Рухиәт
8 Октябрь , 12:30

Ҡолсорала ҡурайға арналған сара

Ҡолсора ауыл китапханаһында "Моңло ҡурай, серле ҡурай" исемле бик матур әҙәби уҡыу дәресе үтте. Илшат Салауат улы уҡыусыларға ҡурайҙы эшләү серҙәрен, аҙаҡтан ҡурайҙа уйнап та күрһәтте, бәләкәстәр ҙә ҡурайҙа "һыҙғырып" ҡараны

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡолсорала ҡурайға арналған сараҠолсорала ҡурайға арналған сара
Ҡолсорала ҡурайға арналған сара

Ҡолсора ауыл китапханаһында "Моңло ҡурай, серле ҡурай" исемле бик матур әҙәби уҡыу дәресе үтте. Дәрестә беҙ уҡысылар менән ҡурайҙың моңло ла, серле лә булыуын асыҡланыҡ.
Халыҡ ижадына ингән ҡурай тураһында мәҡәләләр менән таныштыҡ, "серле конверт" эсендәге йәшеренгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштырып, йомаҡтарҙы систек, ҡурай тураһында әкиәт тә тыңланыҡ, ҡурайсылар менән таныштыҡ, "ҡурай" һүҙенән һүҙҙәр төҙөнөләр...
Башҡортостандың ете мөғжизәһе менән таныштылар, мөғжизәләрҙең береһе ҡурай булыуын, ҡурай рәсеменең Республикабыҙҙың гербында, флагында ла булыуын, 7 таждың 7 ырыу берҙәмлеген символлаштырауын белделәр.
Дәрестән уҡыусылар үҙҙәренә бик күп мәғлүмәт алдылар, Илшат Салауат улы уҡыусыларға ҡурайҙы эшләү серҙәрен, аҙаҡтан ҡурайҙа уйнап та күрһәтте, бәләкәстәр ҙә ҡурайҙа "һыҙғырып" ҡаранылар. Ошондай уҡыусылар барҙа, ҡурайҙың да киләсәге булыр тигән өмөт бар.
Дәрестә ҡатнашҡан, Илшат Салауат улы Мөхәмәтшин етәкселегендә килгән 5-се класс уҡыусыларына ҘУР рәхмәтемде белдерәм.

Гүзәл Мөхәмәтҡужина,
Ҡолсора ауылы китапханасыһы.

Ҡолсорала ҡурайға арналған сара
Ҡолсорала ҡурайға арналған сара
Автор:Гузель Салихова