Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
16 Март 2022, 16:19

Интернет-магазинды Бәйләнештә сайтында ла асып була

«Бәйләнештә» социаль селтәре эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн «Бизнес Бәйләнештә» платформаһын ғәмәлгә индерә. Был үҙ эшен социаль селтәрҙәрҙә алып барырға күнеккән кешеләр өсөн шәп яңылыҡ. Платформа бушлай интернет-магазин ойошторорға мөмкинлек бирә.

Интернет-магазинды Бәйләнештә сайтында ла асып була
Интернет-магазинды Бәйләнештә сайтында ла асып була

Быны нисек эшләргә?

* Эш башлар алдынан социаль селтәрҙә бизнес битен асырға һәм тауарҙар, хеҙмәттәр тураһында мәғлүмәт өҫтәргә кәрәк.

* Берләшмәнән, төркөмдән махсус конструкторҙар ярҙамында бушлай үҙ сайтыңды булдырырға мөмкин.

* Ойошторолған интернет-магазинда тауарҙар өсөн VK Pay аша түләргә була, ул бөтә Рәсәй банктарының карталарын ҡабул итә. Шулай уҡ платформа Boxberry һәм СДЭК системаһын тоташтырып, почта йәки курьерҙар аша икенсе төбәктәргә килтереүҙе бушлай ойоштороу мөмкинлеген бирә.

* Икенсе платформаларҙан подписчиктарҙы QR-код йәки ҡыҫҡа һылтанмалар ярҙамында күсереү мөмкинлеге бар. 

 

Тулыраҡ мәғлүмәтте https://vk.company/ru/press/releases/11108/ һылтанмаһы аша алырға була. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: