Ярыштар 18 һәм 19 сентябрҙә үтәсәк. Беренсе көндә ауыр йөк машиналары водителдәре ярышасаҡ, икенсе көндә еңел йөк машиналары водителдәре конкурсы үтәсәк. Ярыштар практик йөрөтөү һәм теория тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.
Ярыштарҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Викторович Марзаев, Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Владимирович Булушев, Жюри рәйесе, конкурстың ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, «НИИАТ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Александрович Васильков ҡатнашты.
Тәбрикләү һүҙе менән йыйылыусыларға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Викторович Марзаев мөрәжәғәт итеп:
– Беҙҙең был сарабыҙ "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Башҡортостан Республикаһы йылдан-йыл яҡшыраҡ һөҙөмтәләре менән һөйөндөрә. Проекттың төп маҡсаты - юлдарыбыҙҙы хәүефһеҙерәк итеү. Бындай ярыштар проекттың бер тармағы булып тора. Водительдәрҙең оҫталығын: арттырып, уларҙы яңы кимәлгә сығарырға булы, -- тине.