Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт
28 Октябрь 2021, 11:46

Башҡорт тәм-томдарына тауыш бирәйек!

Тауыш биреү аҙағына яҡынлаша. Ни бары 10 көн эсендә "Рәсәй тәм-томдары" конкурсында милли ризыҡтарыбыҙ өсөн тауыш биреп ҡалайыҡ. 

"Рәсәй тәм-томдары" конкурсының көсөргәнешле мәле етте. "Халыҡ тауыш биреүе" этабында милли аҙыҡ-түлек брендтары өсөн 10 көн эсендә тауыш биреп өлгөрөр кәрәк. Конкурс 7 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Конкурсты ойоштороусылар әйтеүенсә, "Рәсәй тәм-томдары" -- төбәк тарихын сағылдырған милли ризыҡты тотош илгә күрһәтә алыу мөмкинлеген биргән шәп конкурс. 

Әлегә башҡорт брендтарының береһе лә мең тауыштан арттырғаны юҡ. Был бик аҙ. Әлегә иң күп тауышты Учалының өсмөйөшө йыйҙы. Ул 800-гә яҡын. Уның артынса башҡорт балы менән Федоровка ҡаҙы килә.  

Республикабыҙҙын татыу халҡының тауыштарын көтәбеҙ!

Шуныһы, һәр төбәктең һәр кешеһе өсәр ризыҡҡа тауыш бирә ала. Бының өсөн ошо  https://russiantastes.ru/, үҙегеҙ теләгән төбәкте һайлап ала алаһығыҙ. 

Мәғлүмәт өсөн:

Әле республиканың намыҫын 15 башҡорт милли рызығы яҡлай. Улар -- Өсмөйөш бәлештәр, Башҡорт талҡаны, Башҡортостандан һөнәрселәр шоколады, Башҡортостан соусы, Башҡортостандың киптерелгән страус ите, Башҡорт ҡымыҙы, Алкоголһең башҡорт балы (эсемлек), Бөрйән солоҡ балы, Федоровка ҡаҙы, Башҡорт сыры, Башҡорт ҡаҙыһы, Башҡорт ҡорото, Башҡорттоң баллы сыры, "Ҡорғаҙаҡ" минераль һыуы һәм уҙған йылда бронза миҙалы алған Башҡорт балы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: