Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
13 Октябрь 2022, 08:45

«Башавтотранс» акционерҙар йәмғиәте булыуы ихтимал

«Башавтотранс» 20 филиалдан тора. Уның бай мөлкәтле базаһы бар. Шуға күрә лә бындағы үҙгәртеп ҡороуҙар тиҙ генә атҡарыла алмай. Был оҙайлы ваҡытты аласаҡ. Ә пассажирҙарға килгәндә, улар бындай үҙгәрештәрҙе һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ, тип ышандыра транспорт тармағы белгестәре. «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһын акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртеү приятие күрһәткән хеҙмәттәр күләменең кәмеүенә йәки сифатының насарайыуына килтермәйәсәк», - тип ышандырҙылар предприятиела.  

«Башавтотранс» акционерҙар йәмғиәте булыуы ихтимал
«Башавтотранс» акционерҙар йәмғиәте булыуы ихтимал

Уны үҙгәртеү федераль ҡануниәткә ярашлы буласаҡ, тип билдәләнә. Атап әйткәндә, «Дәүләт һәм муниципаль предприятиелар тураһында»ғы Федераль законға һәм «Конкуренцияны яҡлау тураһында»ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 485-се Федераль закон 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиеларҙы бөтөрөргә йәки ҡайтанан ойошторорға тәҡдим итә.

Эксперттар әйтеүенсә, был ҡануниәттә бер төркөм иҫкәрмәләр бар. Ләкин уларҙың береһенә лә «Башавтотранс» эләкмәй. Шуға күрә 2025 йылға тиклем предприятие бөтөрөлөргә йәки үҙгәртеп ҡоролорға тейеш.

Әлбиттә, республика баҙарында пассажирҙар ташыуҙың күпселек өлөшөн биләгән көслө, социаль яуаплы предприятиены берәү ҙә бөтөрөргә йыйынмай. БР Дәүләт иҡтисад секторын реформалаштырыу буйынса ведомство-ара комиссияһы 8 сентябрҙә БР «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһын акционер йәмғиәттәре йәки яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт итеп үҙгәртеү 2021-2023 йылдарға планлаштырылған дәүләт унитар предприятиелары исемлегенә индерергә тәҡдим итте.

«Башавтотранс» 20 филиалдан тора. Уның бай мөлкәтле базаһы бар. Шуға күрә лә бындағы үҙгәртеп ҡороуҙар тиҙ генә атҡарыла алмай. Был оҙайлы ваҡытты аласаҡ. Ә пассажирҙарға килгәндә, улар бындай үҙгәрештәрҙе һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ, тип ышандыра транспорт тармағы белгестәре. «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһын акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртеү приятие күрһәткән хеҙмәттәр күләменең кәмеүенә йәки сифатының насарайыуына килтермәйәсәк», - тип ышандырҙылар предприятиела.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: