Заводтың йәш көсө
Заводҡа йәштәрҙең эшкә килеүен ҡыуанып ҡабул итәләр. Тиҫтә йылдар эшләгән эшселәр уларҙы һөнәрҙең һәр нескәлегенә өйрәтергә әҙер.
Динислам Янғазинды ҡойоу цехында эш менән мәшғүл сағында осраттыҡ. Етди ҡарашлы егет ҡыҫҡа ваҡыт эсендә коллективтың ихтирамын ҡаҙанып өлгөргән. “Тырыш, аҡыллы, тиҙ өйрәнә. Күләмле эште лә тиҙ һәм сифатлы итеп башҡара”,-тине Динислам Илдар улы хаҡында өлкән хеҙмәттәштәре.
Динислам Янғазин Баймаҡ агросәнәғәт колледжында электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Артабан ҡойоу-механика заводына эшкә килә. “Коллектив татыу, берҙәм. Улар менән эшләүе бик күңелле. Йәштәргә әйткем килә: ситтән эш эҙләмәгеҙ, килегеҙ беҙҙең заводҡа! Эш хаҡы яҡшы, коллектив йылы ҡабул итә, һәр береһе ярҙам итергә әҙер генә тора. Шуға күрә тиҙ өйрәндем һәм эшем үҙемә бик оҡшай. Бәлки, хаҡлы ялға тиклем заводтан айырылмаҫмын”,-тип йылмая Динислам.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һөнәренең нескәлектәрен өйрәнеп, намыҫ менән эшләгән Динислам Янғазинға гел уңыштар юлдаш булһын!