Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
21 Июль , 11:45

Маҡсат - тик алға, яңы ҡаҙаныштарға!

Бөгөн Баймаҡ эшселәре һөнәри байрамын - Металлургтар көнөн билдәләй

Маҡсат - тик алға, яңы ҡаҙаныштарға!
Маҡсат - тик алға, яңы ҡаҙаныштарға!

Илебеҙҙең сәнәғәт үҫешенә тос өлөш индергән металлургтар ошо йәмле айҙа үҙенең һөнәри байрамын билдәләй. Ҡалабыҙ тарихында ул бер быуаттан ашыу эшләп килгән завод менән бәйле. Ошо уңайҙан “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Артем Котков менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Артем Васильевич, коллектив үҙенең һөнәри байрамын ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршы ала?

- Һөҙөмтәләр яҡшы, һөйөнөрлөк. Быйыл беренсе ярты йыллыҡта әҙер продукцияны оҙатыу уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 17,8 процентҡа артты. Ҡойоу, механика цехтарының һәм насостар йыйыу цехының етештереү эшмәкәрлеге лә яҡынса 10 процентҡа күтәрелде. Был белгестәребеҙҙең юғары һөнәри оҫталығын күрһәтә. Беҙ конкуренцияға һәләтле хаҡтар буйынса юғары сифатлы продукция етештерәбеҙ. Командабыҙ менән бик ғорурланам!

- Санкциялар менән бәйле хәл производствоға тәьҫир иттеме?

- Беҙҙең ҡорамалдарҙа күберәк илебеҙҙә етештерелгән моделдәр ҡулланыла. Шуға күрә беҙгә кәрәкле запас частарҙы табыуы еңел. Уларҙы хеҙмәтләндереү менән бәйле башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Шул уҡ ваҡытта заводта сит ил ҡорамалдары ла бар. Уның өсөн беҙ шулай уҡ Рәсәй баҙарында запас частар таба алабыҙ йәки дуҫ илдәрҙән ярҙам һорайбыҙ. Шуға күрә эш туҡтап ҡалған осраҡтар юҡ. Материалдарға килгәндә, уларҙың 95 проценты — Рәсәй етештереүендәге продукция. Мәҫәлән, беҙ илебеҙҙә етештерелгән ферросплавтар, металл прокат һәм подшипниктар ҡулланабыҙ. Подшипниктарҙы алыу өсөн Белоруссия менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм үҙ ихтыяждарыбыҙҙы тулыһынса тәьмин итәбеҙ. Станоктарҙы яңыртырға кәрәк булғанда, ҡайһы саҡта һорауҙар тыуа. Әммә хәҙер Ҡытай ҡорамалдарҙың киң ассортиментын тәҡдим итә. Шуға күрә яңы Ҡытай техникаһын һатып ала башларбыҙ һәм уның етештереүҙәге һөҙөмтәлелеген баһалай алырбыҙ, тип уйлайым.

- Бөгөн һәм яҡын киләсәктә предприятие алдында ниндәй төп бурыстар тора?

- Беҙҙең төп маҡсат - заводты үҫтереү. Етештереү күләмен арттырыу һәм хеҙмәткәрҙәребеҙ өсөн эш шарттарын яҡшыртыуға ынтылабыҙ.

- Үҙенсәлекле заказдар буламы?

- Беҙҙә һәр заказ үҙенсәлекле. Беҙ төрлө тармаҡтар өсөн продукция етештерәбеҙ, шуға күрә эшебеҙ күп, заказдар бер-береһенән ныҡ айырыла. Ә был яңылыҡтар килтерә, тәжрибә өҫтәй. Беҙ башҡа предприятиелар менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, был үҙ-ара бәйләнештәрҙе ныҡлы һәм ышаныслы итә.

- Тик беҙҙең заводтың продукцияһын үҙ итеүселәр барҙыр?

- Электән төп заказсыларыбыҙҙың береһе - “Алроса” компанияһы. Яҡынса 30% заказды уларҙан алабыҙ. Шулай уҡ “Евраз” компаниялар төркөмөн, Коршунов тау-байыҡтырыу комбинатын атап үтергә була. Бөгөн заказдарҙың 40 проценттан ашыуын беҙ Рәсәй, Ҡаҙағстандың күп предприятиелары өсөн үтәйбеҙ.

- Киләсәктә был йүнәлеш артабан үҫешә алырмы? Заказдар кәмемәҫме?

- Әлеге ваҡытта заказсыларыбыҙҙың һаны ике меңдән ашып китте. Был беҙҙең бөтә төр продукцияға ла ҡағыла. Билдәле булыуынса, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре өсөн сифатлы продукцияны ваҡытында алыу мөһим. Оҙайлы ваҡыт хеҙмәттәшлек иткән предприятиелар менән ныҡлы, ышаныслы бәйләнешебеҙ булыуы һәм уны һаҡлап ҡалыуыбыҙ эшебеҙҙе юғары баһалай, заводтың киләсәген өмөтлө итә.

- Завод үҙгәрештәр кисерәме?

- Эйе, һуңғы ваҡытта завод яңырыу кисерҙе. Яңы ҡаҙанлыҡ ҡуйылды, дуғалы иретеү мейестәре яңыртылды, икенсе термомейес эшләнде. Өсөнсөһөн эшләү өсөн материалдар һатып алабыҙ. Быларҙың барыһы ла беҙҙең продукция етештереүҙе арттырыу өсөн эшләнә. Бынан тыш, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә беҙ яңы эшкәртеү ҡорамалдары һатып алдыҡ. Былтыр яңы эшкәртеү участкаһы эшләй башланы, унда алты карусель станогы ҡуйылды. Был шулай уҡ етештереүсәнлекте арттырыуға булышлыҡ итә. Быйыл Сибай ҡалаһында заводыбыҙҙың филиалы итеп производство асырға ниәтләйбеҙ. Ул насостарҙы эшкәртеү һәм йыйыу менән бәйле буласаҡ һәм беҙ артабан да ошо йүнәлештә үҫешергә ниәтләйбеҙ.

Баймаҡта ҡорос ҡойоу участкаһын тағы ла киңәйтергә уйлайбыҙ. Сөнки етештереү күләме арта, ә тейешле урын етмәй. Шуға күрә төҙөлөш өлкәһендә лә эш етерлек буласаҡ. Эшселәрҙең уңайлылығы өсөн биналарҙың ҡыйыҡтарын, тышын яңырттыҡ, биләмәне төҙөкләндерҙек. Цехтар алдында сәскә түтәлдәре, флагтар һәм ҡараңғыла ла балҡып торған яҙыуҙар барлыҡҡа килде. Сөнки беҙҙең завод – Баймаҡ ҡалаһын барлыҡҡа килтереүсе предприятие булараҡ билдәле. Тимәк, ул бар яҡтан да матур булырға тейеш.

- Илдә беҙҙең завод кеүек продукция етештереүселәр бармы?

- Беҙҙең кеүек насос ҡорамалдарын етештергән предприятиелар бик аҙ. Бәләкәй предприятиелар бар, улар насостарҙы өлөшләтә генә етештерә. Ә беҙҙә уларҙы етештереү башынан алып әҙер продукцияға тиклем ҡуйылған. Шуға күрә беҙ Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә, башҡа илдәрҙә лә киң танылыу алғанбыҙ. Беҙҙең менеджерҙар даими рәүештә командировкаларға сыға, яңы заказсылар эҙләй һәм даими партнерҙар менән бәйләнеш тота. Бөгөн беҙҙең дүрт айға алдан насостар йыйыу өсөн заказдарыбыҙ бар. Көтөп ултырырға тура килмәй, киреһенсә, эшләп кенә өлгөр.

- Металлургтар көнө алдынан заводсыларға теләктәрегеҙ?

- Барыһын да һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Заказсыларыбыҙға ла беҙҙең үҫеш өсөн рәхмәт белдерәм. Заводтың һәр эшсеһенә, хеҙмәткәренә изге теләктәремде еткерәм. Предприятиеның ҡаҙаныштары — ул берҙәм, эшсән коллективтың намыҫлы эш һөҙөмтәһе. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңы уңыштар һәм тыныс күк йөҙөн теләйем!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: