Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
13 Сентябрь 2022, 16:41

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр

Халыҡтың матур бер әйтеме бар: төҫө барҙан төңөлмә. Шулай уҡ "Матурлыҡ – йөҙҙә, мөләйемлелек – һүҙҙә", "Сырайы юҡтың ырайы (кәйефе) юҡ", "Йөҙө  ниндәй, үҙе шундай", "Ҡарашы – ҡояш" кеүек һ.б. әйтемдәр ҙә матурлыҡҡа бәйле.  Матурлыҡ төшөнсәһе тураһында һүҙ сыҡһа, ғәҙәттә, күҙ алдына сибәр йөҙлө ҡатын-ҡыҙ килеп баҫа. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ матур булыу өсөн ниҙәр генә  эшләмәй?! Был юҫыҡта уларға матурлыҡ салондары ярҙамға килә. 

Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр
Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр

Ҡалабыҙҙа бындай матурлыҡ салондары аҙым һайын тиерлек осрай. Бөгөн беҙ шуларҙың иң популяр булғандарына туҡтап үттек. "Йондоҙ" матурлыҡ салоны  Еңеү урамы, 2 адресы буйынса урынлашҡан. Телефоны: 8 962 540 81 19. Салонда клиенттарҙы дүрт парикмахер, тырнаҡ сервисы буйынса мастер һәм визажист хеҙмәтләндерә. Салон көн дә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем тәнәфесһеҙ эшләй. 

"Йондоҙ" матурлыҡ салонында перманент макияж (ҡаш, ирен һәм күҙ ҡабағына татуаж), керпектәргә ботокс эшләү, керпектәрҙе үҫтереү (классика, күпертеп  эшләү), ҡаштарҙы оҙайлы ваҡытҡа матурлап ҡуйыу, биҙәү, визаж эшләү, тырнаҡ сервисы, косметолог хеҙмәте, махсус пистолет менән ҡолаҡ тишеү, бөҙрәхана  хеҙмәттәренең бар төрҙәре тәҡдим ителә. Шулай уҡ студияла һеҙ керпек үҫтереү, ҡатнаш маникюр, маникюр дизайны, ҡашты биҙәү, буяу, оҙайлы ваҡытҡа матурлап һалыу, керпектәрҙе ламинациялау, матурлыҡ салоны визажисына, ҡаш микроблейдингы буйынса курстар үтә алаһығыҙ. 

Сәсте матур итеп киҫтерергә теләк булғанда Таналыҡ урамындағы 5-се йортҡа юлланығыҙ. Бындағы "Каприз" бөҙрәханаһы дүшәмбе-шәмбе көндәрендә  иртәнге 9.00 сәғәттән киске 18.00 сәғәткә тиклем һеҙҙе көтөп ҡала. Оҫта ҡуллы парикмахерҙар Алена Лукьянова, Мәрйәм Арыҫланбаева, Ольга Печугина сағыштырмаса осһоҙ булған хаҡҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙың да, ир-егеттәрҙең дә сәсен матур итеп киҫеп сығара. Алдан яҙылып килеү өсөн телефон һандары: 89603898988. 

Шулай уҡ салонда сәс менән бәйле барлыҡ  хеҙмәттәр күрһәтелә. 

Сәсте үҫтереү, үрҙереү, химик бөҙрәләтеү, буятыу, тәрбиәләтеү кеүек һ.б. хеҙмәттәр күрһәтелә. Шунда уҡ йыуҙыртыу, матурлап һалдырып сығыу мөмкинлеге лә бар. Балаларҙың да сәсенә һәр төрлө прическалар эшләтергә була. 

Киләһе салонда тик ир-егеттәр өсөн генә ишек асыҡ. "Дровосек" йәки "Барбершоп" ир-егеттәр салоны Әлибаев урамындағы 55-се йортта урынлашҡан. Телефоны: 8 996 694 83 88. Социаль селтәрҙәге адресы: lumberjackbaimak. 

Бындағы оҫталар Альберт Сәйғәфәров менән Мөхәмәт Байрамғолов ир-егеттәрҙең сәстәрен ҡырҡып ҡына ҡалмай, һаҡалдарын да матурлап киҫә. Сәсегеҙ һәм  һаҡалығыҙ ағарһа, артыҡ борсолмағыҙ. Тиҙ арала "Дровосек"ка яҙылып килегеҙ. Салланған сәсегеҙҙе үҙ төҫөнә индереп, һиҙҙермәй генә буяп та ебәрәләр. Елкәлә һәм биттә үҫкән артыҡ сәстәрҙе тирәсләп матурлап ҡырҡалар, хатта балауыҙ ярҙамында депеляция ла эшләйҙәр. 

"PRIMAVERA" матурлыҡ салонында керпек үҫтереү һәм тырнаҡ дизайны буйынса ла хеҙмәттәр күрһәтелә. Илүзә Зөфәр ҡыҙы Байтуринаны Баймаҡ ҡалаһы һәм  районы һылыуҡайҙары ғына түгел, ә Сибай ҡалаһының ҡатын-ҡыҙҙары ла ихтирам итә һәм түҙемһеҙлек менән үҙ сиратын көтөп ала. Бынан биш йылдан ашыу  элек Илүзә керпек үҫтереү һөнәрен үҙләштерә. Илүзә ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәге булған матур һәм ҡуйы керпектәрҙе оҫта итеп эшләй. “Миңә мөрәжәғәт итеүселәрҙең йылмайып-ҡыуанып сығып китеүе – иң ҙур бүләк. Керпек эшләтергә теләгән ҡатын-ҡыҙҙар күп, шуға күрә ҡабул итеүҙәрҙе алдан яҙылыу буйынса ғына алып барам”, – ти мастер. 

Илүзә Зөфәр ҡыҙында булған ҡатын-ҡыҙҙар уның барыһын да сифатлы һәм оҫта итеп эшләүен билдәләй. Шулай итеп, Илүзәнең тылсымлы ҡулдарынан тағы ла сибәрләнеп сығырға теләһәгеҙ, уға 8 987 492 41 33 (ватсап) телефоны аша мөрәжәғәт итергә кәрәк. 

БДУ-ның Сибай институтында ситтән тороп уҡыған Лиана Йәрмөхәмәтова ваҡытын бушҡа үткәрмәй. Ул Сибай ҡалаһында төп курстарҙы уҡып ала һәм Өфөгә  барып тырнаҡ үҫтереү буйынса белемен камиллаштыра. Лиананың эштәрен социаль селтәрҙә leeana.nails адресы буйынса табырға була. Ул күрһәткән хеҙмәт  менән ҡулланыу өсөн 8 967 747 72 31 телефон һандары буйынса яҙылып килегеҙ. 

Матурлыҡ донъяны ҡотҡара. Ә бындай матурлыҡты булдырыу өсөн һаналып үтелгән салондар ярҙам итер. Матурлыҡ көнө менән барыбыҙҙы ла! 

Эльмира Кейекҡужина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: