Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
29 Сентября , 09:35

Яҙмыш илатҡанда ла, сабыр була алдыҡ

“Ғаилә ҡорғанда атайыңа ни бары 16, ә миңә 13 йәш ине”,-тип һөйләр булған ул ҡыҙы Ғәлиәгә. Был йәштә улар әле бала ғына була. Берсә Һаҙыйҙың, берсә Ғәлимәнең урамда балалар менән онотолоп уйнап киткән саҡтары була. Унан ҡапыл иҫтәренә төшөп йүгереп ҡайталар йәки ололар әрләп өйгә индереп ебәрә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙмыш илатҡанда ла, сабыр була алдыҡЯҙмыш илатҡанда ла, сабыр була алдыҡ
Яҙмыш илатҡанда ла, сабыр була алдыҡ

Яҙмыш илатҡанда ла, сабыр була алдыҡ...

Баймаҡ урамдары буйлап, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, атлап түгел, ә осоп йөрөгән Ғәлиә Һаҙый ҡыҙын күптәр белә. Заманында һөнәрселек училищеһында белем биреп, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән ханым оҙайлы йылдар хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бик әүҙем тормош алып бара. Ул инвалидтар ойошмаһына диами ярҙам күрһәтеп, көмөш ирекмәндәр сафына ингән. Бынан тыш йога менән шөғөлләнә, төрлө дарыу үләндәренең шифаһын яҡшы белә. Шулай уҡ Ғәлиә апай 55 йәште үткән гүзәл заттарҙы йыйған бейеү түңәрәгенә кинәнеп йөрөй. Унда күнекмәләрҙе еңел генә эшләп, барыһын да хайран ҡалдыра.

Барыбер бәхетлемен

“Шул тиклем көс-дәрт һеҙгә ҡайҙан килә?” -тип һорайым уға һоҡланып. “Атай-әсәйем бик көслө кешеләр булды. Улар заманына хас бар ауырлыҡтарҙы кисерә, ләкин бала ҡайғылары ла уларҙы йыға алмай. Әсәйем йөҙ йәшкә тиклем яҡынлап, асыҡ зиһенле, тормошто яратыусан булып, йылмайып ҡына мәрхүмә булды. Унан көс алып өйрәнгәнмендер. Сөнки миңә лә тормош иптәшемде бик иртә юғалтып, яңғыҙыма 3 баланы аяҡҡа баҫтырырға тура килде”, - тине ул.

Эйе, Ғәлиә апай үҙенең тормош иптәше Сергей Бондаренконы Силәбе институты педагогия факультетының икенсе курсында уҡығанда осрата. Ошо уҡ ҡалала танк ғәскәрендә әрме хеҙмәтендә булған егет башҡорт ҡыҙына тәү ҡараштан ғашиҡ була. Диплом алған Ғәлиә Һаҙый ҡыҙын Өфө мәктәбенә йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрәләр. Әрме хеҙмәтен тултырған Сергей Бондаренко ҡыҙҙы эҙләп таба. “Беҙҙең туй бик ҡыҙыҡ булды. Беҙ Өфө ЗАГС-ына барып никахыбыҙҙы теркәнек, ә унан туй кейемендә самолетҡа ултырып Баймаҡҡа остоҡ. Беҙҙе бында туғандарыбыҙ көтөп тора ине. Сергей балалар йортонда тәрбиәләнгәс, Баймаҡ кешеһенә әүерелде. Әсәйем бик яратты һәм хөрмәт итте кейәүен. Тик ғүмере ҡыҫҡа булды шул...”

Эйе, бәхетле пар 29-сы һөнәрселек училищеһында эш башлай. Ғәлиә апай белем бирһә, ире мастер була. Унан ғаилә башлығы ПМК-ла иретеп-йәбештереүсе булып эшләй. Бер-бер артлы өс ҡыҙҙары донъяға килә, хөкүмәт йәш парға 4 бүлмәле фатир бирә. Шул саҡта ғаилә башлығы себер яҡтарына барып, фатирға йыһаз алыу өсөн аҡса эшләргә була. Үкенескә ҡаршы, йәш ир шахталағы фажиғә ваҡытында һәләк була.

“Яҙмышы иҫ китмәле ауыр булып та, йылмайыуын юғалтмаған, ныҡ дини әсәйемдең янымда булыуы ғына мине аҡылдан яҙыуҙан һаҡлап ҡалғандыр. Әсәйем мине ҡурсаланы, һаҡланы. Икебеҙ ҙә ғүмер буйы тик беренсе һәм мәңгелек йәребеҙҙе генә яраттыҡ. Үҙемде бәхетлемен тип һанайым, сөнки ысын мөхәббәт хистәрен кисерҙем. Был һәр кемгә бирелмәй бит. Әсәйем дә атайым тураһында шулай тип әйтә торғайны”,-ти Ғәлиә апай.

Ун өс йәшлек килен

Ғәлимә Фатих ҡыҙы Мусина 1909 йылдың 12 авгусында Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған. Сәйәси золом ҡорбаны булараҡ, тормош иптәше Һаҙый менән уларға күп юғалтыуҙар, йәберләүҙәр кисерергә тура килә. Әммә көслө рухлы Мусиндар тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмай.

Тормош Ғәлимәне бик иртә һынай башлай. Ул ете йәшендә әсә наҙынан мәхрүм була. Әсәһен һуңғы юлға оҙатыуын аңламайынса, бер туҡтауһыҙ яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөрткән өләсәһенең итәгенә йәбешеп тороп ҡала. Һөйөклө әсәһенең “ҡолонсағым” тигәнен төштәрендә генә ишетеп уяна. Үҫә килә үҙен ауылдың иң сибәр, шул уҡ ваҡытта үткер, йор телле, ҡыйыу, уңған ҡыҙы итеп танытып өлгөрә Ғәлимә. Етмәһә, мулла ғаиләһендә үҫкәнлектән, заманына күрә уҡымышлы ла була. Үҫмер ҡыҙға күп егеттәр күҙ атып йөрөй, уны нисек тә ауылдан ситкә ебәрмәҫкә тырышалар. Ләкин Ғәлимәне атаһы Фатих мулла күрше Таулыҡай ауылы егетенә кейәүгә бирә. Егәрле, тыйнаҡ холоҡло Һаҙыйҙы ҡыҙ үҙе лә яратып өлгөрә. Бәлки, йәштәрҙе яҙмыштарының оҡшаш булыуы ла яҡынайтҡандыр. Һаҙый ҙа ун ғына йәшенән үкһеҙ етем ҡалып, өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән. “Ғаилә ҡорғанда атайыңа ни бары 16, ә миңә 13 йәш ине”,-тип һөйләр булған ул ҡыҙы Ғәлиәгә.

Был йәштә улар әле бала ғына була. Берсә Һаҙыйҙың, берсә Ғәлимәнең урамда балалар менән онотолоп уйнап киткән саҡтары була. Унан ҡапыл иҫтәренә төшөп йүгереп ҡайталар йәки ололар әрләп өйгә индереп ебәрә.

Боласыл заман

Донъяларҙың үҙгәргән, болғанған мәленә тура килә уларҙың йәшлеге. 17-се йылғы Октябрь революцияһы еле Баймаҡ яҡтарына ла килеп етә. Йәшлек дәрте, матур донъя көтөү хыялы менән янып, “Комсомол” колхозын төҙөйҙәр. Һаҙый комсомол секретары була, бер аҙҙан райпотребсоюзда эшләй башлай. Иренең егәрле, йүнсел булыуына Ғәлимә һөйөнөп бөтә алмай. Бигерәк тә улдарының тыуыуы, икенсегә бәпес көтөүҙәре уларҙың тормошон тағы ла йәмләндереп ебәрә. Йәш атай менән әсәй балаларының һәм үҙҙәренең киләсәге тураһында хыяллана, һәр ваҡыт ошолай бәхетле йәшәүҙәренә өмөтләнә. Улыҡайын ҡулына алған һайын Ғәлимә: “Эй, Хоҙайым, үҙем әсә наҙын күрмәй үҫтем, исмаһам, балаларымды беҙҙән – ата-әсәһенән мәхрүм итмә”, - тип теләй.

Йәштәрҙең дәртләнеп донъя көтә башлаған мәлендә яңы хөкүмәт “халыҡ дошманы”, “кулак” тигән атамаларҙы тыуҙырып, кешеләрҙә ошо төшөнсәләргә яраҡлаштыра һәм берәм-берәм сүпләп, һөргөнгә ебәрә башлай.

Эргә-тирә ауыл кешеләре себергә ебәрелә башлағас, Ғәлимә хафаға ҡала. “Мөлкәтебеҙ күп булмаһа ла, ярлы түгелбеҙ. Бер үк алып китә күрмәһендәр беҙҙе лә”. – тип уйлай ул.

Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәй, Ғәлимә менән Һаҙыйға ла сират етә. Әммә “кулак” яһап ебәрерлек байлыҡтары булмай йәш ғаиләнең. Ахырҙа, барлы-юҡлы шәхси милкен тартып алып, Ғәлимәне мулла ҡыҙы тип Иркутск өлкәһендәге Черемхово ҡалаһы янындағы ҡаҡ далаға ебәрәләр.

Һаҙыйҙы 1930 йыллың 1 авгусында уҡ һөргөнгә оҙатҡан булалар. Был ваҡытта уларҙың Ҡаһарман исемле улдары тыуған була. Ғәлимә ирен Баймаҡҡа юллап бара. Ошо мәлдә Баймаҡ районынан йөҙләгән кеше ат һарайына бикләнгән була. Тик Һаҙый Мусинды Орск яғына оҙатып өлгөргәндәрен белә. Ғәлимә ауылына ҡайта, тик йорттарына арест һалынғанын белә. Уның үҙен дә ҡулға алалар. Икенсе балаһы менән ауырлы булған йәш ҡатынды өйөнә индермәйҙәр. Күршеләре уны йәлләп тултырып ҡуйған сумаҙанды ла бирмәйҙәр. Был ғына түгел, Ғәлимәнең ҡолағынан көмөш алҡаларын йолҡа тартып алалар, башҡа биҙәүестәрен дә систерәләр. Уның менән бергә Әғзәм Мусин, Исхаҡовтар, Әғләм Тулыбаев, Мәлифә Ҡоланбаеваны Богачевкаға алып китеп, тағы тентеү яһайҙар. Артабан уларҙы Сара станцияһында тауар вагондарына шыплап тултырып, конвой аҫтында себер яҡтарына һөрәләр. Һыуһыҙ, икмәкһеҙ барған кешеләр үлә башлай. Уларҙы конвой вагондарҙан ырғытып бара. Ауырлы Ғәлимә кескәй улы менән ире янына көскә барып етә.

Көслө рухлы йәш ҡатын төшөнкөлөккә бирелмәй. Ни булһа ла, Һаҙыйым менән бергә түҙербеҙ әле, тип үҙен йыуата. Ә себерҙә йәштәрҙе береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ ҡаршылыҡтар көткән була. Уларҙы Черемховолағы шахтаға ебәрәләр. Ғаилә аслыҡ-яланғаслыҡта көн итә. Етмәһә, торор урындары булмағас, уларға һыуыҡ вагондарҙа йәшәргә тура килә. Бары тик бер нисә йылдан ғына үҙ ҡулдары менән барак төҙөп сыға йәштәр.

Кисерегеҙ, улыҡайҙарым

Бындай ауыр шарттарҙа, әлбиттә, йәш баланы тәрбиәләү мөмкин түгел. Тыуған ерен, Ирәндеген һағынып һарыға һабышҡан Ғәлимә менән Һаҙый өҫтөнә ҡайғы өҫтөнә ҡайғы килеп кенә тора. Һөргөндә улар күҙ ҡараһындай һаҡлаған өс улыҡайы ла үлеп ҡала. Күңел тыныслығы таба алмағанда, балаларын һағынғанда Ғәлимә йыш ҡына улар ерләнгән урынға барып йөрөй. Сабыйҙарына әйтеп өлгөрмәгән иркәләү, наҙ тулы һүҙҙәрен әйтә. Балаларын бик иртә ата-әсә ҡосағынан тартып алып, үҙенең һалҡын ҡуйынына һалған ергә ятып: “Эй, балаҡайҙарым! Ҡыҫҡа ғына ғүмерегеҙ эсендә бер рәхәтлек күрһәтә алмаған, һеҙҙе һаҡлап ҡала алмаған атай-әсәйегеҙҙе бер үк кисерегеҙ. Ҙур булып үҫкәс тыуған ерҙәребеҙгә алып ҡайтырбыҙ тип өмөтләнгәйнек. Тик яҙмыш беҙ теләгәнсә хәл итмәне шул, ғәзиздәрем...”

Ғәлимә инәй яҡты донъянан киткәнсе: “Балаҡайҙарымдың ҡәбере сит-ят ерҙә бөтөнләй ҡарауһыҙ, ташландыҡ хәлдә яталыр инде”,- тип аҙарына.

Ҡайтыу

Революция, колхозлашыу осоронан арынып өлгөрмәгән халыҡҡа яңы бәлә – Бөйөк Ватан һуғышы килә. Мусиндар эшләгән Черемхово шахтаһында эштәр тағы ла көсөргәнешлерәк була бара. Тик Ғәлимә барыһына ла түҙә, яңынан донъя ҡорасаҡтарына ышана.

Бер көндө Ғәлимәне ут йоттороп, Һаҙый военкоматҡа фронтҡа ебәреүҙәрен һорап китә. Бөтә ир-егеттәр ил һаҡлап ҡырылған мәлдә тыныс ҡалырға Һаҙыйҙың намыҫы ҡушмай. Икенсе яҡтан, илде һаҡлаған өсөн “халыҡ дошманы” тигән мөһөрҙән, бәлки, азат итерҙәр тип уйлай. Тик Һаҙый күпме генә тырышмаһын, военкоматтың тупһаһын күпме генә тапамаһын, уны кире боралар.

Ас-яланғас көйөнә көнө-төнө шахтала эшләү эҙһеҙ үтмәй. Үпкә сире менән ҡаты ауырып киткән Һаҙыйҙы ҡатыны менән 1947 йылда Башҡортостанға ҡайтаралар.

Юҡлыҡҡа, мохтажлыҡҡа өйрәнгән ғаилә ҡайтыу менән ер ҡаҙып, землянкала йәшәй башлай. Үҙ ерҙәренең тупрағы ла йылытҡандыр, өмөт ҡабыҙғандыр – улар һәүетемсә генә йәшәп китә. Һөргөндә шахтер булып эшләгән Һаҙый Түбә руднигына эшкә бара һәм шул урынды хаҡлы ялға сыҡҡас та ташламай. Шулай эшләп йөрөгәнендә, 1976 йылда, аҡланғанын да белмәйенсә вафат була.

Бер кешенең яҙмышына түгел, унауҙыҡына торорлоҡ ҡайғы-хәсрәт, мохтажлыҡ, рәнйеүҙәр кисергән Мусиндарҙың ҡыҙҙары һәм улдары донъяға килә. Тырыштың балалары ла тырыш – барыһы ла юғары белем алып, тормошта үҙенең лайыҡлы урынын таба.

“Атайыбыҙ аҡ күлдәк кейеп, галстук тағып йөрөр ине. Ул һәр саҡ: “Уҡығыҙ балалар, уҡығыҙ! Грамоталы, белемле кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмай”,-тип ҡабатлар ине. Беҙ уның васыятына тоғро ҡалдыҡ”,-ти Ғәлиә Һаҙый ҡыҙы.

Ғәлимә инәйҙе яҙмыштың аяуһыҙ һынауҙары бер ҙә һындыра алмай. Йомшаҡ күңелле, итәғәтле, яғымлы Аҡ инәй булып һаҡлана ул яҡташтарының хәтерендә. Инәй иҫән сағында Баймаҡҡа килгән президентыбыҙ Мортаза Рәхимовҡа ҡымыҙ эсереп, үҙе ижад иткән шиғырын һөйләп ишеттереүен ғүмеренең ахыранаса ҡыуанып һөйләй. Сәсән телле инәй тураһында республика матбуғат саралары ғына түгел, ә венгр телевидениеһы ла төшөрә. Ғәлимә инәй оҙаҡ йәшәүенең серен: “Бәләкәйҙән Аллаһҡа ышандым. Кешеләргә асыуланманым, көйгән саҡта ла көлөп йәшәнем”, - тип әйтеп ҡалдыра.

Эйе, көслө рухлы, ауырлыҡтар кешелеклелеген тартып ала алмағандар ғына барыһын да еңеп сығыу һәләтенә эйә. Һәр ҡараңғы төндән һуң сағыу нурҙарға мансылған таң атыуын онотмайыҡ...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Яҙмыш илатҡанда ла, сабыр була алдыҡ
Яҙмыш илатҡанда ла, сабыр була алдыҡ
Автор:Гузель Салихова