, 46 көндә Грузия, Төркиә, Әрмәнстан, Иран, Пакстан һәм Һиндостан илдәренә сәйәхәт ҡылған. Күп мажаралар күргән, халыҡ менән осрашып, аралашҡан, уларҙың көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышҡан егетте “Һаҡмар” ҡунағы”на саҡырып, бихисап һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.

- Ғәзим, тәүҙә үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.

- Үҙем Әбделкәрим ауылынан. Урындағы мәктәптең 8-се класын тамамлағас, Баймаҡ лицей-интернатына уҡырға килдем. Һуңынан Мәскәү ҡалаһының политехник университетынды белем алдым, “Инженер-конструктор” бүлеген тамамланым.

- Ә был һөнәр нимәһе менән ҡыҙыҡһындырҙы?

- Бәләкәстән техниканы яраттым. Уларҙың төҙөлөшөн белер өсөн емереп ташлап, кире ҡороп ултырта торғайным. Хатта яңы ғына алынған әйберҙәрҙе лә ҡутарып ташлай инем. Әлбиттә, бының өсөн ата-әсәйем әйтештереп ала торғайны. Башланғыс класта уҡығанда уйынсыҡтарҙы ботарлап ташлап, батарейка, лампочкалар ҡуйып, төрлө әйберҙәр ҡороп ултырта торғайным. Һуңыраҡ ҙурыраҡ техникаға ҡыҙыҡһыныу уянды. Атайыма мотоцикл, автомобиль, тракторҙарҙы ремонтларға ярҙам итә инем. Ошо өлкәлә ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала торғайным. Шул сәбәпле, мәктәпте тамамлағас, йә электроника, йә инженерия өлкәһенә барырға, тигән маҡсат ҡуйҙым һәм хыялымды тормошҡа ашырҙым.

- Әгәр, яңылышмаһам, һеҙ университетта уҡыған саҡта уҡ Рәсәйҙең “Веломоторс” компанияһы менән хеҙмәттәшлек иттегеҙ?

- Эйе. Университеттың партнеры булған “Stels” кампанияһы электр энергияһы менән эшләгән квадроцикл биргән ине. Әйтергә кәрәк, ошо тәңгәлдәге белгестәр араһында уға бәйле ҙур ғына тауыш та булып алды. Диплом эше яҙырға кәрәк булғас, квадроциклды электрлаштырыу буйынса проект өҫтөндә эшләнем. Редуктор, батареяларын үҙем уйлап сығарҙым һәм үҙем үк ҡороп ултырттым. Эш һөҙөмтәмде күреп, ошонда уҡ эштә ҡалырға саҡырҙылар. Ризалаштым. Ошо проект менән етәкселек итәм. Студенттар ҙа минең ҡарамаҡта. Улар менән электр автомобилдәре, квадроциклдар етештереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Төрлө компанияларҙың заказдарын ҡабул итеп, шулар өҫтөндә эшләйбеҙ.

- Ә ни өсөн фәҡәт мотоциклда сәйәхәт итәһегеҙ? Шул уҡ самолетта, поезда ла барып була ине бит?

- Мотоцикл минең иң яратҡан транспорт сараһы.  Малайҙарҙың да бала саҡта иң ҡыҙыҡһындырғаны шул мотоцикл бит инде. Әйткәндәй, атайымдарҙың гаражында бер нисә мотоцикл була торғайны. Эшләгәндәре лә, эшләмәгәндәре лә. Беренсе тапҡыр биш йәшемдә ултырып йөрөп ҡараным. Үҫә килә атайымдың “тимер аты”нда ауыл урамдары буйлап елдерергә ярата инем. Ә хәҙер мотоцикл минең өсөн яҡын дуҫ, иптәш, тип әйтһәм дә хата булмаҫ. Унда елдереү, сәйәхәт итеү, аңлата алмаҫлыҡ бөтөнләй икенсе тәьҫораттар бирә бит ул! Малайҙар мине яҡшы аңлайҙыр, моғайын. Уның менән ауыр урындарға лә еңел үтеп инеп китергә мөмкин. Донъяны бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡабул итәһең. Дөрөҫөн әйткәндә, әгәр ҙә мотоцикл булмаһа, ҡайһы бер ерҙәргә эләгә лә, күрә лә алмаҫ инем. Өҫтәүенә, мотциклды сит илгә сығарыуға документтарын әҙерләү еңелерәк.

- Мотоциклда сәйәхәт итеүгә ҡыҙыҡһыныу ҡасан башланды?

- Мәскәүҙә уҡыған ваҡытта. Уларҙа сәйәхәт итеүселәрҙең юлъяҙмаларын, видеояҙмаларын ҡыҙыҡһынып ҡарап бара инем. Күптәр Рәсәй буйлап ҡына түгел, Европа илдәренә лә сәйәхәт иткән, хатта Австралияға, Африка барып еткәндәр ҙә бар. Шул ваҡытта үҙемә һорау бирҙем - ә ни өсөн шундай мөмкинлекте ҡулланып ҡарамаҫҡа? Һәм быға үҙемде әҙерләй башланым.

- Ә уның өсөн эште нимәнән башланығыҙ?

- Тәүге тәжрибәне үҙебеҙҙең ил буйлап үтеп йөрөп алдым. Бының өсөн үҙ аҡсама алған “Калина” машинамды һатып, әҙерәк аҡса өҫтәп, мотоцикл һатып алырға тура килде. Был ваҡытта мин 5-се курсты тамамлаған инем. Диплом яҡлағандың икенсе көнөнә мотоциклымда Мәскәүҙән Баймаҡҡа остом. Биш көндә ҡайтып еттем. Юлда төрлө ҡалалар аша үтергә тура килде. Ә иң мөһиме - алған кисерештәр, тәьҫораттар иҫ киткес ине! Был минең мотоциклда беренсе сйәхәтем ине. Икенсеһе, эшләй башлағас, йәй айҙары Ҡырымға барҙым. Ун көндә 4500 км юл үттем.

Ә инде сит илгә сәйәхәт итеү өсөн ҡеүәтлерәк мотоцикл һатып алырға кәрәк булды. Уны Мурманск ҡалаһынан барып алдым һәм шунан тыуған ауылыма ҡайттым. Һуңынан Мәскәүгә лә “тимер атым”да барҙым. Дөрөҫ, ундай ҡеүәтле мотоциклдар бик ҡыйбат тора. Шунлыҡтан ҡулланыуҙа булғанын алырға тура килде. Ул яҡынса өс мең километр юл үткән ине. Ә инде сәйәхәттән ҡайтҡанда спидометр һандары 21 меңде күрһәтте. Сит илгә сығарыу өсөн мотоциклдың кәрәкле документтарын алдан хәстәрләп ҡуйҙым.

- Сәйәхәтте алдан планлаштырҙығыҙмы?

- Әлбиттә, шунһыҙ мөмкин түгел. Ҡайҙа барырымды, нисә көн булырымды, ҡыҫҡаһы, сәйәхәттең башынан аҙағына тиклем көндәрҙе һанап ҡуйҙым. Бөгөн сәйәхәттең уңышлы килеп сығыу-сыҡмауы тап ана шул алдан планлаштырыуҙан тора, тип ныҡлы әйтә алам. Мәҫәлән, Грузия, Әрмәнстанға барыу өсөн артыҡ документтар талап ителмәй. Ә инде Иран, Пакстан, Һиндостан кеүек илдәргә иһә ҡағыҙҙарыңдың тәртиптә булыуы мотлаҡ.

- Ә ни өсөн шундай белмәгән-күрмәгән ергә бер үҙегеҙ сығып китергә йөрьәт иттегеҙ? Эргәлә иптәш булһа ышаныслыраҡ булыр ине түгелме?

- Юҡ, яңғыҙың мотоциклда сәйәхәт итеү үҙе бер романтика бит ул! Һин бер кемгә лә яуаплылыҡ алмайһың, шул уҡ ваҡытта һин дә бер кемгә ауырлығыңды һалмайһың. Күҙ алдына баҫтыра алаһығыҙмы: ҡаршы иҫкән ел, иркенлек, бейек тау, диңгеҙ тулҡыны, сихри моң һәм һин үҙең генә мотоциклда елдерәһең... Уны аңлау өсөн үҙеңә шуны кисерергә кәрәк.

- Ата-әсәйегеҙ һеҙҙең был ҡарарға ҡаршы булманымы?

- Улар һәр ваҡытта ла балаһы өсөн хәүефләнә инде. Ләкин минең теләгемә ҡаршы сыҡманылар. Һәр ваҡытта ла улар менән бәйләнештә булдым.  

- Сәйәхәтегеҙ ҡайҙан башланды?

- Ғөмүмән, Азия илдәренә сәйәхәт итеүҙе ике этапҡа бүлдем. Тәүҙә Грузия, Әрмәнстанға барҙым. Планда булмаһа ла Төркиәгә лә үтеп индем. Ҡыҫҡаһы, 16 көндә 4100 км юл үттем. Икенсе этап уҙған йылдың декабрь аҙаҡтарында башланды һәм ул утыҙ көнгә һуҙылды.

- Һуңғы сәйәхәтегеҙҙе ҡайҙан башланығыҙ?

- Әрмәнстандың баш ҡалаһы Еревандан. Мотоциклымды ваҡытлыса шунда ҡалдырған инем. Иран, Пакстан һәм Һиндостан илдәрендә булып ете мең километрҙан ашыу юл үттем.

- Мотоциклығыҙ боҙолоп бәлә һалманымы?

- Бәләкәй ремонт талап ителде. Әммә “тимер атым” минең һынатманы.

- Шул ҡәҙәр илдәрҙе үтеп сығыу өсөн уларҙың телен белеү ҙә кәрәк бит. Нисек аралаштығыҙ?

- Эйе, тел белеү - байлыҡ. Ләкин минең өсөн телдәрҙе белмәү ҡаршылыҡ яһаманы. Ҡайһы бер осраҡта ым менән аңлашырға тура килде. Шулай уҡ телефон аша онлайн-тәржемәсе лә ярҙам итте.

- Сит илдәрҙә Башҡортостан тураһында беләләрме?

- Булған бөтә ерҙә лә минең ҡайҙан икәнлегемде һораштылар. Ләкин Рәсәйҙе белһәләр ҙә, Башҡортостан тураһында хәбәрҙар булмауы асыҡланды. Бик аҙҙар ғына беҙҙе ишетеп белә булып сыҡты. Ләкин һөйләштең оҡшаш булыуына ғәжәпләнеүселәр табылды.

- Мәҫәлән...

- Мәҫәлән, Иран менән Әрмәнстан сигендә торғанда таможня хеҙмәткәрҙәренең төрки телдә аралашыуҙарын ишеттем. Ни өсөн ирандарҙың ул телдә һөйләшеүҙәренә аптыраным. Миңә һорау бирә башлағайнылар, уларға башҡортса яуап бирҙем. Улар ҙа миңә ҡарап, аптырап ҡалды. Күп һүҙҙәр оҡшаш. Баҡтиһәң, Ирандың төнъяҡ-көнбайышында әзербайджандар һәм төрөктәр йәшәй икән. Ә беҙҙең һөйләш берешерәк яңғырай. Шуның өсөн дә улар менән үҙ телебеҙҙә ышаныслы һөйләшергә мөмкин. Һандарҙан иһә “ноль”дән башҡа бөтәһенең дә әйтелеше шул уҡ. Таможня хеҙмәткәрҙәре менән апаруҡ аралашып алдыҡ. Беҙҙең Башҡортостан, мәҙәниәтебеҙ тураһында ҡыҙыҡһындылар.  

- Сәйәхәт ваҡытында иң иҫтә ҡалған мәл нимә булды?

- Әлбиттә, күргәндәндәрҙең бөтәһе лә иҫ киткес яҡшы, тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, Пакистан менән Һиндостанда ҡайһы бер күренештәр минең өсөн көтөлмәгәнерәк булды. Шунлыҡтан, ҡайҙа ғына барһам да һәр нәмәнең бары тик яҡшы яғын ғына күрергә тырыштым. Һәр төйәк үҙенсә матур. Ғорурланып күрһәтерлек нәмәләре күп. Әйтәйек, Грузияның мәғрур ҡаялары һоҡландырҙы. Ҡайһы бер урындарынан китке лә килмәй. Казбек вулканы, Гергетилағы Троицк сиркәүе, халыҡтар дуҫлығы аркаһы, Ананури башняһы һәм башҡалар тураһында сәғәтләп һөйләргә мөмкин.

Ә бына Төркиә бик матур ил. Арығансы диңгеҙҙә йөҙҙөм, туйғансы инжир ашаным. Әрмәнстанда бейек тау башындағы Севан күле, иң бейек тау Арагац, Хор Вирап һәм Гегард монастырҙары һәм башҡалары хәтерҙә ҡалған. Иран төрлө ландшафтлы тәбиғәте һәм урындағы халыҡтың асыҡ күңелле булыуы менән айырылып тора. Фарсы ҡултығына барып еттем, Ардашир һарайын күрҙем. Накше-Рустам археологик биләмәһендә, шулай уҡ боронғо Пасаргады ҡалаһында, Исфахандағы Лотфолла шейхтың мәсетен, Тегеранда Азади башняһын, Абъяни мәҙәни-этнографик үҙәгендә булырға тура килде.

- Пакистандағы бөгөнгө хәл-сыуалыш ваҡытында барырға ҡурҡманығыҙмы?

- Йәшермәйем, бер аҙ ҡурҡыу булды. Ләкин ул илде лә барып күреү теләге көслөрәк ине. Пакистанда иһә эҫе һыуҙың булыуы ла минең өсөн бәхет ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, унда ла ил менән танышыу мөмкинлеге булды. Тауҙар, дюналар, оазистар хәтерҙә ҡалған. Бер яҡтан хәүефле ил, ә икенсенән, унда ҡыҙыҡлы урындар күп ине. Урыны менән мине 50 машинала һәм 7 мотоциклда полицейскийҙар оҙатып йөрөнө. Бынан мин ваҡытында Белуджистан провинцияһынан сығып китеп өлгөрҙөм. Шуның менән миңә бәхет йылмайҙы.

- Ә Һиндостан һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?

- Ғөмүмән, минең сәйәхәтемә тап шул Һиндостан этәргес көс бирҙе лә инде. Был илде күреү, халҡы, мәҙәниәте менән танышыу теләге ҙур ине. Һиндостандың барлыҡ матурлығын күреү өсөн Дели ҡалаһында булыу ҙа етә. Урамда халыҡ шығырым тулы. Ул ҡәҙәр халыҡты Мәскәүҙә байрам осоронда ғына күрергә мөмкин. Тағы ла шуны өҫтәргә кәрәк, бында мин биш килограмға ябыҡтым. Сөнки һиндтарҙың аш-һыуы әсе. Тоҙһоҙ йәки самалы тоҙло ризыҡты табыуы ауыр. Ғөмүмән алып әйткәндә, һиндтар туристарҙы “ҡалын кошелек” тип кенә күрә.

- Ғәзим, сәйәхәт 46 көн дауам иткән. Ә ҡайҙа йоҡлап йөрөнөгөҙ?

- 46 көндә 23 ҡунаҡханала һәм ике тапҡыр полиция участкаһында йоҡлап сығырға тура килде.

- Ә ни өсөн полиция участкаһында?

- Сөнки унда полиция хеҙмәткәрҙәре менән генә йөрөргә рөхсәт ителә. Мин барған көн ялға тура килде. Шунлыҡтан ике көн полиция участкаһында йоҡларға тура килде.

- Сығымдарҙы һананығыҙмы?

- Әлбиттә. Уларҙы дәфтәремдә теркәп барҙым. Дөйөм алғанда, яҡынса 400 мең һум аҡса китте. Мотоциклға ғына ла 400 литр бензин ҡойолдо.

- Алдан сәйәхәтемде планлаштырҙым, тинегеҙ. Унан тайпылмай, йөрөй алдығыҙмы?

- Юҡ, әлбиттә, ҙур булмаған бер аҙ үҙгәреш индерергә тура килде. Мәҫәлән, юл аралыҡтары мин иҫәпләгәндән ҡыҫҡараҡ килеп сыҡты. Аҡсаны ла әҙерәк тотондом. Ләкин был үҙемдең экономиялы тотонғаным өсөн, тип уйлайым. Шулай уҡ мотоцикл да яғыулыҡты күп “ашаманы”.

- Быға ҡәҙәр сит илгә сыҡҡанығыҙ бар инеме?

- Эйе, университетта уҡыған саҡта Испанияның Барселона ҡалаһында уҙған ярышта үҙебеҙ уйлап тапҡан мотоциклда бер нисә тапҡыр ҡатнашырға тура килде. Үҙемә үк электрик һәм пилот булырға тура килде.

- Тағы ла ҡайһы илдәргә сәйәхәт итергә уйлайһығыҙ?

- Эйе, сәйәхәтемдең өсөнсө этабын планлаштыра башланым. Яҡын Көнсығыш, йәки көньяҡ-көнсығыш Азия илдәренә барып сығырға иҫәбем. Әле был илдәрҙе өйрәнәм, яҡынса сәйәхәт итәсәк урындарҙы һайлайым.

- Ә был юлы мотоциклығыҙ ҡайҙа ҡалды?

- Һиндостанда, Дели ҡалаһында.

- Һеҙҙең кеүек яңғыҙы мотоциклда сәйәхәт итергә теләүселәргә нимә тип әйтер инегеҙ?

- Юлға сығыр алдынан сәйәхәтте планлаштырыу мотлаҡ. Ҡайҙа, нисә көн буласаҡ, нисә километр, юлға киткән сығымдар - быларҙың барыһын да иҫәпләргә тырышығыҙ. Бынан тыш мотоциклға алдан техник күҙәтеү үткәрергә онотмағыҙ. Үҙең менән ҡапыл да ғына кәрәкле әйберҙәрҙе алырға кәрәк. Ә инде сәйәхәт ваҡытында һәр кем яҡшы мөғәмәлә булырға һәм изге ниәт менән йөрөгәнеңде аңлатырға тырышығыҙ. Шул уҡ ваҡытта һаҡлыҡ һәм хәүефһеҙлек сараларын да онотмағыҙ.

- Ғәзим, маҡсатыңа ынтылып йәшәүең менән һоҡланабыҙ һәм хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Тағы ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр көтөп ҡалабыҙ.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Артта - 46 көн һәм 11184 км юл...
Артта - 46 көн һәм 11184 км юл...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: