Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
17 Февраль 2022, 11:41

Башҡортостан - лидер!

Башҡортостан хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса төбәктәр араһындағы рейтингта тәүге өсәү араһына инде. Ул рейтингты тәүге тапҡыр Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов етәкләгән «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сиктәрендә Иҡтисади үҫеш министрлығы төҙөнө.  

Башҡортостан - лидер!
Башҡортостан - лидер!

Башҡортостан хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса төбәктәр араһындағы рейтингта тәүге өсәү араһына инде. Ул рейтингты тәүге тапҡыр Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов етәкләгән «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сиктәрендә Иҡтисади үҫеш министрлығы төҙөнө.

- - Башҡортостандың иҡтисади рейтингтарҙа йышыраҡ алдынғы урындарҙы биләүе ҡыуандыра. Был республикабыҙ иҡтисадының торошон билдәләй. «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты - беҙҙең өсөн мөһим өҫтөнлөктәрҙең береһе. Беҙгә ышанғандары һәм милли проектҡа ингәндәре өсөн предприятие етәкселәренә рәхмәтлемен. Республика предприятиеларында милли проект сараларының иҡтисади һөҙөмтәлелеге 1 миллиард һум тәшкил итте. Ошо проектта ҡатнашҡан предприятиеларҙың ҡорамал һатып алыу буйынса ярҙам сараларын алыуы ла мөһим, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
 
49 төбәктән төҙөлгән был исемлек өскә бүленгән: лидерҙар, урта төркөм һәм артта ҡалған субъекттар. Рейтингтан тыш, 2021 йылда милли проектҡа ингән төбәктәр баһаланды. 20 күрһәткесте һанағанда хеҙмәт етештереүсәнлегенең артыуын иҫәпкә алмайҙар. Исемлекте төҙөүселәр төбәктә милли проект программаларының нисек киң ҡулланылыуын һәм нисә предприятиеның етештереүсәнлеген 5 проценттан юғарыраҡ күтәрелә алыуын ҡараны.
 
— Рейтингтың маҡсаты - өлгөлө төбәктәрҙе асыҡлау һәм милли проектҡа ярҙам итеү саралары тураһында иҫкә төшөрөү. Ул компетенция үҙәктәренең адреслы ярҙамы ғына түгел, шулай уҡ квалификацияны күтәреү, льготалы кредитлау һәм экспортҡа сығыуҙа ярҙам. Милли проекттың бөтә менюларын файҙаланып, төбәк үҙенең етештереү мәҙәниәтен сифатлы үҙгәртә ала, - тип уртаҡлашты Александр Молодцов, Иҡтисади үҫеш министрлығының хеҙмәт етештереүсәнлеге, капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү департаменты директоры.
 
Рейтинг лидеры йыл һайын үткәрелеп килгән «Етештереүсәнлек 360» федераль форумын үҙендә ҡабул итеү хоҡуғына эйә була. Был һаҡсыл етештереү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙың иң яҡшы тәжрибәләрен таратыу өсөн илдәге төп майҙансыҡ.
 
БР Хөкүмәтенең беренсе Премьер-министры - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыу ваҡытында Башҡортостан предприятиелары процестарҙың һөҙөмтәлелеген ярайһы уҡ күтәреүгә һәм «проблемалы» урындарҙы бөтөрөүгә өлгәшә алды. Милли проектта ҡатнашыусыларға ярҙам итеү сараларына республика өҫтәмә рәүештә финанс ярҙамы (эксперт адреслы ярҙамы, идара итеү оҫталыҡтарын күтәреү программаһы буйынса уҡытыу, экспорт баҙарына сығыу юлы) һәм финанс ярҙамы (инвестицион һалым ҡайтармаһын күрһәтеү, льготалы займдар) тәҡдим итте. Төбәк ҡатнашыусыларға ҡорамал һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау буйынса 20 миллион һум күләмендә субсидия бүлгән. Аҡсаны 12 предприятие алған да инде.
 
 
Башҡортостан предприятиелары уңышлы ғәмәлдәр тәжрибәһе менән уртаҡлашыуға ыңғай ҡарай. Мәҫәлән, «ОЗНА-Инжиниринг фәнни-етештереү предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыусы «Иң яҡшы остазлыҡ тәжрибәләре - 2021» конкурсының федераль этабында «Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өлкәһендә остазлыҡ» номинацияһында икенсе урын яуланы. Конкурс остазлыҡтың практик тәжрибәһен асыҡларға һәм таратырға, өлкән коллегаларҙан йәш белгестәргә практик тәжрибә тапшырыуҙың, белемдең мөһимлеген күрһәтергә мөмкинлек бирә. Быйыл ул тәүге тапҡыр уҙғарылды.
 
 

Белешмә өсөн:


«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылда май указына ярашлы раҫланды һәм 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.

Башҡортостан Республикаһында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу буйынса координатор һәм яуаплы башҡарыусы булып БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы тора.

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты тураһында күберәк белергә һәм ҡатнашыуға ғаризаны производительность.рф порталында бирергә мөмкин.

Хеҙмәт етештереүсәнлегенең яҡынса рейтингын йыл дауамында - 30 апрелдә, 31 августа һәм 31 декабрҙә әҙерләйәсәктәр. Йомғаҡлау рейтингы киләһе йылдың 15 декабренә тиклем бара. Был хеҙмәт етештереүсәнлеген иҫәпләү методикаһы менән бәйле.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: