Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА
Бәхетлеме һин? Хикәйә
Тыуған-үҫкән яҡтарына ашҡынып ҡайтып бара Гөлсөм: нисәмә йыл аяҡ баҫмаған ауыл урамдары, үҙе күрмәгәндә буй еткергән туғандарының балалары, өр-яңы өйҙәр ҡалҡҡан тыуған ауылы, ҡартайышып киткән күршеләре – барыһы лә ғәзиз һәм һағындырған. Тағы ла үтә лә һөйөнөслө ваҡиға арҡаһында юлға сыҡты ул: класташтарҙың осрашыуы. Сирек быуат күрешмәгән һабаҡташтарын танымай ҙа торор әле! Юҡ, таныр, бына бит автобуста уның ҡаршыһындағы урында класташы Фаян ултыра. Бер яҡ сикәһенә ҡарай тараған етек сөм-ҡара сәстәре, ҡыйылып торған ҡара ҡашы, йылмайғанда соҡорланған сикәһе, саҡ ҡына беленеп килгән мыйығы. Фаян... Үтә шуҡ, тапҡыр, изге күңелле Фаян.
Ниңә ул класташына бер һүҙ ҙә ҡушмай, автобус тәҙрәһенә текәлеп уйланып килә? Ул да һағынған класташтарын иҫенә төшөрәлер: ана бит, тиктомалдан бит остарын соҡорайтып, йылмайып ҡуя. Ҡалай йәп-йәш көйө, бер ҙә үҙгәрмәгән. 17 йәшлек кенә. «Эй, алйотмон да инде, нишләп Фаян һаман йәш көйө булһын, ҡырҡты аша атланыҡ бит инде. Улылыр. Ниндәй һылыу, һуйып ҡаплаған үҙе кеүек улы бар класташымдың», – Гөлсөм егеткә текләп ҡарауынан уңайһыҙланып, ата-әсәһе хаҡында һорашырға тип уҡталды ла, яйһыҙ тойоп, өндәшмәне.
Егеттәр төпсөшкәнде яратамы, ҡуй, осрашыуҙа белешермен әле, тип, ҡатын-ҡыҙға ғына хас ҡыҙыҡһыныуын еңеп, уйҙарын икенсе юҫыҡҡа күсерергә тырышты. Әсәһе мәңгелек йортона күскәне бирле һирәкләне улар ауылға. Төп йортта хужа булып ҡалған ҡустыһы менән килененең тормошона ҡыҫылып, мәшәҡәт һалып йөрөмәҫкә теләп, бик кәрәккәндә генә, һағышына сыҙай алмағанда ғына ҡайта Гөлсөм. Класташтар осрашыуына ҡайтырын белгән туғандары туйға әҙерләнгәндәй шартына килтергәндәр: өй-ҡура тирәһе тиһеңме, йорт-йыһазмы, табын-һыймы – бар нәмә ялт иттереп, ҙур ҡунаҡты ҡаршылауға изен ителгән. Барыһы ла һәүетемсә: көңгөр-ҡаңғыр килеп хәл белешеүҙәр, ғарыҡ булғансы ҡыҫтап һыйлауҙар, күмәкләшеп серләшә-көлөшә өҫтәл йыйыштырыуҙар...
****
– Әйтмә, Рәмилә! – тине Гөлсөм класташына ялбарып. – Әйтмә. Унан һиңә ни файҙа?
– Нишләп әйтмәй ти? Бер миңә генә еңел-елпе бисә исеме күтәреп йөрөргәме ни? Белһендәр Ғәлиәнең дә фәрештә түгел икәнен: бер ир менән йәшәп, икенсенән бала табып ята. Етмәһә, әллә кем булып, «Әсәлек даны» тигән миҙал алып ҡайтты бит әле!
– Ҡуй, юҡ менән булма. Ғаиләләрен тарҡатырһың, Рәмилә!
– Тарҡатһам да бата. Бер миңә генә ирһеҙ, бәхетһеҙ булырға тимәгән. Уйнаштан бала тапҡан Ғәлиәнең дә бәхетле булырға хаҡы юҡ. Ире, бахыр, шуныһын әллә кем итеп, усында ғына йөрөтә бит әле! Биллаһи, күҙҙәре юҡтыр, булһа шул малайҙың тас Фаян икәнен күрерҙәр ине.
– Фаяндың ауылдан ситтә йәшәүен беләһең дә баһа. Бәлки, осрашҡандары ла юҡтыр.
– Хәҙер осрашмаһалар ҙа, бала табыр өсөн, осрашҡандар, ҡауышҡандар, тимәк. Урыҫ кеүек һап-һары сәсле, зәңгәр күҙле иренән ҡарасман Фаян балаһы ҡайҙан тыуған әтеү? Бөгөн әйтәм, ҡараһын Фаяндың күҙенә, кемдең улын үҫтереүен белһен. Ә Фаян улы барлығын белмәйҙер ҙә әле, бисәһенән ике ҡыҙы ғына бар бит.
– Әйтмә, – тине Гөлсөм, – Аллаһ хаҡына әйтмә. Кеше яҙмышы менән уйнама, зинһар! Класташы Рәмилә ҡысҡырып көлдө лә, башын юғары күтәреп, тыҡылдата баҫып, китеп барҙы.
****
Гөлсөм менән Фаян бер урамда үҫте, бер парта артында ултырып уҡыны. Һуғыша-һуғыша уйнап, буй еткерҙеләр. Туғыҙынсы кластың баштарында, ахыры, Фаян Гөлсөмгә үҙенең серен систе: класташтары Ғәлиәгә күҙе төшкән икән. Гөлсөм икенсе рәттә ултырыусы һабаҡташына баҡты ла аптыраны: башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай, ябай бер ҡыҙыҡай. Бүтән ҡыҙҙарҙан уйсаныраҡ, оялсаныраҡтыр, бәлки. Бына Рәмиләгә ғашиҡ булһа, бер хәл – класта ғына түгел, мәктәптә иң сибәре, иң үткере, хатта иң уҫалы ла. Шаян күҙҙәрен көлдөрөп, елбер сәстәрен һирпеп бер ҡараһа, бар егет-елән унан күҙен алмай. Ә шулай ҙа Гөлсөмдөң дуҫы уны түгел, баҫалҡы ғына Ғәлиәне һайлаған. Аңла инде шунан егеттәрҙе, нимәһенә ҡыҙыҡҡандыр? Гөлсөмдөң ошо һорауына Фаян, уйланып та торманы, шундуҡ шартлатып яуап бирҙе – әллә алдан әҙерләнгән, әллә күңелендәге тел осонда торғанмы?
– Эйе, иң сибәре Рәмилә. Тик ул ҡурсаҡ кеүек: төймәһенә баҫһаң – көлә, илай, бейей, йырлай. Бөтөн кешегә лә шулай, бары уйнатыусы ғына булһын. Ә Ғәлиә – ул ышаныслы, ысын дуҫ, тоғро. Бер ҡасан да алдашмай, аҡты бер ҡасан да ҡара тимәй. Фаян дуҫының запискаһын Ғәлиәгә тапшырып, тегенең сикәләре ҡып-ҡыҙыл булып уҡыуын, ҡабаланып яуап яҙыуын күреү Гөлсөмгә ҡыҙыҡ ине. Үҙе лә һиҙмәҫтән ике ғашиҡтың табышыуына, ерҙәге иң матур йәшлек һөйөүенең тыуыуына шаһит булды ул. Был хистәр ваҡыт менән үтә торған беренсе күҙ төшөү генә булманы, ә бар ғүмергә оҙата килгән саф, бөйөк хис – ысын мөхәббәттең яралыуы ине. Мәктәпте бөткәнсе дуҫлаштылар, унан Ғәлиә Белоретҡа медучилищеға, Фаян Өфөгә автотранспорт техникумына уҡырға инде. Һағынышып каникулдарҙа ғына осраштылар, ә улар араһында оҙон-оҙон мөхәббәт хаттары осто. Яҙғыһын Фаян армияға алынды, Ғәлиә тәүге мәртәбә егеттең ирендәренән үбеп, көтөргә вәғәҙә биреп, күҙ йәштәренә мансылып, Өфө вокзалында оҙатып ҡалды. «Әгәр Ғәлиә менән Фаян да бергә була алмаһа, Ерҙә мөхәббәт юҡ тигән һүҙ. Бынан да пак, бынан да матур мөхәббәтте күргәнем юҡ», – тине Гөлсөм әхирәттәренә.
Гөлсөм ул ваҡытта шулай уҡ район үҙәге булған Белоретта педучилищела уҡып йөрөй ине. Хәйер, әлегә үҙе һөйөү хистәре татып ҡарамаған кеше бигүк аңлап та етмәй, әммә ул Ғәлиә менән ныҡ дуҫлашып китте. Ғәлиәгә лә үҙенең һөйгәне менән нисәмә йыл бер партала ултырған күршеһе менән Фаян тураһында һөйләшеүе, тыңлауы рәхәт ине. Әммә... «Әҙәм ниәтләй, Хоҙай ихтыяр итә» тигәндәре ҡай саҡ, үкенескә күрә, дөрөҫкә сығып та ҡуя шул.
...Фаяндың хеҙмәтенә икенсе йыл киткәс, Ғәлиә медтың өсөнсө курсында уҡып йөрөгәндә, Стәрлегә яҡын райондың береһендә йәшәгән төркөмдәш ҡыҙ ялға Ғәлиәне үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайта. Ҡунаҡҡа тиһәң дә, көҙ көнө ауылда эш күп: ҡыҙҙар картуф ҡаҙыша, ишек алды тирәһен рәтләшә, һарыҡ ҡырҡыша. Кискә клубҡа уйынға сығалар. Төркөмдәше дуҫлашып йөрөгән егете менән бергә Ғәлиәне өйҙәренә саҡлы оҙата ла, киренән урам ҡыҙырырға китә. Әсәйҙәре ҡыҙҙарға аулаҡҡа аласыҡҡа урын йәйгән. Еләҫ, рәхәт. Ҡыҙ сиңерткәләр сырылдауын тыңлап, татлы йоҡоға тала. Күпме йоҡлағандыр, кемдер уның ауыҙын усы менән ҡаплап, тын ала алмаған ҡыҙҙы ауыр кәүҙәһе менән карауатҡа һеңдерә. Тартҡылашып, көрмәкләшеп аласыҡтың иҙәненә ҡолап төшәләр. Йоҡонан айнып та етмәгән ҡыҙҙы көслөк менән үҙенеке иткән егет төркөмдәшенең бер туған ағаһы булып сыға. Иҫәңгерәп, алйотланған шикелле ултырған ҡыҙҙы ҡосаҡлап, уны яратыуын, өйләнәсәге тураһында һөйләй. Һипкелле битле, тыржығыраҡ танаулы һөмһөҙ был егетте элегерәк тә күргәне була Ғәлиәнең. Бер бүлмәлә йәшәгән һеңлеһенә килеп-киткеләгәнендә лә әллә ниңә күңеле тартмай, яратмай ошо һөймәлекһеҙ егетте. Эш үткән, намыҫы тапланған ҡыҙ бәхете, һөйгәне Фаян менән эстән генә аңлашып, һөйләшеп илай-илай ҙа яҙмышына күнә. Туй яһап, килен булып төшә. Бер ни аңламаған ата-әсәһе, иптәш ҡыҙҙары, Гөлсөм дә Ғәлиәнең был аҙымына иҫе китә. Өндәшмәй-һөйләшмәй, йылмаймай-көлмәй яңы тормош башлай ул. Бары ныҡышҡан дуҫы Гөлсөмгә генә бер ауыҙ һүҙ әйтә: – Мин Фаянға тиң түгел. Үҙемдең бәхетһеҙлегем менән уны бәхетһеҙ итә алмайым, – ти. Бәхетһеҙ буласағын алдан белгәндер – бер генә көн дә тыныс йәшәй алмай ул ире менән. Ир-аттан ғына түгел, бар ҡыбырҙаған нәмәнән, хатта бағананан да, һайраған ҡоштан да, иҫкән елдән дә ҡыҙғана һәм бар үсен яратҡан ҡатынынан ала. Туҡмала, талана торғас, ҡоро һөйәккә ҡалған ҡатын, ике тапҡыр ауырын да төшөргәнсе туҡмалғас, иренең өс-дүрт көнгә рейсҡа киткән мәлен тап килтереп, ҡасып ҡайтып китә. Ике йылдан ашыу бергә йәшәгән ҡайны-ҡәйнәһе илап, фатиха биреп ҡала. «Ауылыңда ҡалма, унда ла һиңә көн күрһәтмәҫ. Ситкә кит, ҡайҙалығыңды берәүгә лә әйтмә», – тиҙәр үҙ балаһынан да артыҡ күреп яратҡан уңған килендәренә. Үҙҙәренең район үҙәгендә тап булыша улар Фаян менән. Концлагерҙан ҡасҡан кеүек бөтөрөнгән, ябыҡҡан, ҡурҡынған һөйгәнен күреп егет телһеҙ ҡала. Ҡарар ере юҡ – күм-күк. Теш ҡойолған. Шулай ҙа йөрәктәге йылы хистәр һүнмәгән, ҡосаҡлашып икәүләп илайҙар. Таныш түгел тар урамдар буйлап йөрөй-йөрөй үҙ тормошон бәйән итә Ғәлиә. Фаян ауыр көрһөнә – ул алйот, үҙен көтмәгән ҡыҙға үс итеп, ҡайтыу менән кәләш алған, ҡыҙҙары бар икән. Нишләп эҙләп барманым, нишләп нисек йәшәүеңде һорашманым икән, тип өҙгөләнә Фаян. Һәйбәт кенә ҡатынын да, сәскәләй ҡыҙын да йәлләй. Ә Ғәлиәһеҙ йәшәй алырмы? Йылға ярында усаҡ яғып, төндө йоҡоһоҙ үткәрә ике ғашиҡ һәм бәхетһеҙ йән. Таңды ҡосаҡлашып бер йән булып ҡаршылайҙар.
– Иң бәхетле көнөм һәм төнөм ошо булыр, ахыры, – ти Ғәлиә.
– Беҙ башҡаса осрашырға тейеш түгел. Әгәр үткән йылдарҙы киренән йәшәп булһа, мин ул ҡәбәхәткә, намыҫымды тапаһа ла, кейәүгә сығыу түгел, күтәрелеп тә ҡарамаҫ инем. Ә һинең ғаиләңде боҙорға, балаңды атайһыҙ итергә хаҡым юҡ. Был гонаһлы төнөбөҙ беҙҙең бер онотолмаҫ ваҡиға ғына булып ҡалыр...
Фаян нимәлер эшләргә, кәңәшләшергә, өҙә һуҡмаҫҡа тип өгөтләп ҡараһа ла, йөҙөнән нур ҡасҡан Ғәлиә уны тыңларға ла теләмәй. Илай-һыҡтай айырылышалар. Шул айырылышыуҙан һуң егерме йылдан ашыу яҙмыш уларҙы әллә аяп, әллә, киреһенсә, яңылышып, осраштырмай. Икенсе ҡалаға сығып киткән Ғәлиә, Фаяны менән ошо һуңғы осрашыуҙан һуң күп тә үтмәй, ауылдашына тормошҡа сыға. Уларҙан өс-дүрт йәшкә өлкән, урыҫ кеүек һары сәсле, зәңгәр күҙле һылыу егет Замир ҙа был ҡалала эшләп йөрөй, имеш. Ауылдаштар осрашҡас, һөйләшеп китә, хәл-әхүәл белешә. Уңған, тырыш егет заводта эшләү менән бер рәттән ҡаланың мәҙәниәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ғәлиәне төрлө сараларға, кисәләргә, концерттарға саҡыра, ҡыҙҙың күңел яраһын бөтәйтә. Замирҙың өйләнешергә яһаған тәҡдименә Ғәлиә һүҙһеҙ генә ризалаша. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, инде яҡшыға өмөт итмәгән ҡатындың ялҡынһыҙ-ниһеҙ генә тоҡандырған ғаилә усағы, таныштарын аптыратып, ҡапыл дөрләп киткән ут кеүек, бик матур дауам итә. Улдары тыуа. Егеттең әсәһе ҡаты сирләп, улын ҡайтырға саҡырғас, йәштәр оҙаҡ уйлап тормай, тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнә. Байтаҡ йылдар түшәктә ятып, килененең ҡул ярҙамына мохтаж булған бейеме, мәңгелек йортона күскәндә, ихлас йөрәктән фатихаһын бирә:
– Улым, ниндәй генә хәлгә ҡалһаң да, киленде рәнйетмә. Ундайҙы башҡаса көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Килендең аҫылына юлыҡтың – шуны онотма. Һеҙҙе тоташтырып торған балаларығыҙ бар, кеше һүҙе кеше үлтерер ти, бер кемгә ҡарама, әлеге кеүек татыу-татлы ғүмер итегеҙ. Һеҙ – айырылмаҫ ҡанат, онотмағыҙ шуны. Бығаса ирешеп-талашмаған Ғәлиә менән Замир әсәнең был һүҙҙәренә төшөнмәй ҙә, бары үлем алдындағы кешенең һаташыуы һымаҡ ҡына ҡабул итә.
– Мин Замирға икенсегә ҡыҙым тыуғас ҡына ғашиҡ булдым, – тип әйтер аҙаҡтан Ғәлиә. – Тәүҙә ул миңә һыйыныр ҡыйыҡ, баш төртөр мендәр, күңелемде тынысландырыр ял кеүек кенә кәрәк ине. Яйлап-яйлап мин уның кешелеклеген, кеселеклеген тойоп-күреп, үҙем дә һиҙмәҫтән ғашиҡ булдым...
Бала яратҡан атай-әсәй булараҡ, биш сабыйға ғүмер бирә улар. Ире совхозда шофер булып йөк машинаһында йөрөһә, ҡатыны Ғәлиә фельдшер булып эшләй. Татыу, өлгөлө ғаилә тип нарыҡлайҙар уларҙы ауылда. Тәүге мөхәббәте Фаян да күптән матур төш кеүек кенә хәтерҙә ҡала, ә беренсе кейәүендәге тамуҡты иҫенә лә алғыһы килмәй, йөрәгенән юйып ташлай Ғәлиә. «Һуңлап килгән бәхетем һин, – ти ул иренә бер кис, хәләленең яурынына башын терәп йоҡларға ятҡанда. – Бәхеттең ни икәнен белмәгән кешеләр ҙә була бит. Ҡалай үкенес!»
****
...Һабаҡташтар осрашыуҙы ҡырҙа, тәбиғәт ҡосағында үткәрә. Ауыл хакимиәтенең һабантуй байрамына тип әҙерләгән башы ҡыйыҡлап ябыулы әҙер өҫтәлдәре, эскәмйәләре, концерт ҡуйыр өсөн сәхнәһе булған иң матур ер улар өсөн бигерәк тә ҡулай булып сыға. 25 йыл... Был арала һирәк-һаяҡ тап булышып торғандар ҙа, бер тапҡыр ҙа осрашмағандар ҙа бар улар араһында. Бер-береһен танымай текләшкәндәр ҙә, күҙ һирпеү менән сырамытҡан кешеләр ҙә була. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй: кем ҡайҙа йәшәй, кем булып эшләй, хәләл ефете кем, балалары нисәү, ниндәй уңыштарға өлгәшкән... Араларында фән кандидаты ла, телевизор аша йыш ҡына күренеп ҡалған йырсы ла, текә иномаркала елдереүсе ойошма етәксеһе лә, уҡытыусы менән табип та, ябай көтөүсе менән һауынсы ла, шофер менән тракторсы ла бар, әммә бөгөнгә бөтәһе лә вазифаһын онотҡан, типә-тигеҙ, бары класташтар ғына. Бер-береһенә һынамсыл ҡарап, үләнгә йәйелгән ашъяулыҡта ҡара-ҡаршы ултырған Фаян менән Ғәлиәне тағы бер кеше күҙәтә. Ул – Рәмилә. Күмәк бала-саға үҫтереп, ауылдағы ауыр эштән инде таушала, сәстәренә сал төшә башлаған һабаҡташтары араһында ул йәш ҡыҙҙар кеүек. Дөрөҫөрәге, йыйын алаша араһында йылҡылдап торған бейә. Кешнәп ебәрһә, бар айғыр-һәүерек тороп сабыр төҫлө. Эргәһендәге Ғәлиәнең һаман бала-сағаһы, уларҙың уҡыуы, һөнәре, бейеүе, шахмат яратыуы һәм башҡа оҫталыҡтары тураһындағы хәбәре Рәмиләнең зитына тейә башланы. Ҡатындың бәләкәй улының ҡыҙыҡтарын һөйләп, башҡаларҙы көлдөрөп бөтөүен генә көтөп ултырҙы ла: – Һинекеләр шәп инде, әллә аталарына оҡшаған?! Замир, ҡара әле, һинең ҙур улың тас бынау беҙҙең Фаянсы! Әллә клонлаштырҙығыҙмы? – тип әйтеп һалды ла, бөтөнөһөнөң аптыраулы ҡарашын һиҙмәгәндәй, иһаһайлап көлөп ебәрҙе. Кешнәне бейә. Гөлсөмдөң күпме генә әйттермәҫкә теләп семтеп ултырыуына ҡараманы. Көллөһөнөң шымып ҡалыуына һеңгәҙәгән Замир ҡаршыһындағы Фаянға тексәйҙе. Нимәнелер хәтерләткәндәй булғайны шул йөҙө. Сикә сәсендәге аҡ юлаҡты, күҙ төбөндәге йыйырсыҡтарҙы һыпырып алһаң, ысынлап та һуйған да ҡаплаған улы ла баһа – уның бар өмөтө, ғорурлығы булған улы Фаяндыҡы, тимәк. Замир менән Фаян бер-береһенә текләшеп ҡатты. Бик оҙаҡмы, әллә бер генә мәлме?
– Әйҙә, аулаҡлап һөйләшеп киләйек. Ирҙәрсә, – тине Замир, күҙен ҡыҫа биреп. Фаян өндәшмәй урынынан ҡалҡына башланы.
– Юҡ, – тине Гөлсөм, бала саҡ дуҫының яурынына баҫып кире ултыртты. – Бөгөн түгел. Бөгөн – беҙҙең осрашыу! Класташтар осрашыуы! Күңелле, йырлы-моңло, хәтирәләргә бай осрашыу булырға тейеш! Етмәһә, бер аҙ төшөргәнһегеҙ! Иртәгә һөйләшерһегеҙ, айыҡ баштан!
– Эйе шул! – Давай, табындың тәмен ебәрмәйек! – Йәмен, тиген!
– Ярай, – тип ризалашты Замир, – Иртәгә икән, иртәгә. Өйөмә кил, улым менән таныштырырмын! Шулай итеп ике ир араһында ғауға башланмаҫ элек бөтәһе ине лә, әлеге лә баяғы Рәмиләнең тик тормаған теле тағы һүнә башлаған усаҡҡа ҡуҙ өҫтәп ебәрҙе:
– Улың менән таныштырырмын, тиген, Замир! Күренеп тора инде Фаяндыҡы икәне! Исемен дә хатта оҡшатып ҡушҡан бит әле Ғәлиә: Фаян – Даян!
– Рәмилә! Ни һөйләгәнеңде ҡолағың ишетәме? – Шулай булған көндә лә һинең ни эшең бар?
– Һин судьямы? Үҙҙәре аңлашыр! Ҡыҙҙарҙың күмәкләп ҡаршы төшөүе Рәмиләне уғата ярһытып ебәрҙе, шикелле. Тиреһенә һыймағандай, йәнә тоҡанып китте:
– Бына, күрҙегеҙме, үҙегеҙ ҙә әйттегеҙ! «Шулай булған көндә!» – тип. Тимәк, бер минең генә балаларым төрлө атанан түгел, Ғәлиәнеке лә шулай! Бер мин генә ирҙән-иргә йөрөмәгәнмен, Ғәлиә лә йөрөгән! Тимәк, беҙ бер иш! Ул минән бер ҡарышҡа ла артыҡ түгел! Герой-әсә, имеш!
Табын йәнә шымды. Юҡ, Рәмилә менән килешкәндән түгел, был тиклем оятһыҙлыҡҡа нимә тип яуап бирергә белмәгәндән тындылар. Һәр ваҡыт айыҡ аҡыл менән, уйлап эш итеп өйрәнгән Гөлсөмдөң дипломатик холҡо, уҡытыусылығы бында ла еңеп сыҡты.
– Рәмилә! Бер кем дә, һинең балаларың төрлө атайҙан, тип әйтмәне лә баһа! Үҙең әйтмәһәң, мин, мәҫәлән, уны белмәҫ тә инем. Белгән көндә лә, төрлө атанан булһа, ни булған? Иң мөһиме, һау булһындар!
– Ә-ә-ә, аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына икәнһең дә, Гөлсөм! – тегеһе тағы яһиллашты. – Һау булһындар, имеш! Һин әллә ҡайҙа, йәһәннәм тишегендә йәшәгәс, бәлки, ишетмәгәнһеңдер! Ә мин күпме ғәйбәт ишеттем, күпме күҙ йәше түктем шулар өсөн!
– Һин үҙеңде шул һүҙҙәрҙе ишеткәнгә бәхетһеҙмен тип һанайһыңмы ни, Рәмилә? Әле яңғыҙ ҡайтҡанһың, ирең бармы? Гөлсөмдөң көтөлмәгән һорауынан Рәмилә бер секундҡа ғына аптыранды ла, шунда уҡ яуабын да тапты:
– Юҡ, ирем менән ташлаштыҡ. Дөрөҫөрәге, ҡыуып сығарҙым. Ә беренсе һорауыңа килгәндә, эйе, бәхетһеҙмен мин! Өс иргә барҙым өсөһө лә эшкинмәгән булып сыҡты: тәүгеһе – эскесе, икенсеһе – ялҡау, бер ҡайҙа ла эшләмәй, минең елкәлә күпме ятты. Өсөнсөһө бисә артынан бисәгә йөрөүсе Казанова булып сыҡты!
– Эх, Рәмилә! Һин үҙең теләһә кемдәрҙе тартып тороусы магнит кеүек булғанға кем ғәйепле?! – Анауынса сибәрлегең менән әллә кемдәрҙе ҡаратырлыҡһың! – Үҙең ир һайлай белмәгәс!
Ҡатын-ҡыҙҙар йәнә шаулашты. Сөнки бөтәһе лә Рәмиләнең ир-аттың бары матур йөҙөнә, таҫма теленә, йә байлығына алданып кейәүгә сығыуын белеп тора. Холҡона, уңғанлығына бер ҡасан да иғтибар итмәне ул, ялтырауыҡҡа ҡыҙыҡты. Уларҙың шау-шыуын йәнә Гөлсөм бүлдерҙе:
– Ә балаларың үҙең менәнме? Имен-һауҙармы?
– Минең менән булмай, кем менән булһын? Өлкән ҡыҙым кейәүҙә инде, икәүһе уҡый: береһе вузда, бәләкәсем мәктәптә.
– Рәмилә! Улай булғас, һин иң бәхетле кеше! – тине ҡаршы әйтмәҫлек тауыш менән Гөлсөм. – Бына мине бәхетле тип уйлайһыңмы?
– Әлбиттә, һин бәхетле! Бәхетле булыуың йөҙөңә яҙылып ҡуйылған! Һин генә түгел, ошондағылар бөтәгеҙ ҙә бәхетле! Бер мин генә... парһыҙ! Һеҙҙең арала яңғыҙ торна кеүек! – Рәмилә ҡапыл иламһырап ҡуйҙы.
– Шулай тип уйлайһыңмы? Ә һәр кемдең шкафында һөлдә йәшерелгән, тигән урыҫтарҙың әйтемен беләһеңме? – тине Гөлсөм. – Минең әсәйем иһә берәйһе тураһында «Эй, матур йәшәйҙәр! Бер ниндәй проблемаһы юҡ!» – тиһәң, «Улай тимә, балам, һәр һарайҙың да берәр тишеге була. Һылап, ямап ҡына кешегә ул турала белдермәйҙәр», – тиер ине. Ғүмерҙә лә кешегә үҙ тормошомдо һөйләгәнем юҡ ине. Рәмиләне тынысландырыу өсөн тиемме икән, үҙемдең яҙмышым менән дә таныштырып үтәйем әле.
– Әйҙә, Гөлсөм! Бер үҙең йыраҡҡа сығып киттең дә, бер нәмә лә белмәйбеҙ шул! – тиештеләр.
– Педтың һуңғы курсында кейәүгә сығып киттем мин Наилемә. Ул да ошонда уҡ уҡып йөрөгән дә, өсөнсө курстан һуң армияға алынған булған. Өс йыл хеҙмәт итеп, беҙ дүртенсе курсҡа барған көҙ Наил армиянан ҡайтып, беҙҙең төркөмдә уҡый башланы. Киң яурынлы, мөһабәт кәүҙәле, осҡор ҡарашлы моряк кейемендә генә йөрөгән егетте күп ҡыҙҙар оҡшатты. Минең дә йөрәгем елпенеп китте, ошоға тиклем берәү ҙә күңелемә ятмағайны. Ул мин ултырған партаға, эргәмә килде лә – ошонан башланды беҙҙең һөйөү тарихы. Ныҡ яратышып өйләнештек. Йәһәннәм тишегендәге Ҡариҙел районына бергәләп уҡытырға киттек. Бер-бер артлы ике улыбыҙ тыуҙы. Беҙҙән дә бәхетле кеше булманы ул саҡта! Хәҙерге йәштәр ныҡ аҡыллы: тәүҙә карьера, йәшәр урын, машина тураһында уйлайҙар, шунан ғына бәпәй алырға ҡарар итәләр. Ә беҙ аҡыл менән түгел, хис менән йәшәнек. Өй тураһында ла уйламаныҡ, мәктәптең бер алама ғына өйө бар ине, шуны беҙгә биреп ҡуйҙылар. Ошо бәләкәй генә өй тулы нур, ҡот ине, сөнки беҙгә бер нәмә лә кәрәкмәне! Ҙур улыма өс, бәләкәй улыма яңы бер йәш тулып килгәндә... – ...Мин декрет ялында инем, ҡапыл ғына инфаркт булып, Наилем үлеп китте. Ни кисергәнемде һөйләп тормайым, үҙем саҡ тере ҡалдым. Балаларҙы баҡсаға биреп, эшкә сыҡтым. Эше ярай эш, балалар ауырый ҙа китә. Әле береһе менән, әле икенсеһе менән больничныйға сығам, үҙем дә йыш ҡына сирләйем. Стресс ғәләмәтелер инде. Был мәктәп етәкселегенә оҡшамай башланы. Йәйгә тиклем түҙҙеләр ҙә башҡа эш эҙләргә ҡуштылар. Рәсми рәүештә улар мине эштән ебәрә алмай, ике бәләкәй бала, аталары юҡ, үҙҙәре лә шулай тине. Аңлап торам, былай уҡытыуҙың рәте юҡ, үҙемә лә уңайһыҙ, эшләмәгән көндәрем эшләгәндән күберәк ине, ниндәй белем бирәһең?! Киттем мәктәптән. Унан киткәс, өйҙө лә ҡалдырырға кәрәк. Ярай әле йыраҡта булһа ла атай-әсәй бар, улар аҡса менән ярҙам итеп, баяғыһынан да аламараҡ, бынан да бәләкәйерәк бер өйҙө һатып алдыҡ. Ҡыш һыуыҡ, утын әҙерләргә, бысырға, ярырға, мейескә яғырға кәрәк. Һыу алыҫта, колонкала. Ике баланы өйҙә ҡалдырып китеүе лә ҡурҡыныс – эй, тиктормаҫ, боҙоҡ булдылар! Бер тапҡыр өҫтәренә ҡайнаған сәйнүкте түңкәреп, бешеп ултырҙылар. Икенсе тапҡыр розеткаға ҡәләм тығып, саҡ токтан һуғылманылар. Бер аҙна утһыҙ ултырҙыҡ. Шуға һыуға барһам, санаға феләктәрҙе бәйләйем, уның алдына бер улымды, артына икенсеһен тотондороп, баҫтырып ҡуям да, бергә алып китәм. Феләк үҙе ауыр, етмәһә, ике бала менән көсөм етмәй, илай-илай ҡайтам. Үлгән Наилыма ла, Аллаһы Тәғәләгә лә үпкәләйем: «Ни өсөн ташлап киттең?! Һиңә рәхәт, ожмахта йөрөйһөңдөр! Ә миңә бынау икәү менән этләнергә! – тип мәрхү-мемде, – Ни өсөн тик миңә генә шулай ғазапланырға?! Бер үҙемә күпме этлек, күпме ғазап! Эй, Аллаһым, юҡтырһың һин!» – тип Уға ла ғәйеп ташлайым... Бер шулай илағанда өлкәне: «Әсәй, нимәгә илайһың? Көсөң етмәйме? Илама, ҙурайғас, беҙ һине санаға ултыртып ҡына алып йөрөрбөҙ!» – тигән була.
Ҡайһы саҡта урамдың ҡаршы яғында йәшәгән бер әбей килеп ултыра, балаларҙы ҡараштыра. «Бушҡа көйәләнмә, балалар ни үҫер ҙә китер, күрмәй ҙә ҡалырһың! Ҙур ярҙамсы булырҙар!» – ти.
Улымдың һәм ошо әбейҙең һүҙҙәре миңә ҡанат ҡуйҙы: үҫерҙәр, ярҙам итерҙәр, шул саҡта көлөп кенә йәшәрмен, тием. Мәктәпкә башҡа барманым, бер ойошмаға иҙән йыуыусы булып төштөм. Сөнки һыуыҡ өйҙә йәшәп, балалар йыш сирләне. Наилымдың вафатына һигеҙ йыл тигәндә яңынан тормошҡа сыҡтым. Ҙур улыма – ун бер, бәләкәйенә һигеҙ йәш ине. Ныҡ арығайныҡ өсәүләп донъя көтөп, улдарым да риза булды. Һәйбәт кешегә тап килдем: мине лә ныҡ яратты, балаларҙы ла ҡаҡманы. Тәүҙә минең уға ҡарата бер тойғом да булманы: донъя көтөрлөк булһа еткән, тинем. Йәшәй-йәшәй яраттым бит бынымды ла. Ифрат киң күңелле, беҙҙең өсөн өҙөлөп торған Фәнүземде яратмаҫлыҡ та түгел ине! Иң беренсе мине техничка эшенән ебәрҙе. Киренән урта мәктәпкә уҡытырға барҙым. Яратҡан, һағынған һөнәремде теләп, рәхәтләнеп башҡарҙым. Ә Фәнүзем эшкә шул ҡәҙәр әрһеҙ, бер минут тик тормай. Минең алама өйөмдө, уның әсәләренән ҡалған иҫке өйөн һатып, үҙенең ситтә эшләп йөрөп, йыйып ҡайтҡан аҡсаһын ҡушып фатир алдыҡ. Иркен, яңы, яҡты, газы ла, һыуы ла, бәҙрәфе лә бар. Этләнеп сей утын яғып, алыҫтан һыу ташып, һыуыҡ өйҙә туңған беҙгә был ожмах кеүек күренде! Өс йыл йәшәгәс, йәнә ауырға ҡалғанымды белдем. Байтаҡ ҡына икеләнеп йөрөнөм: малайҙар ни тиер, риза булырмы, ҡабул итерме? Фәнүз менән улар араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡмаҫмы? Үҙ балаһы булһа, минекеләрҙе артыҡ күрмәҫме, ҡаҡмаҫмы? Иремдән алда, ул өйҙә юҡта, малайҙар менән кәңәшләштем. Эй ҡыуанып киттеләр: ҡустыбыҙ була, ҡустыбыҙ! Балалар риза булғас ҡына Фәнүзгә әйттем. Ә уның шатланыуы! Ҡыҙыбыҙ тыуғас, өйгә яңы бәхет инде! Иң матур, иң күңелле, донъябыҙ бөтөн саҡтар! Малайҙар мәктәпте бөттө, өлкәне шоферлыҡҡа ғына уҡыны ла бер йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайтты. Бәләкәсе институтҡа уҡырға инде. Бәхетле йәшә лә йәшә! Бөтә нәмә бар: яратҡан ирем, балаларым бына тигән! Юҡ шул, яҙмыш йәнә ҡолата һуҡты мине! Ҙур улымды бер елбәҙәк ҡыҙ армияға оҙатып ҡалғайны. Беҙҙең Ҡариҙел ҙур түгел, бөтөн кешене беләбеҙ тип әйтерлек. Был ҡыҙ улым китеү менән башҡалар менән йөрөнө, баламды онотто. Улым ҡайтҡас та: «Барма! Йөрөмә шул ҡыҙға!» – тинем. Йәш саҡ, йүләр саҡ, әсәйҙәрҙе тыңлап тораһыңмы ни? Ишетмәне лә тыйыуымды, китте баяғыға. Нимә тигәндер, әллә дуҫ-иштәре һөйләгәндерме бының улым юҡта ҡулдан-ҡулға йөрөүен, бик бөтөрөнөп ҡайтып инде. Үҙем белгәнсә йыуаттым, Фәнүзем дә матур итеп аңлатты: «Ерҙә ҡыҙҙар күп! Һин сибәр егет, бынан йөҙ мәртәбә артыҡты табырһың! Уға үс итеп, һәйбәт йәшәргә, балалар үҫтерергә кәрәк! Әйҙә үкенһен аҙаҡтан һине көтмәгәненә!» – тине. «Шулай итермен», – тине балам. Тынысландырып йоҡларға һалдыҡ. Ул өйҙә булғас, күңелебеҙ ҙә тынысланды. Үлек йоҡоһо ныҡ була, бер уянмай ҡаты йоҡлағанбыҙ: ошо төндә үҙ бүлмәһендә... үҙенә ҡул һалған бәпәйем!.. – Гөлсөм һулҡылдап илап ебәрҙе. Уны тыңлап ултырған класташ ҡыҙҙары ла үкһене.
– Етер, Гөлсөм, һөйләмә. Ҡайғыңды яңыртма, – тинеләр.
Гөлсөм тиҙ арала үҙен ҡулға алып, йылмайғандай итте, күҙ йәшен һөрттө.
– Юҡ, ҡыҙҙар, бер башлағас, аҙағына тиклем еткерәм. Тағы әллә күрешеп була, әллә юҡ... Күп иланым улымды юғалтҡас: «Инде үҫеп етеп, миңә терәк булырға тейеш инең! Күпме ыҙаланып үҫтерҙем мин һеҙҙе! Һыуға йөрөгәнде генә иҫлә! Әсәй, илама, ҙурайғас, һине үҙем санала йөрөтөрмөн, тинең. Ҡайҙа санаң, ҡайҙа үҙең?! Йөрөт, күтәреп йөрөт әсәйеңде, мин һеҙҙе мең ыҙалыҡ менән әҙ күтәреп йөрөттөммө?! 25 йәшемдә генә атайыңдан ҡалып, сей утын яғып, һыуыҡ өйҙә елкәм сейләнмәнеме?! Һеҙ өшөмәһен, ауырымаһын тип, төнө буйы һеҙҙе ҡосаҡлап, йылытып яттым! Бына хәҙер мин өшөйөм, нишләп йылытмайһың?!» – тип балама ныҡ әрненем. Йәнә Хоҙайға ла тел тигеҙҙем: «Ә Һин нимә ҡарайһың?! Шуның өсөн үҫтерҙемме улымды? Шуның өсөн этләндемме?! Булһаң әгәр, күрһәт ҡөҙрәтеңде, ҡайтар улымды?!» – тип ҡысҡырып-ҡысҡырып рәнйенем. Әсәйем бахыр үҙе саҡ йөрөй, мине тыя: «Балам, риза бул! Риза булам, тип әйт. Ошоноң менән бөтһөн ҡайғыларың, башҡаларың һау булһын, тип телә!» – тип аҡыл өйрәтә. Уны ишетерлек хәлдәме ни мин! Уны ла әрләйем: «Инде тағы нимә булһын! Ҡылырын ҡылды бит инде Аллаң!» – тип ебәрәм... Тағы үлеп терелдем. Икенсе улым, бәләкәс ҡыҙым, Фәнүзем арҡаһында йәнә кеше хәленә ҡайттым... Әммә риза булманым Аллаһтың был мәрхәмәтһеҙлегенә... Шулай ҙа мин дингә килдем. Нисекме? Ултырып аят-сүрәләр уҡып, ятлап, тиһегеҙме?! Юҡ, тағы ҡайғылар аша алып килде ул мине үҙенә... Был ҡара көндәрҙе һөйләүе түгел, уйлауы ла ҡурҡыныс, – Гөлсөм тағы тынды. Ауыр итеп тын алды, башындағы яулығының осо менән күҙен һөрттө. – Улым ҡайғыһынан арынып, һәүетемсә йәшәй ҙә башламаным, бер юлы Фәнүземде лә, икенсе улымды ла юғалттым. Уҡыуҙары бөткәс, улымды Өфөнән каникулға алып ҡайтырға киткәйне. Ҡайтып етергә күп тә ҡалмаған: бер иҫерек водитель йөк машинаһы менән беҙҙекеләрҙең өҫтөнә барып менгән... Уларҙы ерләшә лә алманым, хәлем ҡыл өҫтөндә булған, айҙан ашыу дауаханала ятып, саҡ әҙәм булып сыҡтым. Йәшәүҙән төңөлгәйнем. Бер кемде лә: туғандар, дуҫтар, коллегалар түгел, атай-әсәйемде, хатта ҡыҙымды ла күргем килмәй. Һөйләшкем килмәй... Йоҡоһоҙ төндәр мине алйотҡа әйләндерҙе... Бушҡа туҙынам, әйберҙәрҙе ватам, тураҡлайым, Аллаһты әрләйем! «Йә, ал мине лә, ал! Ни гонаһтарым өсөн былай язалайһың?! Ни өсөн! Мин генә ҡалдым, ал мине лә! Туйҙым йәшәүҙән!» – тип ҡысҡырам.
Атай менән әсәй янымда йәшәй хәҙер, ташлап ҡайтырға ҡурҡалар. Ашамайым да, эсмәйем дә, донъяны емереү менән генә булам. Ҡыҙым да минән ҡаса, уны ла тере бире кеүек күрәм. Килһә, әрләйем, туҙынам! Әсәй байғошом тағы әйтте: «Риза бул, балам! Ҡыҙың бар бит!» – тине... Шул саҡ башыма тондорғандай булды: ҡыҙым бар ҙа баһа! Уны ла юғалтыу ихтималлығы яңы башыма барып етте. Баламды ҡосаҡлап иланым-иланым да, ризалығымды бирҙем. «Эй, Аллаһым, гонаһтарым булһа, кисер! Башҡа бәлә-ҡаза бирмә! Ошо ҡайғыларға ризамын! Тик уларҙы еңер өсөн көс бир, түҙемлек бир, еңеллек бир! Һин дә минән риза бул!» – тип ялбарҙым.
Әллә Аллаһы Тәғәлә ишеттеме, ошо көндән башлап, үҙем дә белмәгән теләктәр әйтә, ялбарып, доғалар уҡырға тотоноп киттем. Шулай килдем мин Аллаһы Тәғәләмә... Бына шулай «бәхетле» минең тормошом, ҡыҙҙар... Ике йыл тулып үтте Фәнүзем менән улымды ерләгәнгә... Инде ҡыҙыма оҙон ғүмер, бәхет, тәүфиҡ теләп кенә үткәрәм көндәремде... Рәмилә, хәҙер һин сағыштырып ҡара: ике улын, ике ирен ерләгән мин бәхетлеме, өс балаң да имен-һау һин бәхетһеҙме?!
Ауыр тынлыҡ урынлашты. Ҡатын-ҡыҙ мыш-мыш танауын тартты, ир-аттың кемеһе тәмәке тарта, тәмәкеһен тоҡандырып, кемеһе уларға иптәш булып ҡына торор өсөн ситкәрәк китте...
– Ғәфү ит, Гөлсөм! Ғәфү итегеҙ, ҡыҙҙар! – тине Рәмилә шым ғына. – Донъяла иң бәхетһеҙе мин икән, тип уйланым ошоғаса... Улай түгел икән дә баһа! Һин дә ғәфү ит, Ғәлиә! Бушҡа башланым улың тураһында... Теләйһеңме, мин Фаян менән Замирға алданым тип әйтәм, яраштырам уларҙы?!
– Юҡ, кәрәкмәй! – тине Ғәлиә ҡаты итеп. – Замир Даянды үҙенең улы түгел икәнде белмәгән тиһеңме?! Мин өйләнешмәҫ элек үк, ул миңә дуҫлыҡ тәҡдим итеп, осрашыуға саҡырып йөрөгәндә үк әйттем ауырлы икәнемде. Тик атаһының ғына кем икәнен әйтмәнем, ул һораманы. «Кемдән булһа ла, бала минеке булыр, бер ҡасан да ул турала хәтереңә төшөрмәм. Һин дә онот, мин дә онотормон», – тине.
Ошоға тиклем егерме йыл беҙ ул турала уйламаныҡ та. Үҙенән ике ҡыҙ, ике малай тапҡас та, Даянға, ҙур улына ҡарашы үҙгәрмәне Замирҙың. Башҡаларға ҡарағанда ла баш балаһын нығыраҡ яратты! Бөгөн килеп һин, бөтөн ғәм алдында, уның йөҙөн йырттың, Рәмилә! Мине рәнйетер, ҡағыр, мин дә бәхетһеҙ булһын, тинеңме! Юҡ! Мин уны алдаманым! Бөтәһен дә алдан белгәс, һин әйтте, тип кенә Замирҙың миңә ҡарашы үҙгәрмәҫ! Ә бына һине, белмәйем, ғәфү итерме икән?!
– Мин инде ғәфү үтендем, Ғәлиә! Тубыҡланайыммы ни?! – тине Рәмилә аҙарынып.
– Тубыҡланыуҙан ни фәтүә?! – тине Ғәлиә. – Эйе, Даянымды мин тәүге мөхәббәтемдән, Фаянымдан таптым. Ә башҡаларын Замирҙан, икенсе иремдән – икенсе мөхәббәтемдән. Шулай, ҡыҙҙар, мөхәббәт берәү генә булмай икән, бушҡа ғына тәүге мөхәббәт, беренсе мөхәббәт тип йөрөтмәйҙәрҙер, тимәк, икенсеһе лә була һөйөүҙең! Бына бит Гөлсөм дә беренсе ирен дә, икенсеһен дә яратҡан...
– Шулай, – тине Гөлсөм, ул һөйләп, көйәләнеп, ҡайғыларын яңыртып, ныҡ арығайны. – Бәлки, һинең дә һөйөүең ҡайҙалыр яҡында ғына йөрөйҙөр, Рәмилә! Тышҡы ҡиәфәтенә, һылыулығына түгел, кешелеклегенә ҡарап һайларға ғына кәрәктер үҙеңә иште?! – Ҡыҙҙар, мин дә бер һүҙ әйтәм, – тине бығаса шым ғына ултырған класташ ҡатындарҙың береһе.
– Минең тормошом һеҙҙекенә ҡарағанда етеш, ҡайғы-хәсрәтһеҙ кеүек. Ирем бар, балалар теүәл. Ләкин... мин ныҡ сирле. Яман шеш... Шул сир менән көрәшеп үткәрәм һанаулы ғына ҡалған көндәремде... Әйтер һүҙем шул: кеше тере икән, уның мөмкинлектәре сикһеҙ! Үлемде генә еңеп булмай, башҡа бөтөн нәмәне лә еңеп була! Гөлсөм, Ғәлиә, Рәмилә һәм башҡалар! Һеҙ үҙегеҙ һап-һау! Шул сәләмәтлектең ҡәҙерен белегеҙ һәм рәхәтләнеп йәшәгеҙ! Бына миңә табиптар бик әҙ ғүмер вәғәҙәләй, ә мин үс итеп был тормошто яратып, ҡулымдан килгән бөтөн нәмәне эшләп, теләгән еремә йөрөп, донъя күреп ҡалырға тырышам. Сөнки... иртәгә, бәлки, мин булмам... Тағы ауыр тынлыҡ урынлашты. Ситтә ирҙәр көңгөр-ҡаңғыр һөйләшә, тәмәке еҫе килеп бәрелә.
– Минең дә ирем эсә, уның менән эт менән бесәй шикелле ирешеп-талашып көн итеүемде һөйләп, зарланып алайым, тигәйнем. Һеҙҙең яҙмыштан һуң минең тормош ал да гөл икән бит, – тине тағы бер һабаҡташтары...
– Уй, арыттырҙы... Был һөйләшеүҙәрҙән, эс серҙәренән һуң көлөшөп-йырлашып, уйнап-көлөп ултырып булмаҫ. Әйҙәгеҙ, бөгөнгә таралышайыҡ, иртәгә лә көн бар, – тине Гөлсөм.
– Иртәгә мәктәптә осрашайыҡ. Кабинеттар буйлап йөрөрбөҙ, уҡытыусыларыбыҙҙы күрербеҙ. Иң мөһиме – барыбыҙ ҙа имен, ҡалғаны үҙебеҙҙән тора! Кемдәр йәйәүләп, кемдәр машина менән яйлап ҡына таралышты. Һәр кем үҙ уйына батҡайны... Иртәгә яңы көн тыуыр, бары матур осрашыуҙар, яңы шатлыҡ-һөйөнөстәр генә алып килһен ине ул көн!