+1 °С
Ясно


Һаумыһығыҙ яратып уҡыған " Һаҡмар" гәзите хеҙмәткәрҙәре.
Ауылыбыҙҙың почта хеҙмәткәре Ғәлин Алгиз Булат улына иң изге теләктәрҙе еткергем килә. Алгиз бына инде 13 йыл арымай- талмай гәзит тарата. Яратҡан баҫмаларыбыҙҙы ваҡытында алып уҡыйбыҙ. Ул бик ихтибарлы, ихтирамлы. Һәр саҡ өлкәндәрҙең электр уты, газ ҡағыҙҙарын алып барып түләп алып ҡайтып бирә. Почтальоныбыҙ эшен бик яратып, ихлас башҡара. Донья көтөргәлә өлгөрә. Кәртә тулы мал. Бесәнендә эшләй. Доньяһында ҡот уйнап тора. Мәсеткә йөрөй. Йома намазын ҡалдырмай йөрөй. Эшендә уңыштар теләйем. Гәзит- журналдар килеп торһон.
Иң изге теләктәр менән, Сәйғәфәр ауылынан, Нәзирә Алсынбаева.