Ололар көнө алдынан Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатова, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Миңһылыу Әхмәҙина, мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар ағинәйҙәр рәйесе булып эшләгән Гөлдәр Юлмөхәмәтовалар ололарҙың хәлен белде, байрам менән ҡотлап сыҡты.
96 йәшлек Нәфисә Мәхмүтова иң оло инәйҙәрҙең береһе. Һуғыш осоронда тракторҙа ла эшләгән, мейес тә сығарған, ир-егеттәр эшендә лә һынатмаған. Быйыл үҙҙәренең 90 йәштәрен туйлаусы инәйҙәр - Нурия Мәхмүтова, Маһира Айытбаева, Фәриҙә Әхмәтова, Сәлимә Әхмәтоваларҙың да бала саҡтары ауыр һуғыш осорона тура килә. Улар элек-электән бергә ҡатнашып йәшәне, балалыҡ, йәшлек саҡтары бергә үткән.
Беҙҙең 90 йәшлек, унан өлкән инәйҙәрҙең хәлдәрен белеп йөрөгәнде ишетеп, 86 йәшлек Сәрүәр Мөхәмәдйәнова инәйҙең ҡыҙы, әсәй янына ла инеп сығығыҙ, сырхаулап тора тип үтенесен белдерҙе. Күстәнәс, бүләктәребеҙҙе алып инеп сыҡтыҡ. Өйөн гөл-сәскәгә күмгән, матурлыҡ яратҡан Сәрүәр инәй беҙгә лә бүлмә гөлдәре биреп, ҡыуанып оҙатып ҡалды.
"Оло инәйҙәрҙең беҙгә һөйләп һүҙҙәре бөтмәй, кемеһе таҡмаҡ әйтә, кемеһелер йырлап та ишеттерҙе. Уларҙы беҙ биргән бүләк тә, күстәнәс тә ҡыҙыҡһындырмай, бер йылы һүҙ етә. Инәйҙәрҙе күреп, улар менән аралашып ҡыуанып ҡайттыҡ. Һәр береһе балаларының ихтирамын, иғтибарын тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Донъялар тыныс, һәр икегеҙ имен-һау булығыҙ, тип изге теләктә-фатихаларын биреп ултыра. Үҙегеҙгә лә һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ насип булһын, ауылымдың ихтирамлы инәйҙәре. Байрам менән! Хөрмәтле ауылдаштар, ололар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла 1 октябрь Билал мәҙәниәт йортонда үтәсәк Ололар көнө байрамына саҡырабыҙ! Башлана: 12:00" - тине Райхана Булатова.