-2 °С
Ясно
Таулыҡай ауылынан Ишалиндар ғаиләһен ауылдаштары йүнсел, уңған, эшлекле ғаилә тип беләләр. Ғаилә башлығы Булат Зекрейә улы менән Хәнифә Азамат ҡыҙы тырышып донъя көтөү менән бер рәттән, ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнашып йәшәйҙәр.
1 октябрь Оло йәштәгеләр көнө алдынан Ишалиндар ғаиләһе ҡорбан салдырып, Түбә ауылындағы ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн алып барып ҡайттылар. Уңған хужабикә ҡорбан ашына бишбармағын, ҡоротон да хәстәрләне.
Ҡорбанды ейәндәре Илгизгә инселәп салдырғандар. Улар улдарының, барлыҡ балаларҙың тыныс тормошта, бәхетле йәшәүен теләп, изге теләктәр теләйҙәр. Ҡарттар йорто хеҙмәткәрҙәре сауаплы эш башҡарыусы Ишалиндарға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.