Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәхәт
13 Ноябрь 2023, 21:20

Сибәрлек кенә етмәй икән ул...

Барыуы, урынлашыуы ауыр булмаһа ла, эштәр Дилә уйлағанса еңел генә барып сыҡманы. Моделдәр донъяһында арттан төртөп тороусы "йөнлө ҡуллы" ағайың булмаһа, буй-һын, сибәрлек менән генә алға китеп булмай икән. Ана бит, әллә ни ҡарар ерҙәре булмағандар йылмайып инде, йылмайып сыҡты кастинг тигәндәренән. Ә бына Диләгә иҫе киткән бер кеше лә булманы. Хәҙер нисек ауылға ҡайтып күренмәк кәрәк инде? Көләсәктәр бит унан. Айырыуса, дуҫ булып йөрөгән Гөлфиә ҡыуанасаҡ. "Барып та йөрөмә, һинең ишеләргә урын юҡ унда,"--тип ҡалғайны ул. Юҡ инде, ҡайтып күренәһе юҡ ауылға. "Уҡырға индем,"--тип әйтер, берәй эш табылыр әле. Киләһе йылға тағын барып ҡарар, бәлки, инеп китер...

Сибәрлек кенә етмәй икән ул...
Сибәрлек кенә етмәй икән ул...

Ҡасандыр был донъяла Диләнән дә бәхетлерәк кеше юҡ ине һымаҡ. Ата-әсәһе, ике апаһы янында иркә һеңле булып ҡына буй еткерҙе ул. Бик сая, үтә лә һөйкөмлө ине үҙе. Хыялдары ла ҙурҙан булды ҡыҙҙың: уның модель булғыһы килә. Ә нишләп булмаһын? Буй-һыны бар, сибәрлеге лә етерлек, тигәндәй. Оҙон ҡара сәстәр, ҡыйғас ҡара ҡаш, ҙур, матур күҙҙәр, бөгөлөп торған керпектәр. Ысынлап та, Хоҙай уға матурлыҡты ҡыҙғанмайса биргән. Артынан йөрөүсе егеттәр ҙә күп булды, ләкин ул уларҙың береһенә лә ҡараманы. "Мәскәүгә китәм, бында ҡалаһы кеше түгелмен, нишләйем мин ауылда,"--тигән фекер йөрөттө.
Хыялын тормошҡа ашырыу маҡсаты менән ныҡ тырышып уҡыны ул. Моделдәр тураһында китаптар, журналдар ҙа алдырҙы, уларҙың нисек кейенгәндәрен ентекләп өйрәнде. Өйҙәгеләр ҙә ҡыҙҙың теләгенә ҡаршы төшмәне. Йәне теләгән йылан ите ашаған, типтер, ҡыҙҙың теләген кире ҡаҡманылар.
Мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ Мәскәүгә юл тотто. Бына ниндәй икән бит һин, хыялдағы ҡала! Йорттарын ғына күр әле. Йәшәп торорға фатирҙы ла тиҙ тапты Дилә. Ҡулда аҡса булһа, уныһы бик еңел табыла икән. Ата-әсәһенә рәхмәт, ҡыҙҙары кәм-хур булмаһын, тилмереп йәшәмәһен тип, аҡсаны мулдан биреп ебәрҙеләр. Әммә киткәндә бик борсолоп ҡалдылар: ҡыҙҙары шул тиклем ҙур ҡалала яңғыҙы ғына нишләр, нисек йәшәр? Ныҡ һағынһа ла, тиҙ генә ҡайта алмаҫ. Уларҙы алыҫ саҡрымдар айырып торасаҡ бит.
Барыуы, урынлашыуы ауыр булмаһа ла, эштәр Дилә уйлағанса еңел генә барып сыҡманы. Моделдәр донъяһында арттан төртөп тороусы "йөнлө ҡуллы" ағайың булмаһа, буй-һын, сибәрлек менән генә алға китеп булмай икән. Ана бит, әллә ни ҡарар ерҙәре булмағандар йылмайып инде, йылмайып сыҡты кастинг тигәндәренән. Ә бына Диләгә иҫе киткән бер кеше лә булманы. Хәҙер нисек ауылға ҡайтып күренмәк кәрәк инде? Көләсәктәр бит унан. Айырыуса, дуҫ булып йөрөгән Гөлфиә ҡыуанасаҡ. "Барып та йөрөмә, һинең ишеләргә урын юҡ унда,"--тип ҡалғайны ул. Юҡ инде, ҡайтып күренәһе юҡ ауылға. "Уҡырға индем,"--тип әйтер, берәй эш табылыр әле. Киләһе йылға тағын барып ҡарар, бәлки, инеп китер.
Дилә бер ашханаға һауыт-һаба йыуырға урынлашты. Мәскәү тиклем Мәскәүҙә рәтле эш табам тимә икән. Нишләйһең инде, шуға ла риза булаһың. Ауылдан килгән аҡса көн дә кәмеп бара бит. Әйберҙәре лә бигерәк ҡиммәт шул бында. Йыйынып, ҡайтып киткеһе килгән саҡтары ла аҙ булманы. Әммә кеше көлкөһөнә ҡалыуҙан ҡурҡты. Ярай әле, ашханала эшләгән Надя исемле ҡыҙ менән дуҫлашып алды. Моңһоуланғанда күңелен күтәрергә ярап ҡуйҙы үҙе. Бер аҙҙан Надяға эйәреп тәмәке тартырға өйрәнде, һыраһын тәмләп ҡараны. Шешәнең "ҡатырағы" бигерәк кәйефте күтәрә икән, бер ҡайғың да ҡалмай. Хатта һағындырған ата-әсәй, апайҙар, төштәргә инеп ғазаплаған ауыл--барыһы ла онотола.
Егеттәр ҙә күп бөтөрөлдө уның янында. Павел тигәне сат йәбеште. "Моя Дилечка,"--тип килә лә етә. Бергәләп күңел асып ултыралар, янында ҡунғылап та ҡала. "Дилечка" ның ҡорһағы түңәрәкләнә башлағас ҡына, иреп аҡҡандай юҡҡа сыҡты.
Диләнең улы тыуҙы. Бала менән бында ҡалып булмауы көн кеүек асыҡ ине. Эшләп булмай, ә эшләмәһәң аҡса юҡ. Бары бер юл--ауылға!
Балаһын күтәреп, башын аҫҡа эйеп ҡайтып төштө Дилә. Был хәлде күргән ата-әсәһе телһеҙ ҡалды. Бына, сығарып ебәр һин балаңды! Улар бит уны Мәскәүҙә уҡый тип ғорурланып һөйләп йөрөйҙәр. Кеше күҙенә күренергә оят.
Диләнең ата-әсәһе йөрәк дарыуы ҡапмай йәшәй алмаҫ хәлгә етте. Ә уның күңеле һаман ниҙер эҙләне. Бала ҡарап өйҙә ултырғыһы килмәне. Шайтан һыуы тигәндәре лә гел ымһындырып торҙо. Өйҙәгеләрҙең кеҫәләрен ҡапшаштырып торһаң, аҡса табыла икән. Ата-әсә һүҙе ҡолағына инәме һуң. Өйҙән ҡасып сығып китеп, әллә нисәшәр көн ҡайтмай йөрөнө ул. Тамам бөтөрөнөп ҡайтып инә лә, бер аҙ хәл алғас, тағын сығып юғала. Шулай йөрөй торғас, ҡыҙ бала алып ҡайтты. Уға ике йәш тулғас, тағы бер малай тапты. Ата-әсәһе Дилә өсөн ныҡ ҡайғырҙы. Уларҙың ярты ғүмерен ул ғына бөтөрҙө, сәстәрен ваҡытһыҙ ағартты. Уларҙың бер-бер артлы мәңгелек йортҡа күсеүҙәренә шул изгелекһеҙ йән генә сәбәпсе булды.
Апаларының үҙ тормоштары, балалары, гел Диләне һаҡлап йәшәй алмайҙар. Ярҙам ҡулы һуҙып, айнытып та ҡаранылар, ләкин һеңлеләре ҡолағына ла элмәне. Миңә рәтле кеше осрамаясаҡ, ярай һеҙҙең ирҙәрегеҙ бар, тип кенә әйтә килде. Килһәләр, апаларын индермәне, ишеген бикләп ҡуя ине.
Балаларының ас ултырыуҙарын, өҫ-баштарының бысраҡ булыуын, өлкәненең уҡырға йөрөмәүен тейешле ойошмаға хәбәр итеүсе табылды. Көндәрҙән бер көндө килеп, Диләгә шелтә белдерҙеләр һәм аҡылға килергә бер аҙна ваҡыт бирҙеләр. Улар килеүгә йорт та, балалар ҙа ялт иткән булырға тейеш ине.
Ләкин Дилә тыңламаны. Опека бүлегенән килгәндә, ул шешенеп китеп йоҡлап ята ине. Өс балаһын алып сығып китеүҙәрен дә белмәйсә ҡалды. Хәйер, белгәс тә иҫе китмәне. Әле бер, әле икенсе ирҙе йортҡа индерҙе. Балаларҙы онотто. Донъяға тағын бер ҡыҙ бала ауыз һалды. Күрше-тирәһе: "Эй, Аллам, тағын бер сабыйҙы бәхетһеҙ итә инде был ҡатын,"--тип шаулашып алдылар ҙа, тындылар.
Хоҙайҙың рәхмәте, үҙгәрҙе бит бер заман Диләбеҙ. Әллә һуңғы ире һәйбәт булды, әллә үҙенә бер аҙ аҡыл инде, белмәҫһең. Әкренләп йортон рәткә килтерҙе, дауаланып та ҡайтты. Күпкә түҙмәҫ, тағы эсә башлар, тигәйнеләр ҙә, әммә Дилә ысынлап тороп үҙгәрҙе. Теге өс балаһын да иҫкә төшөрҙө, ләкин уларҙы тәрбиәгә алғандар ине инде. Кемдәр икәнен әйтмәнеләр. Бик һуң иҫенә төштө ҡатындың. Рәтләнеп киткән тормошоноң бер яғы китек ине. Йыш ҡына: "Ниндәй икән хәҙер балаларым, минең барлығымды беләләрме икән улар,"--тип уйлана торған булды.
Яңылыш аҙымды яһау ҡыйын түгел икән, төҙәтеүе генә бик ауыр. Дилә шуны аңланы. Балаларын күреү өсөн әллә ниҙәр бирер ине лә бит, ҡайҙалыҡтарын ғына белә алмай. Нисек кенә тағын һынмаҫҡа, яңынан абынмаҫҡа? Шул ҡәһәр һуҡҡан араҡыға үрелмәҫкә? Янында булған ҡыҙы, уның киләсәк яҙмышы өсөн түҙергә кәрәк был ҡатынға. Юғалтҡан балаларына бирә алмаған наҙын Дилә ошо сабыйына меңләтә бирергә әҙер. Йә, Хоҙайым, тура юлдан яҙҙырмаһаң ине үҙеңдең бәндәңде.
Лена.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: