

"Шүлгəнташ мəмерйəһе" ҡурсаулығы кубогына ярыш үтте.
Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан, шулай уҡ Силəбе өлкəһенəн барыһы 67 уҡсы ҡатнашты.
Иң көслө уҡсыларҙы килəһе этаптар көттө: -дүрткүҙ-18 м; -мəргəн-18 м; -тере һыу-25 м; -аждаһа-25 м; -һыбай-30 м; -тəкə бута-40 м; -төрөк путаһы-60/70 м. Йəш айырмаһы буйынса 55 йəшкə тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар, 55 йəштəн өлкəн апайҙар, 60 йəшкə тиклемге ир-егеттəр һəм 60 йəштəн өлкəн олпат аҡһаҡалдарға бүленде. Ярыш əобиттə яҡшы кəйефтə үтте. Сөнки беренсенəн Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған Бөрйəн районында Шүлгəнташ мəмерйəһе янында уҡ атыуы үҙ бер лəззəт. Уҡсылар рəхəтлəнеп атһын өсөн көнө лə шундай матур аяҙ торҙо. Баймаҡ районы уҡсыларының уңыштарына килгəндə ошолайыраҡ булды: 60 йəшкə тиклемге ир-егеттəр араһында көслө мəргəнлек күрһəтеп Рахманғолов Ғəфүр алтын миҙалға лайыҡ булды. 60 йəштəн өлкəн уҙамандар араһында Ғəлин Вахит ағайыбыҙ көсөргəнешле һынауҙарҙа бронза миҙалды яулап алды. Шулай уҡ Мырҙағəлин Илфат, Бикбирҙина Имангөл, Ҡолһарина Гөлгөнə көслө сығыштар яһаны. Махсус бүлəктəр өсөн атыштарҙа Өмөтбаев Тимур, Өмөтбаева Эльвира, Ҡолһарин Морат, еңеүгə өлгəште. Командалар араһындағы ярышта бер нисə мəрəйгə генə хужаларҙы беренселеккə уҙҙырып Баймаҡ уҡсылары көмөш миҙалға лайыҡ булды. Команда составы: Мырҙағəлин Илфат, Рахманғолов Ғəфүр, Бикбирҙина Имангөл һəм Ҡолһарина Гөлгөнə. Афарин баймаҡтар. Башҡорт балының, бигерəк тə Бөрйəн районың солоҡ балы даны барлыҡ донъяға яңғырап тора. Уның файҙаһы, шифаһын, тəмен йəнə берҙе татып ҡараһындар тип солоҡ балы бүлəк иттелəр беҙҙең йомарт ойоштороусыларыбыҙ. Ҙур рəхмəт һеҙгə бары өсөн дə.
Ятып ҡалғансы - атып ҡал!