Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
19 Октябрь 2022, 10:32

Газ тоҡандырыу өсөн - 100 мең! 

Республикала инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр газ үткәреү өсөн сертификат алыуға хоҡуҡлы. Был хаҡта Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин хәбәр итте. Әле был һаналып үтелгәндәр өсөн сертификаттың суммаһы 75 мең һум тәшкил итә. Ә бына 100 мең һумлыҡ сертификат Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына ҡаралған.  

Үҙгәрештәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың төбәк властарына газ ҡорамалдары һатып алыу һәм газ селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса эштәр өсөн үҙ иҫәбенә түләй алмаған мохтаж рәсәйҙәргә ярҙам күрһәтергә ҡушыуы менән бәйле.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, льгота алыусыларға газ селтәренә тоташыуға аҡсалата сертификаттар алырға мөмкинлек биргән программа Башҡортостанда өс йыл ғәмәлдә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына йорттарға газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында»ғы указына 2019 йылдың 9 сентябрендә ҡул ҡуйылды. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт - роликта. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: