Завод оҙайлы йылдар эшләп, оло тәжрибә туплаған, әле лә сафта булған хеҙмәт ветерандары менән дә көслө. Сөнки нәҡ улар йәштәрҙе эшкә өйрәтә, ниндәй генә үҙгәрештәр булыуға ҡарамаҫтан, предприятиеға тоғро ҡалып, уны тотоп-һаҡлап ҡалған. Әҙеһәм Әкрәм улы Арсланов та шундай тәжрибәле эшселәрҙең береһе.
Әҙеһәм Әкрәм улы Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, ветеринар һөнәрен үҙләштерә. Ветеринар-зоотехник булып эшләй. Өйләнгәс, Баймаҡ ҡалаһына күсәләр. 1983 йылда Әҙеһәм Әкрәм улы заводҡа эшкә килә. “Тәүҙә ҡойоу цехына ебәргәйнеләр. Әммә механика цехына инеп төрлө станоктар артында эшләгән токарҙарҙы күреп, был эш минеке икәнлеген аңланым. Сөнки ауылда йәшәгәндә токарь булып эшләгән ағайымдың станок артында эшләүен иҫем китеп күҙәтә инем. Тәүҙә өйрәнсек булып йөрөнөм, унан үҙ аллы эшләй башланым”,-ти хеҙмәт ветераны.
Эйе, дүрт тиҫтә йылдан ашыу эш дәүерендә Әҙеһәм Әкрәм улы алмаштырғыһыҙ токарҙарҙең береһенә әүерелгән. Иң ҡатмарлы эштәрҙе нәҡ ул эшләй. “Йылдар дауамында завод күп үҙгәрештәр кисерҙе. Цех та үҙгәрҙе, станоктар яңыртылды. Бер дәүерҙә эшләй башлаған эшселәрҙән бер үҙем ҡалдым хәҙер. Улым, кейәүем дә бында эшләй. Йәштәр ситкә киткәнсе, беҙгә килһен ине. Бәлки, уларға мәғлүмәт тә етмәйҙер. Шуға күрә беҙҙең турала һөнәри байрамда ғына түгел, ә башҡа ваҡытта ла күберәк яҙһындар, күрһәтһендәр ине. Ҡайҙалыр алыҫа киткәнсе, һөнәр үҙләштереп, беҙгә килһендәр. Эш хаҡыбыҙ, был сер түгел, 100 мең һумға тиклем дә барып етә”,- тине Әҙеһәм Әкрәм улы.
БР Президентының Почет грамотаһына һәм башҡа Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған Әҙеһәм Арслановҡа ныҡлы һаулыҡ һәм яратып башҡарған һөнәренең оҫталығына күберәк йәштәрҙе өйрәтеүен теләйек.
Гүзәл Иҫәнгилдина.