Рухиәт
25 Сентября , 13:05

Рәнйеү ҡатыш әйтелһә лә...

Тыуасаҡ бәпесе өсөн үҙе бәйләгән ойоҡто тотоп, еҫкәп-еҫкәп уйланып, үҙ алдына һөйләнеп ултырған ҡыҙын күреп йөрәге әрнене Йыһандың. Үпкәләрлек урыны бар, “әсәй” һүҙен әйтә алмай үҫте ҡыҙы. -Әсәй, әсәй... Нимәң әсей унда һинең, -тиер ине ҡыҙын мыҫҡыллап. -Альбертовна тигән, йәки мамочка тиергә була. Үҙенең исемен яратманы Йыһан, русса яңғырашы яман, Зиган, космос. Шуға ла үҙенә Альбертовна тип өндәшеүҙе талап итте. Ваҡытында Зина исемен алырға теләгәйне лә, атаһы риза булманы, “мин үлгәс алмаштырырһың, мин исемеңде үҙем яратып ҡуштым”. Һуңынан күптәр Альбертовна тигәнгә күскәс, үҙе теләмәне, оҡшай ине шулай өндәшеүҙәре. Ҡыҙы өйрәнмәне, Альбертовна ла, мамочка ла тимәне, бик һирәкләп “мам” тиер ине. Асыуы килгәндә баҫым яһап, Альбертовна, тип ҡуя, йәнәһе һин миңә сит кеше. Аҡса барыһын да хәл итә, ҡыҙы түләүле уҡыуын да тамамланы, һәйбәт эш урынын да тапты, тик башҡаса үҙенә егеттәрҙе лә яҡынлатманы.

Рәнйеү ҡатыш әйтелһә лә...Рәнйеү ҡатыш әйтелһә лә...
Рәнйеү ҡатыш әйтелһә лә...

“Мам”

Хикәйә

Йыһан мәртәбәле генә итеп башын юғары тотоп, текә машинаһынан төштө. Ҡыҙы йәшәгән кейәү йортона ҡунаҡҡа килеүе, был уның йыл да ошо көндө ҡабатланып килгән маршруты тип әйтергә лә була. Һәр хәлдә хаҡлы ялға сыҡҡас был миссияһын теүәл үтәргә тырыша.

Бөгөн 23 февралдә берҙән-бер кейәүен байрам менән ҡотларға теләй. Шуға күрә ҡиммәтле генә ирҙәр футболкаһы һалынған матур ҡатырға пакетты, тортты ҡулына алырҙан алда асыҡ ҡапҡанан кейәүенең ихатала йөрөүенә иғтибар итте. Сәс-башын рәтләгән, һуңынан машинаһын тикшергән булып, бер аҙ тотҡарланыуы, үҙенсә көтәүәлләүенән ине. Бына Сергей Васильич ҡосағын йәйеп ҡаршы сығыр, хәл-әхүәлен һорашыр, өйҙәренә әйҙүкләр. Кейәү булып килгән йылдары шулай булды, хәҙер үҙгәрҙе кейәүҙәре, үҙгәрҙе... Үҙен күрмәмешкә һалышҡанын аңғарһа ла, Йыһан асыҡ йылмайып кейәүе янына ашыҡты.

- Ҡотлайым, Сергей Васильич, байрам менән! Хәлдәрең нисек? Альбиночка өйҙәлер, бына тәмле торт менән сәйләп алырбыҙ байрам хөрмәтенә.

- Өйҙә, өйҙә... Спасибо!

Йыһан бүләгенә иғтибар ҙа итмәй, ауыҙ эсенән мығырҙанып, ҡулын таҙа салфеткаға һөртөп, машинаһы яғына ыңғайлаған кейәүе яғына ҡарап торҙо ла, өйгә үтте. Кейәүенең йорто тип әйтерлек тә шул, үҙҙәре ҡыҙҙарына алып биргән ике бүлмәле фатирҙы һатып, туй аҡсаһын, Йыһандарҙан ҙур ғына сумманы бурысҡа аҡса алып, өйләнгәс тә ошо мөһабәт йортто һатып алдылар. “Бына машинама, туйға тип алынған кредитты түләп бөтөрмөн дә, һеҙгә тигән бурысты кредит алып түләрмен”, - тип тә вәғәҙәләгәйне кейәүҙәре. Тик нисек итеп бер бөртөк ҡыҙын алған кейәүҙән аҡса һорап тораһың, “йортоғоҙға ҡотлау бүләге булыр”, тип ҡул һелтәнеләр. Әҙерәк уйлап еткермәгәндәр, ҡыуаныстары ҙур ине шул, закон нигеҙендә өй ғаиләнең уртаҡ милеге булып һанала икән. Ә ҡоҙалар яғынан бер тин дә сыҡманы. Өй ҡотларға тип бер торшер ғына тотоп килгәндәр. Әсенде Йыһан, ныҡ ғәрләнде аҙаҡ, терһәген генә тешләй алманы. Аҙаҡтан үҙенең һүҙен еткереүселәр табылып, ҡоҙалары менән дә аралары боҙолдо.

Ҡырҡа үҙгәрҙе кейәүҙәре һуңғы арала, ошоларҙы уйлап, ингәс бүлмәләр һайын ҡыҙын эҙләһә лә таба алмай, һуңғы сиктә бәҙрәф бүлмәһенең ишеген тартып ҡараны. Ишек асылыуына ла иғтибар итмәй ҡыҙы раковинала кейәүенең аҡ кроссовкаларын йыуа икән. Ҡырҡыу еҫле таҙартҡыс шыйыҡсаның еҫенә танауын сирып Йыһан ҡысҡырып ебәрҙе.

- Фууу... Ниңә һаулығыңлы уйламай был хәшәрәтте ҡулланаһың, тын юлыңды яндыра бит.

- Кейәүең шулай теләй, һабынлы һыуҙа йыуылған аяҡ кейемен кейергә яратмай, сылт аҡ булырға тейеш. Таҙа, ҡупшы кеше бит ул, бысраҡ сыуаш ире түгел инде...

Шунда ғына ҡыҙының илап ҡыҙарған күҙҙәрен күреп бушаған ҡыуыҡтай шиңде Йыһан, белә ҡыҙының нимәгә төрттөргәнен.

- Сылт аҡ итеп таҙартмағанһың тип енләнеп, боларып сығып китте уңған кейәүегеҙ, ана күр!

Кейем шкафы эргәһендәге кәштәләрҙәге аяҡ кейеме туҙырап ятҡанын ингәс тә абайлағайны ине Йыһан, тик насарға юраманы.

- Барыһы ла таҙа, ялтыратылған, шуларҙы кейеп торһа ла була инде бер юлға, аяҡ кейеменән күп нәмәһе юҡ та...

- Бөгөн быныһын кейергә булған, табанында һарғылт таптар ҡалған, шуның өсөн бирләнде.

- Ҡайҙа китте?

- Һораһаң да әйтмәҫлек ергәлер...

Ҡыҙы эшен бөтөп, һығылып илап, аш бешереү бүлмәһенә үтте. Йыһан кейәүен шелтәләмәксе булып тышҡа йүнәлде. Әммә унда аралашыуға тилмереп, күҙҙәре йәшәреп торған эттән башҡа берәү ҙә күренмәне, тимәк, кейәүе машинаһы менән китергә ашыҡҡан.

Быуынһыҙланып күтәрмәгә ултырғас, ирекһеҙҙән, ауыр һулап, үткәндәрен уйланы. Бәйле эт... Бәйләнеләр ҡыҙын ошо эттәй, сылбырға ултырттылар...

Яңылыштылар, дөрөҫөрәге Йыһан яңылышты ваҡытында. Үкенерлек тә шул, ҡыҙының бәхет юлын үҙе ҡыйҙы. Күпме күҙ йәшен түгеп, балаһын юғалтмаҫҡа тырышты ҡыҙы. Хатта яратҡан сыуаш егете менән ҡасып киткән еренән тотоп алып ҡайттылар, егете алдарында теҙләнеп ҡыҙының ҡулын һораны. Ныҡ торҙо Йыһан, ярлы, бетле, бысраҡ сыуашҡа бирер ҡыҙым юҡ, тип ҡырт киҫте. Юғары уҡыу йортон тамамларға тейешһең, бала буғына батып уҡымайынса ҡалырға булдыңмы, тип егете алдында башын төйҙө ҡыҙының. “Үҙем уҡытам, Альбинаны, бәхетле итер өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын!” - тип ҡабатлаған егет ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс ҡатып ҡалды, теҙләнгән еренән тороп, башын эйеп сығып китте.

Ҡыҙының эсе беленмәҫ элек ауырын алдырыу хәстәре менән йәшәй башланы Йыһан. Ире менән икәүләп ҡыҙын табипҡа күрһәтергә алып барғас, ул икеһенең дә күҙенә ҡарап ҡаты һөйләште.

- Баланы бәхетһеҙ итмәксеһегеҙме? Аборттан һуң бәпәйе булмауы мөмкин. Үҙең бер баланан һуң башҡаса ауырға уҙа алмағас, бында төплө уйланырлыҡ урын бар! Уҡыған сағында ярҙам итерһегеҙ, егете алырға теләгәс, ризалашырға кәрәк, ҡасып китмәгән, баланан баш тартмай, өйләнешһендәр, ҡаршы төшмәгеҙ! Үҙеңә оҡшап генетик ауырыулы булып, башҡаса бала тапмаһа, үҙегеҙ ғәйепле буласаҡһығыҙ. Быны үҙ тәжрибәмдән алып әйтәм, һеҙҙең үҙегеҙҙең дә бер генә бала икәнлеген онотмағыҙ. Тормошоғоҙ етеш, күтәрерһегеҙ, бер сабый үҫә ул.

- Сыуаш үрсетеп ятмабыҙ инде, табыр үҙенең тиңенән, үҙебеҙҙең милләттән. Әле йәш, уҡыһын, юғарыға үрләһен, күтәрелергә ярҙам итербеҙ. Ә бала кәрәкмәй әлегә, ваҡыты етһә табыр!

Табип бүлмәһенән сыҡҡас Йыһанды ире ныҡ өгөтләне. Атаһы ҡыҙҙарының балаһын ҡалдырырға тырышты. Тик ҡатын тәкәбберләнеп ҡарышты, шул тыумаған балаға ҡаныҡҡандай үҙенекен тылҡыны. Юғары белемле булырға тейеш берҙән-бер ҡыҙҙары, юғары урында эшләр, үҙҙәре кеүек иркен, бай йәшәргә тейеш! Тик...Операциянан һуң, йәнәһе кеше белмәһен, тип көтөп алып ҡайтырға ултырһалар ҙа, табиптар ул көндә ҡыҙҙарын сығарманы. Оҙаҡ ҡына ятып сыҡты, ҡиммәтле дарыуҙарҙың да файҙаһы теймәне. Ҡыҙҙарына башҡаса бала тыуҙыра алмаясаҡ, тигән диагноз ҡуйҙылар. Альбина ҡаты депрессияға бирелде. Ире уны йәлләп, барыһында ла Йыһанды ғәйепләне.

-Һин...

Белә үҙенең ғәйебен Йыһан, тик үҙе һаман да ҡыҙын ғәйепләне, “тыңламаның әйткәнемде, аҙып-туҙып йөрөгәнсе киләсәгеңде уйларға булған, үҙең ғәйепле, һин тәртипһеҙ булдың” тине.

- Минең улым тыуғас үҙемә башҡортса әсәй тип әйтеп үҫер тип һөйләшкәйнек, Коля риза ине. Ә “мам”, “мам” тигәнде мин оҡшатмайым, ниңәлер эт саҡырған кеүек...

Тыуасаҡ бәпесе өсөн үҙе бәйләгән ойоҡто тотоп, еҫкәп-еҫкәп уйланып, үҙ алдына һөйләнеп ултырған ҡыҙын күреп йөрәге әрнене Йыһандың. Үпкәләрлек урыны бар, “әсәй” һүҙен әйтә алмай үҫте ҡыҙы.

-Әсәй, әсәй... Нимәң әсей унда һинең, -тиер ине ҡыҙын мыҫҡыллап. -Альбертовна тигән, йәки мамочка тиергә була.

Үҙенең исемен яратманы Йыһан, русса яңғырашы яман, Зиган, космос. Шуға ла үҙенә Альбертовна тип өндәшеүҙе талап итте. Ваҡытында Зина исемен алырға теләгәйне лә, атаһы риза булманы, “мин үлгәс алмаштырырһың, мин исемеңде үҙем яратып ҡуштым”. Һуңынан күптәр Альбертовна тигәнгә күскәс, үҙе теләмәне, оҡшай ине шулай өндәшеүҙәре.

Ҡыҙы өйрәнмәне, Альбертовна ла, мамочка ла тимәне, бик һирәкләп “мам” тиер ине. Асыуы килгәндә баҫым яһап, Альбертовна, тип ҡуя, йәнәһе һин миңә сит кеше. Аҡса барыһын да хәл итә, ҡыҙы түләүле уҡыуын да тамамланы, һәйбәт эш урынын да тапты, тик башҡаса үҙенә егеттәрҙе лә яҡынлатманы. Ә сыуаш егете Коля үҙ тиңен табып өйләнде, матур балалар үҫтерә, ҡыйып баҡҡыһыҙ йорт төҙөп ултыртҡан, бер ҙә бысраҡ йәшәмәй, бөтә ере ялтырап ята, таҙалыҡ, бөхтәлек иң беренсе күҙгә ташлана. Ихатала балалар өсөн айырым майҙансыҡ, йорттарында һәр кемдең үҙ бүлмәһе... Альбертовна булһын да белмәһен имеш, интернетта күренгән һәр фотоһын тикшереп бара, шипкерт кенә кешенән һораша, берәй ғәйебен табырға тырыша. Әлегә барыһы ла яҡшы, әммә Йыһан эҙләй, соҡона, “бысраҡ сыуаш” тип әйтергә йөй табырға маташа.

Бала саҡта күрше ауылға, ата-әсәһенең белешенә бара инеләр. Бер барғанында йылға батҡағында аунаған сусҡаларҙы күреп аптыраны. Тәүгә күреүе булды бысраҡ сусҡаларҙы, әсәһенән ниндәй хайуандар икәнлеген, һөтөн һауалармы, иткә һуялармы икәнлеген һорашты. Сыуаштар ошо бысраҡ хайуанды ашағас; ҡояшта ҡыҙарған, алыҫтан яланғас күренгән хайуандар ерәнгес тойолдо, ошо килеш ашайҙарҙыр тигән уй башынан сыҡманы. Ҡыҙы сыуаш егетен яратып ауырға ҡалғас, асыуынан ысҡынды, яман һүҙгә, егет тә ғәрләнгәндер, башҡаса Йыһандарға килмәне. Альбиночканы күреп ситкә бергәләп китергә өгөтләгән, тик балаһын алдырғас ҡыҙы үҙе риза булмаған, үҙенең бер ваҡытта ла балаһы булмаясағын әйткән. Өмөтөн өҙмәҫкә ине ҡыҙына, бәлки, булыр, өмөт йәшәтә кешене, һынды балаҡайы... Йәшәүгә дәртен юғалтҡан ҡыҙына фатир ҙа алып бирҙеләр. Тик ҡиммәтле йыһаз да күңелен күтәрмәне, шифаханалар ҙа ярҙам итмәне, кейем, алтынға ла ҡыуанманы, нишләргә?

Кейәүгә бирергә тигән фекергә килделәр, тик кемгә? Яҡын-тирәләге таныштырҙы барланылар, оҡшағаны юҡ, алыҫтан күҙләнеләр, тапманылар, тәүҙә күреклеләргә күҙ йүгертһәләр, аҙаҡ ябайҙарҙы ла тикшерҙеләр, ә ҡыҙ һаман яңғыҙ ҡалды. Һуңғы сиктә кемгә булһа ла, милләтенә лә ҡарамай, риза булырҙай инеләр. Бер туҡтауһыҙ ошо хаҡта һөйләй торғас, ҡыҙ ҙа асыулана башланы, туҡтатыр өсөн бер һүҙе “етте, мам!”

Шундай әсенеү, рәнйеү ҡатыш үпкә менән әйтелә был һүҙ, йәненә тейә Йыһандың. Бәләкәй саҡтағыса әсәй тип өҙөлөп әйтһен ине! Ҡысҡырып илап ҡосағына алыр ине балаҡайын, аралағы боҙҙай һалҡынлыҡты иретергә тырышыр. Ә “мам” һүҙе үҙе үк арала кәртә, эткә ҡушамат менән өндәшкән кеүек. Ниңә тыйған ваҡытында, ниңә әсәй тигәнде яратмаған, культуралы, зыялы күренгеһе килде, йәнәһе, алдынғы ҡарашлы. Хәҙер ҡыҙының бер “әсәй” тип әйтеүен зар-интизар булып көтә. Былай булыр тип һис тә уйламағайны. Ире менән икеһендә лә ҡиммәтле машина, өйҙәрендә һуңғы мода менән алынған затлы йыһаз, алтындары-аҡсалары кемгә ҡалыр? Ейән-ейәнсәрҙәренә тип йыйнаҡланылар барыһын, үҙҙәре һәләк итте тыуыр ейән-ейәнсәрҙәрен, үҙҙәре ҡоротто килер быуынды, дөрөҫөрәге Йыһандың хаяһыҙлығы. Ул өйҙә баш, ул хәл итә барлыҡ эштәрҙе, ире бары табыусы, буйһоноусы, уның һүҙенән сыҡмай. Ошоғаса “минеке генә дөрөҫ”, “минең һүҙ өҫтә ҡалырға тейеш”, тигән уй менән йәшәгән Йыһан, юғалып ҡалды.

Күптән һиҙә ине урыҫ кейәүенең уларға оторо сыҡҡанын, тик ҡыҙым бәхетле булһын, үҙ тиңе менән йәшәһен тигән булды. Ҡайны кеше лә кейәүенең үҙен һанламағанын белеп йорттарына күптән аяҡ баҫмай, ә ҡыҙын йәлләй, башҡортлоғона барып баш эймәҫкә уйы.

- Айырылып ҡайтаһың да ҡуяһыңмы әллә, барыһына ла ҡул һелтәп, -тине оҙаҡ аралашмай йөрөгәндән һуң атаһы ҡыҙына.

- Әсәйемдең һәр саҡ мине ғәйепләүен тыңларғамы, минең хаталарымды иҫкәртеп торһон өсөнмө?! Миңә рәхәт булырмы ошоларҙы көнө-төнө ишетеп йәшәү?!

Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Бергә йәшәү береһенә лә кинәнеү килтермәйәсәк, күңелдәрендә тыныслыҡ булмаҫ, бәхет ҡошо ҡунмаҫ. Ә былай иргә хеҙмәтсе булыу, ҡол хәлендә йәшәү бәхетме? Өй һоҡланырлыҡ таҙа булһын, кейем көн дә йыуылып үтекләнһен, “Мин һиңә бысраҡ ҡара башҡорт түгел, бер ойоҡто икенсе көнгә кейеп йөрөргә! Әгәр тәмле бешермәһәң, мин ресторанға барып ашай алам, өҫтәлдә салат, һуттар булһын, аҡсаң етмәһә, атайыңдан һора, ал! Баҡсаны ҡый баҫҡан, тәрбиәләргә балаң юҡ, өлгөр, ялҡауланма!” - ти урыҫ кейәү.

Ҡыҙының уның кеүек үк һигеҙ сәғәт эшләп ҡайтыуын уйламай, Йыһандың килеп ярҙамлашыуын да яратмай. Шулай ҙа әлегеләй бүре кеүек ырылдап ҡалғаны юҡ ине әле, хәҙер бигерәк тә асыҡтан-асыҡ ҡылана.

Ҡыҙҙарының көндән-көн шиңә барыуын күреп атаһы бергә эшләгән урыҫ дуҫы менән килешеп, өйләнмәгән улы менән үҙҙәрен осраштырғайнылар. Итәғәтле күренде тәүге осорҙа, ҡыҙының фатирын һатып, ошо йортҡа күскәс кенә ҡырҡа үҙгәрҙе. Хәйер, үҙгәрмәгәндер, асылына ҡайтҡандыр. Байрам менән ҡотларға килгән ҡәйнәһен дә һанға һуҡмай сығып китеүенә ҡарап алда тағы ниҙәр көтөргә? Шуның мәнфәғәтенә яҙырмы барлыҡ йыйған монаяты, эшҡыуар атаһына арҡаланғанға ғына кеше булып һанала, юғиһә ике эттең бере булып урамда йөрөр ине. Кеше араһында башын юғары тотоп, һауалы, зыялы ҡиәфәттә йөрөһә лә, яңғыҙы ҡалғанда ауылса фекерләй Йыһан. Ҡалала күптән йәшәһә лә, ауылса көнитмешен һағына, ҡыҙын ҡосағына алып саф һауала, тәбиғәттә булғыһы килә, уның әсәй тип әйткәндәрен юҡһына. Хәҙерге аҡылы булһа юл ҡуйыр ине ҡыҙына, сыҡһын ине үҙе теләгәнгә, тапһын ине тыуыр балаһын. Хәҙер юғары белемле килеш үҙен йәберләгәнгә ҡол булып йөрөгәнсе, бәхетле әсәй, һөйөклө ҡатын булыр ине, ә, бәлки, Йыһанға ла әсәй, тип өндәшер ине.

Кейәүенең тупһаһында ултырып байтаҡ икеләнде Йыһан, кире инергәме юҡмы? Эстә ҡыҙы зарыға, бында Йыһан үрһәләнә, өйҙә атаһы борсола торғандыр. Тәүәкәлләне, ишек тотҡаһына үрелер алдынан, битен ҡуш ҡуллап һыпырҙы. Ҡалһын Альбертовна тышта! Өйгә әсәй булып ингеһе, ҡыҙын ҡосағына алып йыуатҡыһы, сабый сағындағылай ҡыҙының әсәһе булып ҡалғыһы килде...

Гөлдәр КӘЛИМУЛЛИНА.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас