Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәхәт
3 Сентябрь 2022, 15:00

Балалар бит ул!

Әсәй, сәсеңде тарап алһаң ней була, ялбырап киткән , ямааан - тип һалды. Берәй нәмәгә йәнем көйөп йөрөгән сағым булдымы икән, ҡапыл асыуландым да ҡуйҙым: - Яман булһам матур әсәй алығыҙ, мин сығып китермен - тип яуапланым. Улым ҡысҡырып илап ебәрмәһенме: - Кәрәкмәй миңә матур әсәй, ялбыр әсәй кәрәк...

Балалар бит ул!
Балалар бит ул!

Балалар бит ул!

Балалар бәләкәй саҡта ҡыҙыҡ та ҡыҙғаныс та хәлдәр булып тора бит инде. Күмәк бала араһында бигерәк тә.

Фәнүргә биш йәш тирәһе булғандыр. Ишек алдында тирләп- бешеп кер йыуам. Балалар аяҡ аҫтында урала бит инде, шунһыҙ буламы ней, ҡуша болғанып, болғашып йөрөмәһәләр. Фәнүрем миңә ҡарап торҙо ла

- Әсәй, сәсеңде тарап алһаң ней була, ялбырап киткән , ямааан - тип һалды.

Берәй нәмәгә йәнем көйөп йөрөгән сағым булдымы икән, ҡапыл асыуландым да ҡуйҙым:

- Яман булһам матур әсәй алығыҙ, мин сығып китермен - тип яуапланым. Улым ҡысҡырып илап ебәрмәһенме:

- Кәрәкмәй миңә матур әсәй, ялбыр әсәй кәрәк...

Ошондай уҡ хәл һеңлемдәрҙә лә була. Әлфирә кәүҙәгә упсым ғына бит инде. Нимәлер эшләп йөрөһә, малайҙарының береһе, Тимурымы әллә Ринатымы, онотҡанмын. Әсәһен килеп ҡосаҡлаған да:

- Әсәй һин өләсәйҙән дә йыуанһың, хатта ҡосаҡларға буйым етмәй- тигән инде, әсәһенең йәне көйөп:

- Йыуан әсәй оҡшамаһа, алығыҙ ябыҡ әсәй- тигән.

- Ябыҡ әсәй кәрәкмәй, йыуан әсәйем кәрәк тип илаған инде был бала ла.

Һеңлем Фәнирәнең улы Айрат беренсе класҡа барған. Дәрестән ҡайта ла уҡытыусы шулай тине, уҡытыусы былай тине тип, уҡытыусы әйткән һүҙ дөрөҫ, һинеке яңылыш тигән кеүек итеп әсәһенең башын ҡатыра икән.

Әсәһе йәне көйөп :

- Пусть лапшу на уши не вешает - тип ысҡындырған.

Иртәгеһенә дәрес башланып, уҡытыусы һөйләй башлаған икән, Айратыбыҙ:

- Лапшу на уши не вешай - тип һалмаһынмы. Етмәһә,

- Кем улай тип әйтә? - тигәнгә

- Әсәйем әйтте- тигән. Һеңлем инде оялдым, ауыҙыңды үлсәп асмаһаң шулай була икән ти.

Икенсе юлы, Айраттарҙы Миңнур Фәйзулловна уҡыттымы икән. Больничныйға китепме уҡытыусы дәрестәргә йөрөмәгән. Һеңлем малайын эйәртеп ҡайтып барһа, бер төркөм уҡытыусылар осраған, араларында Миңнур Фәйзулловна ла бар икән.

- Нишләп эшкә йөрөмәйһең? - тип әйтеп һалған Айрат.

Һеңлем тағы инде оялдым, шулай тип әйтте лә ҡуйҙы тип һөйләгәйне.

Исемләмәйем инде. Бер апай барһаң арыуыраҡ бешергән ризығын йәшерә лә, ҡоро сәй генә эсерәм инде ти ҙә тора.
Ҡутараһынан ит бешергән инем. Ашап ултырһаҡ, тәҙрәнән апайҙың инеп килгәнен күреп ҡалдым да, итте йәшерҙем дә ҡуйҙым. Уға ищу, ит ашатып ултырып тинем. Һиңә килһә май сүлмәк, үҙенә барһаң буҡ сүлмәк.

Инде, өҫтәлгә ултырҙы. Аш һалып бирҙем дә

- Ите юҡ инде, ашап бөтөп ҡуйғайныҡ, һалма ғына ашатам инде- тигән булам.

Ҡыҙҙарым бер-береһенә күҙҙәре йызлашып ҡараштылар ҙа, өндәшмәй тороп киттеләр. Бәләкәсем ҡылды бит ҡылыҡты, беренсегә бармаған ине әле.

- Әсәйем итте йәшерҙе ул, ашап бөтмәнексе, ит күп ул- тине лә ҡуйҙы.

Ер тишеге булһа төшөп китер инем, шул тиклем оялдым. Албары ҡутара һуғып һыпырып ашап ултырған апай ашын да ашаманы, үсекте. Уф, алла. Ғүмер ҙә тамаҡ ҡыҙғанмай торғайным, әллә ни яғым әйләнеп йәшереп ултырыуымды әйт. Апай оҙаҡ үсегеп йөрөнө.

Бер йылды һабантуйҙарға йөрөп, ашхана һымаҡ нәмә эшләп, бешереп һатып аҡса эшләгәйнек. Йылайырҙа һабантуй гөрләй, Рәмилә бикәсем менән кейәү шашлык бешерә, Рөстәм самауыр ҡайната, мин выпечка, сәй һәм башҡа ризыҡтар һатам. Биш йәш булғандыр Рузиләбеҙ эргәбеҙҙә йөрөй.

Фәнүр йырларға тейеш ине, улымдың йырын ғына тыңлап киләйем әле тип ,сәхнә яғына киттем. Рузилә атаһы менән ҡалды.
Кире әйләнеп килһәм, бала юҡ. Береһе лә белмәй. Артыҡ ғауғаланмай ғына эҙләп киттем. Бер ураным, ике ураным, юҡ балам. Һатыу ҡайғыһы китте. Осраған бер таныштарҙан һорайбыҙ. Зым зыя юҡ булды ла ҡуйҙы.
Әлфирә малайҙарын эйәртеп сәй эсергә килгәйне, сәй ҡайғыһы китте. Күмәкләп эҙләйбеҙ. Кейәү милицияға әйткән икән, унлаған милиционер эҙләшә. Энә түгел дә баһа юғалырға, һабантуй майҙаны артыҡ ҙур ҙа түгел. Инде халыҡ ҡайтыша башланы. Эҙләмәгән ер, һорамаған кеше ҡалманы. Үлтереп бер ергә ташлағандарҙыр тигән уй ояланы башҡа, илай башланым. Һеңлем, ҡуй яманға юрама, табырбыҙ тигән була.

Арманһыҙ булып, урман ситтәрен ҡарайыҡ әле тип китеп барһаҡ, ике милиционер осрап

- Апай, эҙләмәгеҙ табылды- тигәс, йүгереп тә атлап та булмай, быуынһыҙ булдым да ҡуйҙым. Ашхана яғына етеп килһәк, бер төркөм кеше өйөлөп тора.

- Үлгән - тинем дә ултыра төштөм, һеңлем мине һөйрәкләй, мин тора алмайым

- Ҡәһәр һуҡҡыры, тағы бер баламды алды...
Сеңләп илайым. Көс-хәл менән барып еттек. Ирҙәр былай ғына һөйләшеп торғандар икән. Баламды таптыра башланым, мең үлеп мең терелдем.

Атаһы күрмәй ҡалған, мине эҙләп киткән дә тапмаған. Юл буйлап Йылайыр яғына киткән дә барған. Поста ултырған ДПСниктар баланың китеп барыуын күрмәнеләрме икән ней? Үткән бер машинаны туҡтатып әллә күпме кешегә штраф һалдылар шул көнө, ә баланы туҡтатып кире борорға баштарына килмәгән.

Юл буйлап китеп барған баланы, бер машина ултыртып алып, Йылайыр милиция бүлегенә тапшырып киткән.

- Кем ҡыҙы булаһың? - тип һораһалар

- Рөстәм менән Миңзифаныҡы тип әйтә икән үҙе.

Йылайырҙан Рөстәмдең дуҫы барып алып килде. Шулайтып ҡыҙыма Сәйәхәтсе тәлмәрйен тип исем ҡуштылар.

Милицияла бик ныҡ оҡшаған үҙенә.

- Һеҙ мине ҡасан тапҡанса, мин рисовать итеп ултырҙым, милиция ағай мине маҡтаны- тип ҡыуана.

Шундай хәлдәр ҙә булып ҡуя ҡай саҡта.

Минзифа Хамматова.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: